Быйыл Башҡортостанда 44 мең ярым тирәһе бала I класҡа килде. Яңы, ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Тәртипле, тырыш булығыҙ, өйгә “бишле”ләр генә алып ҡайтығыҙ, бәләкәс дуҫтарыбыҙ!
Бөгөн һеҙҙе тырышып уҡып йөрөгән тиңдәштәрегеҙ — Данил Хәйретдинов, Алина Абдуллина һәм Рәмир Әхмәтгәрәев менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Алина Абдуллина менән Рәмир Әхмәтгәрәев Асҡын районы үҙәгенән. Күрше булғанлыҡтан, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән тиңдәштәр мәктәпкә лә етәкләшеп килде.
Алина — ифрат шуҡ, шаян, тиктормаҫ ҡыҙыҡай. Рәмир иһә егеттәрсә етди, уйсан. Икеһе лә йыр-бейеүгә оҫта.
Күршеләр үҙҙәрен тәртипле, тырыш уҡыусы итеп күрһәтергә лә өлгөрҙө. Артабан да шулай дауам итеүҙәрен теләйек.
Асҡын районы.
Өфө районының Шамонин ауылынан Данил Хәйретдинов — орсоҡ кеүек етеҙ малай. Шәп йүгерә. Йәйгеһен олатаһы менән өләсәһе йәшәгән Дыуан, Ғафури райондарында рәхәтләнеп ял иткәнлектән, мәктәпкә лә дәртләнеп килде. Уҡырға, яҙырға күптән белә ине Данил. Шуға ла әле уны уҡытыусыһы Лариса Әлис ҡыҙы маҡтап туя алмай.
Алсаҡ малайҙың дуҫтары күп. Йәдкәр, Азамат, Батыр менән Шамонин урамдарын бер итеп уйнайҙар, велосипедта елдерәләр.
Данил — яҡшы ағай ҙа. Ата-әсәһенә биш йәшлек ҡустыһы Даниярҙы ҡарарға ярҙам итә. Ҙур үҫкәс, “Ашығыс ярҙам” машинаһында йөрөйәсәкмен, ти ул.
Өфө районы.