Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Әсәйегеҙ юллаһын

Ауылдағы ун биш сутый ерҙә өй һалдыҡ. Бөтә был милек атайыма яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2012 йылда вафат булды. Беҙ, уның балалары, йәғни ҡустым менән мин, әсәйебеҙ файҙаһына васыятнамәнән баш тарттыҡ. Биш йыл элек атайыбыҙ участканан тыш биш сутый ерҙә гараж төҙөп, ҡоймалап ҡуйғайны. Шулай итеп, беҙҙең хәҙер иҫәпкә алынған ун биш һәм дәүләт теркәүе үтмәгән биш сутый еребеҙ бар. Ошо биш сутый ерҙе нисек һәм кемгә рәсмиләштерергә мөмкин икән?
Ә. СИБӘҒӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Әгәр ун биш сутый участканың сиктәре ныҡлап билдәләнмәгән булһа, әсәйегеҙ, булған документтарға ярашлы, уны үҙенә теркәтә ала. Артабан кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул үҙ сиратында ысынбарлыҡта булған сиктәрҙе билдәләргә йәки ун биш сутыйлы майҙанды ыҙанлатырға тейеш. Был эш атҡарылғас, әсәйегеҙ участканың ҙурайтылған майҙанын раҫлау тураһындағы ғариза менән урындағы хакимиәттең ер мөнәсәбәттәре буйынса идаралығына мөрәжәғәт итһен. Ризалыҡ алғас, егерме сутый участканы кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын теркәтергә мөмкин. Әгәр һеҙгә бындай рөхсәт булмаһа, судҡа ғына мөрәжәғәт итергә ҡала.

Һалым түләүҙе кисектереп буламы?

Һалым түләүемде талап итәләр. Ә минең әлегә аҡсам юҡ...
А. ЗЫЯЕВА.
Мишкә районы.

Ҡайғырмағыҙ, кисектереп тороу хоҡуғынан файҙалана алаһығыҙ. Нигеҙле сәбәптәр булғанда, һалымды йылдан артмаған ваҡыт эсендә бер юлы йәки бүлә-бүлә һуңлабыраҡ түләргә мөмкин.

Банкомат аҡсаны «йотһа»...

Ирем банкомат аша кредит картаһына аҡса һалырға уйлаған. Әммә аппарат кәрәкле сумманы алғас, экранда «техник төҙөкһөҙлөк» тигән яҙыу күренгән дә банкомат «ҡатҡан». Банкка оҙаҡ ҡына шылтыраттыҡ, һөҙөмтәлә операторҙар иремдең телефон һанын яҙып алды һәм шылтыратырға вәғәҙә итте. Аҡсаны кире ҡайтарырҙармы икән?
Л. ВӘЛИЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Техник сараларҙы ҡулланғанда өҙөклөктәр булыуы мөмкин, әлбиттә. Был осраҡта тәү сиратта тыныс ҡалырға һәм был ваҡиғаны хәтерҙә һаҡларға тырышырға кәрәк. Әгәр чек булһа, уны юғалтмағыҙ. Был хәлгә шаһиттар бар икән, уларҙың исем-шәрифен яҙып алығыҙ, сөнки аҙаҡ был хәлде иҫбатлағанда улар кәрәк буласаҡ. Артабан банктың яҡындағы бүлексәһенә барып, терминалды йүнәтеүҙәрен һәм «йотолған» сумманы кире ҡайтарыуҙарын һорап ике ғариза яҙығыҙ. Уның беренсеһен банкка тапшырығыҙ, икенсеһен ҡабул ителеүен теркәтеп, үҙегеҙ менән алығыҙ. Банк тикшереү үткәрергә һәм төҙөкһөҙлөктөң булыу-булмауын асыҡларға бурыслы. Бының өсөн, нигеҙҙә, бер ай ваҡыт үтә. Аҙаҡ банк хеҙмәткәрҙәре ҡабул ителгән ҡарар – аҡсаны кире ҡайтарыу йәки ҡайтармау – тураһында яҙма яуап бирергә тейеш. Әгәр был яуап һеҙгә оҡшамаһа, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529