Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вәкәләтле илселәр

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә.

“Китап” нәшриәтендә Башҡорт автоно­мияһының 100 йыллығын сағылдырған түбәндәге китаптар донъя күрҙе.

“ОБРАЗОВАНИЕ БАШКИРСКОЙ РЕСПУБЛИКИ” (“Башҡортостан республикаһы төҙөлөшө”, төҙөүсе авторы – Н.У. Ишем­ғолов). Монографияла Башҡортостан авто­номияһы барлыҡҡа килеү тарихының актуаль проблемалары сағылыш таба. 1917—1922 йылдарҙа башҡорттарҙың Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш ваҡиғалары асыҡлана. Төҙөүсе-автор фәнни хеҙмәттәргә, ваҡытлы матбуғат һәм архив материалдарына таянып, Башҡорт милли хәрәкәтенең Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль революция­һынан һуң башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесына үҙ ҡарашын, баһаһын бирә. Монография ҙур өс бүлеккә бүленеп, тәүгеһендә 1917-1918 йылдарҙағы тәүге ҡоролтайҙың үтеү мәсьәләләре, Башҡортостан автономиялы республикаһы төҙөлөүҙә Башҡортостан үҙәк шураһының роле тикшерелә, артабанғы бүлектә Ваҡытлы хөкүмәт һорауҙары ҡарала. Өсөнсө бүлектә иһә 1920–1922 йылдарҙа республикала барған милли сәйәсәт проблемалары асыҡлана.

“БАШКИРЫ: ИСТОРИКО-ЭТНОГРАФИЧЕСКИЕ ОЧЕРКИ” (“Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар”, төҙөүсе авторы – С. И. Руденко). Ҡайтанан баҫылған был китап танылған этнограф-ғалим С.И. Руденконың башҡорттарҙың тормош-көнкүреш мәсьәләләрен яҡтыртҡан тулайым хеҙмәте булып тора. Хеҙмәттән Башҡортостан тәбиғәте, мәҙәниәте, башҡорттарҙың йәшәү рәүеше, туҡланыу, кейенеү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була.

Халыҡ ижадына ҡағылышлы бүлектә ҡобайыр, оҙон көй, бейеү көйө, таҡмаҡтар хаҡында бай материал бирелә. Автор “Эскадрон”, “Урал”, “Буранбай”, “Ҡара юрға” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да тасуир итә. Хеҙмәтте башҡорттарҙың этнографияһы буйынса тәүге комплекслы фәнни тикшеренеү тип атарға ла мөмкин.

“АҪЫЛ ЫНЙЫЛАР КӘРӘҘЕ” (төҙөүсе авторҙары – З. Ш. Ҡарабаева, Э. Ә. Яҡупова). Был китапҡа Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәре тупланды. Уларҙың ижадында Башҡортостан, халыҡ, Тыуған ил, Ватан, йәшәйеш, заман кеүек оло мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр яҡтыртыла.
Йыйынтыҡҡа, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Башҡортостандың ун алты халыҡ шағирының (Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Тимер Йосопов, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Хәсән Назар) әҫәрҙәре индерелде.

“ШАҠАЙ БУРАНЫ” (авторы – Ғәлим Хисамов). Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғә­йенләнгән өр-яңы баҫмала Башҡортостан автономияһын барлыҡҡа килтереү өсөн көрәш ваҡиғалары һүрәтләнә. Ул бынан бер быуат элек Башҡортостанда барған ваҡиғаларға арнала. Яҙыусы быуат башында барған сәйәси осор тураһында яҙа.

Тарихтан билдәле булыуынса, батша хө­күмәте тарҡалып, Николай II киткәс, Ваҡытлы хөкүмәт власть башына килә, Рәсәй бөтөнләй икенсе сәйәси юлға, үҙгәрештәр осорона аяҡ баҫа. Ғәлим Хисамов тап ошо осорҙо “Шаҡай бураны” романы аша тасуир итә. Әҫәр Рәсәйҙәге бер генә ай эсендә (1917 йылдың февралендә) булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Роман бик етеҙ, әүҙем рәүештә Рәсәйҙәге Февраль революцияһы хәлдәре­нән башлана һәм аҙағынаса шулай дауам итә.

Автор романда революция осоронда барған башҡорт милли хәрәкәте ваҡи­ғаларын ябай халыҡ вәкилдәре һәм күренекле шәхестәр образдары аша ла бирә. Күҙаллауыбыҙса, Нурсәлих, Насретдин образдары аша Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин прототиптары асыҡ сағылыш таба. Яҙыусы документаль рәүештә Шәйехзада Бабичтың яҙмышын тулыһынса ҡабатламай, шулай ҙа тормошоноң ҡатмарлы мәлдәрен төрлө яҡлап сағылдыра алыуға өлгәшә. Нурсәлих образы менән бер рәттән шул осорҙағы “Ваҡыт”, “Шура”, “Аҡмулла”, “Ҡармаҡ” гәзит һәм журналдарының баҫылыу урынын билдәләй автор. Әҫәрҙә Зәки Вәлиди образына ҙур урын бирелә.

Яҙыусы романында бер юлы Петроград, Ташкент, Баҡы, Ырымбур һәм Көҙәндәге Зәки Вәлиди ҡатнашлығындағы ваҡиға­лар­ҙы, документаль сығанаҡтарға таянып, оҫта һүрәтләй. Уҡыусылар алдында Зәки Вәлиди башҡорт халҡының танылған етәксеһе, Рәсәй кимәлендәге федерализм нигеҙендә торған сәйәсмән, бөтә мосолман халыҡтары араһында абруйлы шәхес булып баҫа.

“КОРЕННЫЕ НАРОДЫ РОССИИ. БАШКИРЫ” (“Башҡорттар. Рәсәйҙең аҫаба ха­лыҡтары”, төҙөүсе авторҙары – Р.З. Йәнғужин, Ф.Ғ. Хисамитдинова).
Билдәле ғалимдар – филология һәм тарих фәндәре докторҙары, профессорҙар Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова менән Рим Зәйниғәбит улы Йәнғужиндың Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, тел тарихын өйрәнеүгә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ. Тел ғилемен дә, тарих белемен дә уларһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә күптән түгел рус телендә донъя күргән “Коренные народы России. Башкиры” исемле яңы баҫмала башҡорттарҙың этногенезы һәм этник тарихы мәсьәләләре, традицион хужалығы, социаль структураһы һәм рухи мәҙәниәт үҫеше яҡтыртыла. Хеҙмәттең тәүге бүлектәрендә башҡорт ырыуҙарының этник тарихы, “башҡорт” этнонимының килеп сығышы, тормош-көнкүреш мәсьәләләре сағылыш тапҡан, артабанғы бүлектәрендә яҙыу тарихы, башҡорт теленең диалекттары, әҙәбиәт, әҙәби тел, халыҡ ижады, декоратив-биҙәү сәнғәте буйынса материалдар тупланған.


Автор: Раушания СОЛТАҠАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 0

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 0

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә