Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел тыныслығы ташламаһын
“Минең кеүек ауырыуҙарға йәшәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” Ошондай йөкмәткеле хаттарҙың Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан бүлексәһенә йыш килеүе һис тә ғәжәп түгел. Ошо ике һүҙ ­– “йәшәргә ярҙамлашыу” – илдәге ҙур үҙгәрештәр осоронда тәүге аҙымдарын яһаған Фондтың эшмәкәрлеген бик тә теүәл, аныҡ билдәләй төҫлө. Халыҡ өсөн үтә көсөргәнешле, ҡатмарлы дәүерҙә барлыҡҡа килгән ойошма бөгөн дә, дәүләттең ныҡлы иңенә таянып, һәр кем өсөн хәүефһеҙлек терәге булып хеҙмәт итә. Ә дәүләт өсөн мотлаҡ социаль страховкалау – граждандарҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә төп йүнәлеш.


Ошо механизм өҙлөкһөҙ эшләгәндә кеше тыныс йәшәй, ғаилә ҡора, балалар тәрбиәләй ала. Бынан егерме йыл элек башланған иҡтисади реформалар, ба­ҙар мөнәсәбәттәренә күсеү халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә ҙур үҙ­гә­реш­тәр­гә дусар итте. Башҡортостан Президентының 1994 йылғы “Баш­ҡорт­остан Республикаһының дәүләт социаль страховкалау фонды тура­­һын­­да”ғы Указы социаль страховкалау систе­маһына нигеҙ һалды. 2001 йылға тиклем Рәсәйҙең 88 төбәгендә берҙәм социаль страховкалау системаһы эшләне. Бары Башҡортостан ғына үҙенең закондар сығарыу базаһы булған страховка фондына эйә ине.
Фондтың эшмәкәрлеге нигеҙҙә өс йүнәлеште эсенә алды: эшләүсе халыҡ­ты социаль страховкалау, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау һәм граждандарҙы шифахана һәм курорттарҙа һауыҡтырыу. Шул осорҙа уҡ республика фонды мотлаҡ социаль страховкалауға эйә булмаған ҡатын-ҡыҙға ла әсәлек менән бәйле бөтә төр пособиеларҙы түләне. Ә Рәсәй фонды был эшмәкәрлекте бары 2007 йылда ғына башланы. Шифахана-ку­рорт­тарға һалынған йөҙәр мил­лион­лаған һум аҡса ла үҙен аҡланы. Яңы һулыш кисергән һауыҡтырыу учреждениелары бөгөн республикабыҙҙың оло ғорурлығы булып тора.
Хәҙерге ваҡытта төбәк бүлексәһе, Рәсәй Социаль страховкалау фонды­ның башҡарма органы булараҡ, республика биләмәһендә социаль страховкалау сараларына идара итә.
2000 йылдан социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелде. Фондҡа яңы бурыс – ташламаға эйә граждандарҙы шифахана-курорттарҙа дауалауҙы тәьмин итеү йөкмәтелде. Ә 2005 йылда инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы протез-ортопедия әйберҙәре һәм техник саралар менән тәьмин итеү эше лә өҫ­тәл­де. “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, Фонд медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән “Бала табыу сертификаты” программаһында ла ҡат­наша. Сертификаттарҙы финанслау һау­лыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арт­тырыуға булыша. Страховка ойош­­ма­һы­на өҫтәлгән яңы бурыстар һис тә йәбешмәгән төҫлө тойолһа ла, был осорҙа уның тәжрибәле, әҙерлекле кадрҙары, яйға һалынған иҫәп һәм контролләү системаһы булған берҙән-бер ведомство икәнлеген онотмайыҡ.
2010 йылдан алып Фонд бөтә ты­рышлығын страховкалау эшмәкәр­ле­генә йүнәлтергә тырыша. Яйға һалынған ҡайһы бер өҫтәмә функцияларҙан баш тартырға ла тура килә. Мәҫәлән, ошо уҡ йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙы ҡаты сирҙәрҙән һуң шифаханаларҙа дауалау эше Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсһә, балаларҙы һауыҡ­тырыу тулыһынса төбәк һәм муниципаль бюджеттар иңенә ятты. 2011 йылдан ташламаға эйә граждандарҙы Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистр­лы­ғы тәьмин итә. Һуңғы йыл­дар­ҙағы Берҙәм социаль һалымдан баш тартыу тураһындағы ҡарар төплө нигеҙ­ләнгәйне. Фонд 2001 йылға тиклемге страховка иғәнәләрен йыйыу механизмына кире күсте, сөнки бюджеттың сығым һәм килем өлөштәре араһындағы тигеҙһеҙлек шуға этәрҙе. Страхов­ка­ланған кешеләргә пособиелар түләү системаһы ла үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер пособиеларҙы тәғәйенләү һәм түләү менән Фонд үҙе туранан-тура шөғөл­лә­нәсәк. Сәбәбе – финанс хәле тотороҡ­һоҙ булған предприятиеларҙың артыуы һөҙөмтәһендә граждандарға ваҡытында пособие түләнмәүе. Эш биреүселәрҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға ҡыҙыҡ­һыныуын арттырыу, бәләгә тарыған­дарҙы һөнәри һәм социаль реа­би­ли­та­ция­лау юлы менән хеҙмәткә ҡайтарыу ҙа өр-яңы сиселештәр, яңыр­тыуҙар талап итә.
Төбәк бүлексәһенең егерме йыллыҡ эшмәкәрлегенең бөтә баҫҡыстарында ла уның төп терәге булып тәжрибәле, һәләтле кадрҙары тора. Матди байлыҡ йылдар үтеү менән ҡиммәтен юғалтһа, хеҙмәт кешеһенең белем, аҡыл, зирәк­лек йәһәтенән капиталы арта ғына. Бөгөн төбәк бүлексәһендә эшләгән 600-гә яҡын кешенең хеҙмәтенә, яуаплы­лығына һәр ғаиләнең тиерлек тормош сифаты кәйефе бәйле.

Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан
буйынса төбәк бүлексәһенең
матбуғат хеҙмәте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526