Хаҡлы ялдағылар умырып пенсия алмаһа ла, уларға билдәләнгән ташламалар йылдан-йыл бүҫкәрә бара. Ниндәй ташламалар ҡаралыуы тураһында белеү бер ҙә зыян итмәҫ, сөнки тейешле органдарға ғариза яҙып мөрәжәғәт иткәндә генә, дәүләттең был бүләген алып була. Бөгөн һүҙебеҙ — һалымдар, ял урындарына барғанда юл хаҡы сығымдарын ҡаплау, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәмә отпуск тәғәйенләү тураһында.Мөлкәткә һалымдан
азат итеүКүпселек пенсионерҙарҙы мөлкәткә булған һалымдан азат итеү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Был ташлама эшләп йөрөгән, шулай уҡ эшләмәгән пенсионерҙарға ҡағыла. Һалым кодексына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Пенсиялар тураһындағы законы нигеҙендә шәхси мөлкәте булған пенсионерҙар һалымдан азат ителә.
Мөлкәткә һалым ҡайтармаһы тәғәйенләүҙе һорап, йәшәгән урынығыҙҙағы һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул түбәндәге күсемһеҙ милеккә ҡаралған: фатирға йәки бүлмәгә; шәхси торлаҡ йортҡа; гаражға йәки дөйөм гараждағы машина урынына; 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ төҙөлөштәренә.
Ошо төргә ҡараған бер генә объектҡа ташлама булырға мөмкин. Әйтәйек, пенсионерҙың шәхси милке иҫәбендә фатир, йорт, гараж булһа, был мөлкәттәрҙең барыһы өсөн дә ул һалымдан азат ителә. Әгәр ике фатиры булһа, уларҙың береһе өсөн генә ташлама ҡаралған. Икенсе фатирға һалым түләргә кәрәк буласаҡ.
Был ташламанан нисек файҙаланырға һуң? Һалым ташламаһы тураһында ғариза менән пенсия танытмаһын һалым инспекцияһына алып барырға кәрәк. Әгәр бынан алдағы йылда ла ташламағыҙ булһа, документтар тапшырыу мотлаҡ түгел.
Күсемһеҙ милек
һатып алғандаБыл ташлама эшләп йөрөгән пенсионерҙарға, шулай уҡ күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡандарға әһәмиәтле. Мәҫәлән, пенсионер йорт йә башҡа төрлө күсемһеҙ милек һатып ала икән, уны шәхси милек итеп теркәгәндән һуң, сарыф ителгән аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн торлаҡ йорт төҙөлөргә, ер майҙаны, фатир йәки бүлмә һатып алынырға тейеш. Бынан тыш, торлаҡ кредитының проценттарын түләгәндә лә милеккә һалым ҡайтармаһын файҙаланырға мөмкин. Милеккә һалым ҡайтармаһының күләме һатып алған йә төҙөгән объекттың хаҡына бәйле.
Өҫтәмә отпускБында һүҙ эшләп йөрөгән пенсионерҙарға түләүһеҙ отпуск биреү тураһында бара. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына (35 көн), ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығып та эшләп йөрөгән пенсионерҙарға (14 көн), эшләп йөрөгән инвалид-пенсионерҙарға (60 көн) түләүһеҙ өҫтәмә ял ҡаралған. Уны алыу өсөн эш биреүсегә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ял итергә барһаң...Себерҙә һәм уға тиңләштерелгән биләмәләрҙә йәшәгән, әммә эшләмәгән пенсионерҙар ял урынына барғанда юл хаҡына ташламанан файҙалана ала. Ул ике йылға бер тапҡыр Рәсәй эсендә генә бирелә. Ташламаны алыу өсөн Рәсәй Федерацияһының Төбәк пенсия фондына ғариза яҙырға кәрәк.