Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡупшыҡайҙың урыны – урманда
Ҡупшыҡайҙың урыны – урманда Мөғжизәле әкиәт урма­нын­да ғәжәп матур шыршы йәшәгән, ти. Аҡлан ур­та­һын­да үҫкән ҡупшыҡай тирә-йүн­гә йәм таратҡан, йән өр­гән, сихрилығы менән күҙҙәрҙе ҡамаштырған.
Ҡыш килгән. Йондоҙ­ҙар­ҙай ҡар бөр­төктәре ҡунғас, шыршы тағы ла ҡуп­шы­ла­нып киткән, гүйә, ап-аҡ ма­мыҡ шәл ябынған. Ҡуян, те­йен, болан балалары, ҡы­ҙылтүштәр уны тирәләп бе­йей, күңелле уйындар ойош­тора башлаған.
Бер ваҡыт урманда кеше­ләр тауы­шы ишетелгән. Йәнлектәр, ҡош­тар тиҙ генә ояларына инеп йәше­рен­гән. Былар улы менән ҡыҙын эйәрт­кән атай-әсәй икән.
– Атай, ҡара әле, ҡайһылай матур шыршы! – тип шатлығынан ҡысҡы­рып ебәргән балалар, урмандың әлеге ҡупшыҡайына күрһәтеп.
– Был урынды хәтерегеҙҙә ҡал­ды­рығыҙ, – тигән аталары. – Иртәгә бал­та алып килеп, шыршыны йығып алыр­быҙ. Ул беҙгә Яңы йылда бөт­кө­һөҙ шатлыҡ бүләк итер.
Шул саҡта ҡыҙсыҡ илап ебәргән:
– Атай, теймә шыршыға, зинһар өсөн. Ул бит аҡланды йәмләп ултыра. Йәнлектәр ҡайғырыр...
– Шыршыһыҙ нисек Яңы йылды ҡар­шыларбыҙ һуң? – тип апты­рауға ҡалған өлкәндәр.
– Магазиндан яһалма шыр­шы алырбыҙ! – тигән ҡыҙ. – Ә был ҡупшы­ҡай урманда нығыраҡ кәрәк бит.
Атай менән әсәй йылмайып баш ҡаҡҡан.
Икенсе көндө тағы ла ке­ше тауыштары ише­телгәс, йәнлектәр йәнә ҡур­ҡыуға ҡалған: “Уйҙарынан кире ҡай­тып, шыршыны алырға кил­деләрме икән ни?..” Аҡланға, ысынлап та, кисәге ғаилә килеп сыҡҡан. Атай кешенең ҡулында иһә балта түгел, ә уйын­сыҡ­тар, шарҙар, тубырсыҡ­тар һа­лынған ҡумта икән. Күмәкләшеп ҡупшы шыршыны биҙәргә тотонғандар. Ағас­тың иң башына ҡыҙыл йондоҙ ҙа ҡуйғандар.
– Шыршыбыҙ тағы ла матурланып китте! – тип һоҡланған балалар.
– Эйе шул, – тигән атай менән әсәй ҙә. – Әйҙәгеҙ, балалар, ҡайта һала­йыҡ, беҙгә өйҙәге яһалма шыршы­быҙҙы биҙәргә өлгөрөргә лә кәрәк.
Ғаилә ҡайтырға юлланғас, аҡланға йән­лектәр килеп тулған. Шыршылары ҡайһы­лай матур! Ниһайәт, уларҙа ла ысын байрам уҙасаҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528