“Минең кеүек ауырыуҙарға йәшәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” Ошондай йөкмәткеле хаттарҙың Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан бүлексәһенә йыш килеүе һис тә ғәжәп түгел. Ошо ике һүҙ – “йәшәргә ярҙамлашыу” – илдәге ҙур үҙгәрештәр осоронда тәүге аҙымдарын яһаған Фондтың эшмәкәрлеген бик тә теүәл, аныҡ билдәләй төҫлө. Халыҡ өсөн үтә көсөргәнешле, ҡатмарлы дәүерҙә барлыҡҡа килгән ойошма бөгөн дә, дәүләттең ныҡлы иңенә таянып, һәр кем өсөн хәүефһеҙлек терәге булып хеҙмәт итә. Ә дәүләт өсөн мотлаҡ социаль страховкалау – граждандарҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә төп йүнәлеш.
Ошо механизм өҙлөкһөҙ эшләгәндә кеше тыныс йәшәй, ғаилә ҡора, балалар тәрбиәләй ала. Бынан егерме йыл элек башланған иҡтисади реформалар, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә ҙур үҙгәрештәргә дусар итте. Башҡортостан Президентының 1994 йылғы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт социаль страховкалау фонды тураһында”ғы Указы социаль страховкалау системаһына нигеҙ һалды. 2001 йылға тиклем Рәсәйҙең 88 төбәгендә берҙәм социаль страховкалау системаһы эшләне. Бары Башҡортостан ғына үҙенең закондар сығарыу базаһы булған страховка фондына эйә ине.
Фондтың эшмәкәрлеге нигеҙҙә өс йүнәлеште эсенә алды: эшләүсе халыҡты социаль страховкалау, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау һәм граждандарҙы шифахана һәм курорттарҙа һауыҡтырыу. Шул осорҙа уҡ республика фонды мотлаҡ социаль страховкалауға эйә булмаған ҡатын-ҡыҙға ла әсәлек менән бәйле бөтә төр пособиеларҙы түләне. Ә Рәсәй фонды был эшмәкәрлекте бары 2007 йылда ғына башланы. Шифахана-курорттарға һалынған йөҙәр миллионлаған һум аҡса ла үҙен аҡланы. Яңы һулыш кисергән һауыҡтырыу учреждениелары бөгөн республикабыҙҙың оло ғорурлығы булып тора.
Хәҙерге ваҡытта төбәк бүлексәһе, Рәсәй Социаль страховкалау фондының башҡарма органы булараҡ, республика биләмәһендә социаль страховкалау сараларына идара итә.
2000 йылдан социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелде. Фондҡа яңы бурыс – ташламаға эйә граждандарҙы шифахана-курорттарҙа дауалауҙы тәьмин итеү йөкмәтелде. Ә 2005 йылда инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы протез-ортопедия әйберҙәре һәм техник саралар менән тәьмин итеү эше лә өҫтәлде. “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, Фонд медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән “Бала табыу сертификаты” программаһында ла ҡатнаша. Сертификаттарҙы финанслау һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға булыша. Страховка ойошмаһына өҫтәлгән яңы бурыстар һис тә йәбешмәгән төҫлө тойолһа ла, был осорҙа уның тәжрибәле, әҙерлекле кадрҙары, яйға һалынған иҫәп һәм контролләү системаһы булған берҙән-бер ведомство икәнлеген онотмайыҡ.
2010 йылдан алып Фонд бөтә тырышлығын страховкалау эшмәкәрлегенә йүнәлтергә тырыша. Яйға һалынған ҡайһы бер өҫтәмә функцияларҙан баш тартырға ла тура килә. Мәҫәлән, ошо уҡ йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙы ҡаты сирҙәрҙән һуң шифаханаларҙа дауалау эше Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына күсһә, балаларҙы һауыҡтырыу тулыһынса төбәк һәм муниципаль бюджеттар иңенә ятты. 2011 йылдан ташламаға эйә граждандарҙы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙағы Берҙәм социаль һалымдан баш тартыу тураһындағы ҡарар төплө нигеҙләнгәйне. Фонд 2001 йылға тиклемге страховка иғәнәләрен йыйыу механизмына кире күсте, сөнки бюджеттың сығым һәм килем өлөштәре араһындағы тигеҙһеҙлек шуға этәрҙе. Страховкаланған кешеләргә пособиелар түләү системаһы ла үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер пособиеларҙы тәғәйенләү һәм түләү менән Фонд үҙе туранан-тура шөғөлләнәсәк. Сәбәбе – финанс хәле тотороҡһоҙ булған предприятиеларҙың артыуы һөҙөмтәһендә граждандарға ваҡытында пособие түләнмәүе. Эш биреүселәрҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, бәләгә тарығандарҙы һөнәри һәм социаль реабилитациялау юлы менән хеҙмәткә ҡайтарыу ҙа өр-яңы сиселештәр, яңыртыуҙар талап итә.
Төбәк бүлексәһенең егерме йыллыҡ эшмәкәрлегенең бөтә баҫҡыстарында ла уның төп терәге булып тәжрибәле, һәләтле кадрҙары тора. Матди байлыҡ йылдар үтеү менән ҡиммәтен юғалтһа, хеҙмәт кешеһенең белем, аҡыл, зирәклек йәһәтенән капиталы арта ғына. Бөгөн төбәк бүлексәһендә эшләгән 600-гә яҡын кешенең хеҙмәтенә, яуаплылығына һәр ғаиләнең тиерлек тормош сифаты кәйефе бәйле.
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан
буйынса төбәк бүлексәһенең
матбуғат хеҙмәте.