Мөғжизәле әкиәт урманында ғәжәп матур шыршы йәшәгән, ти. Аҡлан уртаһында үҫкән ҡупшыҡай тирә-йүнгә йәм таратҡан, йән өргән, сихрилығы менән күҙҙәрҙе ҡамаштырған.
Ҡыш килгән. Йондоҙҙарҙай ҡар бөртөктәре ҡунғас, шыршы тағы ла ҡупшыланып киткән, гүйә, ап-аҡ мамыҡ шәл ябынған. Ҡуян, тейен, болан балалары, ҡыҙылтүштәр уны тирәләп бейей, күңелле уйындар ойоштора башлаған.
Бер ваҡыт урманда кешеләр тауышы ишетелгән. Йәнлектәр, ҡоштар тиҙ генә ояларына инеп йәшеренгән. Былар улы менән ҡыҙын эйәрткән атай-әсәй икән.
– Атай, ҡара әле, ҡайһылай матур шыршы! – тип шатлығынан ҡысҡырып ебәргән балалар, урмандың әлеге ҡупшыҡайына күрһәтеп.
– Был урынды хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, – тигән аталары. – Иртәгә балта алып килеп, шыршыны йығып алырбыҙ. Ул беҙгә Яңы йылда бөткөһөҙ шатлыҡ бүләк итер.
Шул саҡта ҡыҙсыҡ илап ебәргән:
– Атай, теймә шыршыға, зинһар өсөн. Ул бит аҡланды йәмләп ултыра. Йәнлектәр ҡайғырыр...
– Шыршыһыҙ нисек Яңы йылды ҡаршыларбыҙ һуң? – тип аптырауға ҡалған өлкәндәр.
– Магазиндан яһалма шыршы алырбыҙ! – тигән ҡыҙ. – Ә был ҡупшыҡай урманда нығыраҡ кәрәк бит.
Атай менән әсәй йылмайып баш ҡаҡҡан.
Икенсе көндө тағы ла кеше тауыштары ишетелгәс, йәнлектәр йәнә ҡурҡыуға ҡалған: “Уйҙарынан кире ҡайтып, шыршыны алырға килделәрме икән ни?..” Аҡланға, ысынлап та, кисәге ғаилә килеп сыҡҡан. Атай кешенең ҡулында иһә балта түгел, ә уйынсыҡтар, шарҙар, тубырсыҡтар һалынған ҡумта икән. Күмәкләшеп ҡупшы шыршыны биҙәргә тотонғандар. Ағастың иң башына ҡыҙыл йондоҙ ҙа ҡуйғандар.
– Шыршыбыҙ тағы ла матурланып китте! – тип һоҡланған балалар.
– Эйе шул, – тигән атай менән әсәй ҙә. – Әйҙәгеҙ, балалар, ҡайта һалайыҡ, беҙгә өйҙәге яһалма шыршыбыҙҙы биҙәргә өлгөрөргә лә кәрәк.
Ғаилә ҡайтырға юлланғас, аҡланға йәнлектәр килеп тулған. Шыршылары ҡайһылай матур! Ниһайәт, уларҙа ла ысын байрам уҙасаҡ!