Әсәйегеҙ юллаһын Ауылдағы ун биш сутый ерҙә өй һалдыҡ. Бөтә был милек атайыма яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2012 йылда вафат булды. Беҙ, уның балалары, йәғни ҡустым менән мин, әсәйебеҙ файҙаһына васыятнамәнән баш тарттыҡ. Биш йыл элек атайыбыҙ участканан тыш биш сутый ерҙә гараж төҙөп, ҡоймалап ҡуйғайны. Шулай итеп, беҙҙең хәҙер иҫәпкә алынған ун биш һәм дәүләт теркәүе үтмәгән биш сутый еребеҙ бар. Ошо биш сутый ерҙе нисек һәм кемгә рәсмиләштерергә мөмкин икән? Ә. СИБӘҒӘТОВА. Өфө ҡалаһы.
Әгәр ун биш сутый участканың сиктәре ныҡлап билдәләнмәгән булһа, әсәйегеҙ, булған документтарға ярашлы, уны үҙенә теркәтә ала. Артабан кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул үҙ сиратында ысынбарлыҡта булған сиктәрҙе билдәләргә йәки ун биш сутыйлы майҙанды ыҙанлатырға тейеш. Был эш атҡарылғас, әсәйегеҙ участканың ҙурайтылған майҙанын раҫлау тураһындағы ғариза менән урындағы хакимиәттең ер мөнәсәбәттәре буйынса идаралығына мөрәжәғәт итһен. Ризалыҡ алғас, егерме сутый участканы кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын теркәтергә мөмкин. Әгәр һеҙгә бындай рөхсәт булмаһа, судҡа ғына мөрәжәғәт итергә ҡала.
Һалым түләүҙе кисектереп буламы? Һалым түләүемде талап итәләр. Ә минең әлегә аҡсам юҡ... А. ЗЫЯЕВА. Мишкә районы.
Ҡайғырмағыҙ, кисектереп тороу хоҡуғынан файҙалана алаһығыҙ. Нигеҙле сәбәптәр булғанда, һалымды йылдан артмаған ваҡыт эсендә бер юлы йәки бүлә-бүлә һуңлабыраҡ түләргә мөмкин.
Банкомат аҡсаны «йотһа»... Ирем банкомат аша кредит картаһына аҡса һалырға уйлаған. Әммә аппарат кәрәкле сумманы алғас, экранда «техник төҙөкһөҙлөк» тигән яҙыу күренгән дә банкомат «ҡатҡан». Банкка оҙаҡ ҡына шылтыраттыҡ, һөҙөмтәлә операторҙар иремдең телефон һанын яҙып алды һәм шылтыратырға вәғәҙә итте. Аҡсаны кире ҡайтарырҙармы икән? Л. ВӘЛИЕВА. Өфө ҡалаһы.
Техник сараларҙы ҡулланғанда өҙөклөктәр булыуы мөмкин, әлбиттә. Был осраҡта тәү сиратта тыныс ҡалырға һәм был ваҡиғаны хәтерҙә һаҡларға тырышырға кәрәк. Әгәр чек булһа, уны юғалтмағыҙ. Был хәлгә шаһиттар бар икән, уларҙың исем-шәрифен яҙып алығыҙ, сөнки аҙаҡ был хәлде иҫбатлағанда улар кәрәк буласаҡ. Артабан банктың яҡындағы бүлексәһенә барып, терминалды йүнәтеүҙәрен һәм «йотолған» сумманы кире ҡайтарыуҙарын һорап ике ғариза яҙығыҙ. Уның беренсеһен банкка тапшырығыҙ, икенсеһен ҡабул ителеүен теркәтеп, үҙегеҙ менән алығыҙ. Банк тикшереү үткәрергә һәм төҙөкһөҙлөктөң булыу-булмауын асыҡларға бурыслы. Бының өсөн, нигеҙҙә, бер ай ваҡыт үтә. Аҙаҡ банк хеҙмәткәрҙәре ҡабул ителгән ҡарар – аҡсаны кире ҡайтарыу йәки ҡайтармау – тураһында яҙма яуап бирергә тейеш. Әгәр был яуап һеҙгә оҡшамаһа, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.