Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яугир яңы үрҙәргә рухландырҙы
Ғорурланырлыҡ яҡтарыбыҙ күп: уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә яҡты киләсәк өсөн тырышҡас, мәктәбебеҙҙә ике тиҫтәгә яҡын түңәрәк эшләй. Өфө районында өлгәш, тәртип, әүҙемлек һымаҡ күрһәткестәр буйынса өлкән һәм уртансы кластар араһында ойошторолған ярыштарҙың ике күсмә кубогы ла әле беҙҙә тора.

Яугир яңы үрҙәргә рухландырҙыШуға яңыраҡ Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Афған һуғышы ветераны Рәшит Кәримовтың Шамонин ауылы балаларына ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрергә килеүе һис тә осраҡлы түгелдер. Әйткәндәй, район мәктәптәренә кубок тапшырыу проекты тап ошо ағайҙың хәстәрлеге менән ойошторолған.
– Мәғариф министрлығы ла, уҡытыусыларығыҙ ҙа һеҙҙе лайыҡлы кешеләр, ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү өсөн күп көс һала, – тине Рәшит Рушан улы, беҙгә мөрәжәғәт итеп. – Бөгөн йәш быуынға ни хәтлем ҙур иғтибар бүлһәк, киләсәктә Ватаныбыҙ шул тиклем көслөрәк буласаҡ.
Яугир мәктәбебеҙгә электән дә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп тора ине, әле иһә спорт ҡорамалдары, хатта “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” дәресе өсөн Калашников автоматын бүләк итте. Был йәһәттән уға үҙе кеүек үк Афған һуғышында ҡатнашҡан, хәҙер төҙөлөш ойошмаһын етәкләгән Хатип Богданов, шулай уҡ спортсылар берлеге лә ярҙамлашҡан.
Яугир яңы үрҙәргә рухландырҙыРәшит Рушан улының яуҙағы батырлыҡтары хаҡында ишетеп беләбеҙ. Шамонин балалары янына осрашыуға ул былтыр “Хәрби туғанлыҡ” Дөйөм Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Шубаны, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновты алып килгәйне. Иршат Юнир улы беҙҙең менән был юлы ла ихлас аралашты.
Афған яугирҙәре өлкән класс уҡыусыларына Калашников автоматын һүтеп йыйырға, плащ-палатканы нисек ҡулланырға өйрәткәндә, тиҫтерҙәрем менән минең дә тиҙерәк үҫеп етеп, һалдат булғыбыҙ килеп китте. Рәхмәт йөҙөнән үҙебеҙ әҙерләгән концертты күрһәттек: йырланыҡ, шиғыр һөйләнек, бейенек. Мин матростар бейеүендә лә, “Гөлнәзирә”лә лә ҡатнаштым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529