Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башланып китте уҡыуҙар “А” тигән хәреф менән
Быйыл Башҡортостанда 44 мең ярым тирәһе бала I класҡа килде. Яңы, ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тәртипле, тырыш булығыҙ, өйгә “бишле”ләр генә алып ҡайтығыҙ, бәләкәс дуҫтарыбыҙ!
Бөгөн һеҙҙе тырышып уҡып йөрөгән тиңдәштәрегеҙ — Данил Хәйретдинов, Алина Абдуллина һәм Рәмир Әхмәтгәрәев менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Башланып китте уҡыуҙар “А” тигән хәреф менәнАлина Абдуллина менән Рәмир Әхмәтгәрәев Асҡын районы үҙәгенән. Күрше булғанлыҡтан, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән тиңдәштәр мәктәпкә лә етәкләшеп килде.
Алина — ифрат шуҡ, шаян, тиктормаҫ ҡыҙыҡай. Рәмир иһә егеттәрсә етди, уйсан. Икеһе лә йыр-бейеүгә оҫта.
Күршеләр үҙҙәрен тәртипле, тырыш уҡыусы итеп күрһәтергә лә өлгөрҙө. Артабан да шулай дауам итеүҙәрен теләйек.
Асҡын районы.


Башланып китте уҡыуҙар “А” тигән хәреф менәнӨфө районының Шамонин ауылынан Данил Хәйретдинов — орсоҡ кеүек етеҙ малай. Шәп йүгерә. Йәйгеһен олатаһы менән өләсәһе йәшәгән Дыуан, Ғафури райондарында рәхәтләнеп ял иткәнлектән, мәктәпкә лә дәртләнеп килде. Уҡырға, яҙырға күптән белә ине Данил. Шуға ла әле уны уҡытыусыһы Лариса Әлис ҡыҙы маҡтап туя алмай.
Алсаҡ малайҙың дуҫтары күп. Йәдкәр, Азамат, Батыр менән Шамонин урамдарын бер итеп уйнайҙар, велосипедта елдерәләр.
Данил — яҡшы ағай ҙа. Ата-әсәһенә биш йәшлек ҡустыһы Даниярҙы ҡарарға ярҙам итә. Ҙур үҫкәс, “Ашығыс ярҙам” машинаһында йөрөйәсәкмен, ти ул.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 994

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 903

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 569

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527