Ғорурланырлыҡ яҡтарыбыҙ күп: уҡыуҙа ла, спортта ла, мәҙәни сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә яҡты киләсәк өсөн тырышҡас, мәктәбебеҙҙә ике тиҫтәгә яҡын түңәрәк эшләй. Өфө районында өлгәш, тәртип, әүҙемлек һымаҡ күрһәткестәр буйынса өлкән һәм уртансы кластар араһында ойошторолған ярыштарҙың ике күсмә кубогы ла әле беҙҙә тора.Шуға яңыраҡ Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты, Афған һуғышы ветераны Рәшит Кәримовтың Шамонин ауылы балаларына ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрергә килеүе һис тә осраҡлы түгелдер. Әйткәндәй, район мәктәптәренә кубок тапшырыу проекты тап ошо ағайҙың хәстәрлеге менән ойошторолған.
– Мәғариф министрлығы ла, уҡытыусыларығыҙ ҙа һеҙҙе лайыҡлы кешеләр, ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү өсөн күп көс һала, – тине Рәшит Рушан улы, беҙгә мөрәжәғәт итеп. – Бөгөн йәш быуынға ни хәтлем ҙур иғтибар бүлһәк, киләсәктә Ватаныбыҙ шул тиклем көслөрәк буласаҡ.
Яугир мәктәбебеҙгә электән дә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп тора ине, әле иһә спорт ҡорамалдары, хатта “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” дәресе өсөн Калашников автоматын бүләк итте. Был йәһәттән уға үҙе кеүек үк Афған һуғышында ҡатнашҡан, хәҙер төҙөлөш ойошмаһын етәкләгән Хатип Богданов, шулай уҡ спортсылар берлеге лә ярҙамлашҡан.
Рәшит Рушан улының яуҙағы батырлыҡтары хаҡында ишетеп беләбеҙ. Шамонин балалары янына осрашыуға ул былтыр “Хәрби туғанлыҡ” Дөйөм Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Шубаны, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновты алып килгәйне. Иршат Юнир улы беҙҙең менән был юлы ла ихлас аралашты.
Афған яугирҙәре өлкән класс уҡыусыларына Калашников автоматын һүтеп йыйырға, плащ-палатканы нисек ҡулланырға өйрәткәндә, тиҫтерҙәрем менән минең дә тиҙерәк үҫеп етеп, һалдат булғыбыҙ килеп китте. Рәхмәт йөҙөнән үҙебеҙ әҙерләгән концертты күрһәттек: йырланыҡ, шиғыр һөйләнек, бейенек. Мин матростар бейеүендә лә, “Гөлнәзирә”лә лә ҡатнаштым.