Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫтаның даны ун ауылға таралыр
Оҫтаның даны ун ауылға таралырБөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәгән Радик Мәсхүт улы Абдуллин тырыздар, батмандар эшләү менән, беҙҙең аҫаба халыҡ кеүек, бала саҡтан таныш түгел. 1991 йылда ул Мари Республикаһынан ғаиләһе менән Ырғыҙлы ауылына күсеп килә. Бөрйәнде 90-сы йылдарҙа, ҡустыһының туйына килгәндә, беренсе тапҡыр күрә һәм оҡшата.

Ул йылдарҙа башҡалар кеүек Абдуллиндар ғаиләһе лә ауырлыҡ кисерә. Ҡаланан ауылға күсергә тигән ҡарарға килеп, Ырғыҙлы ауылын һайлайҙар ҙа инде. Сәнәғәт-техник училищеһында декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте һөнәренә уҡыған белгесте Ырғыҙлы мәктәбенә һынлы сәнғәт, һыҙма фәне уҡытыусыһы итеп эшкә алалар.
Уҡыусыларҙың ағастан һырлап эшләү түңәрәген дә алып бара һәм тап шул йылдарҙа ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы арта. Сувенирҙар, тырыздар эшләү менән мауыға, айырыуса батман эшләү серҙәрен ныҡлап өйрәнә башлай. Мәктәптә ете йыл эшләгәндән һуң, ун йыл “Башҡортостан” милли паркында рәссам-биҙәүсе була. Ул шунда ныҡлап ағас эшенә тотона, туҙҙан тырыз эшләүҙең иң боронғо ысулын ҡулланып, сувенирҙар яһай башлай.
Оҫта бөгөн иҫке өйөн оҫтаханаға әйләндереп, яратҡан шөғөлө — ағас эше менән мәшғүл. Унда батман, ағас һауыттар, тырыздарҙың ниндәй генә ҙурлыҡтағыһы юҡ, һитә балы эшләү, солоҡ ҡорттары ябыу өсөн махсус һауыттар ҙа бар. Хатта ярылған батманды ла исраф итмәй, һырлап үҙенсәлекле ултырғыс эшләп ҡуйған.
— Батман эшләү серҙәрен тегенән-бынан һорашып, бөртөкләп тигәндәй йыйҙым. Бер оҫтанан ағасты нисек дөрөҫ киптереү, икенсеһенән ҡасау менән эшләү тех­никаһын, өсөнсөһөнән төбөн нисек ҡуйырға кәрәклекте һәм башҡаларын өйрәндем. Ағас оҫтаһы Рәшит Сирбаевтан оҫталыҡ дәрестәре алдым, ул ағай күптән мәрхүм инде. Уның бүләк иткән ҡасауы үҙе тураһында иҫтәлек булып ҡалды. Батман эшләргә өйрәнеү буйынса теләк тә, мөмкинлектәр ҙә сығып ҡына торҙо. Ҡарап-күреп, оҫталар менән хәбәрләшеп йөрөй торғас, хәҙер үҙем дә төрлө ҙурлыҡтағы батмандар эшләүгә күстем. Бының өсөн бөтә төр инструменттарым бар.
— Ғөмүмән, ағас эше миңә оҡшай, йылдар менән был шөғөл күңел талабына әйләнде. Үткән йыл заказ буйынса 30-ҙан ашыу тырыз эшләнем. Күбеһенсә заказдар буйынса эшләргә тырышам, бына әле лә ҡымыҙ өсөн ике-өс батман эшләп ҡуйҙым. Ҙурлығына ҡарап батмандарҙың хаҡы ла төрлө. Ҡул эштәремдең ҡайһы берҙәре, айырыуса тырыздар, дуҫтарыма бүләккә китеп бөтә, — ти оҫта.
Радик Абдуллин ҡулынан балтаһын төшөрмәй: күрше ауылдарға йөрөп, әле Мәләүез, әле Күмертау яҡтарына сығып, кешеләргә бура бурай, йорттар күтәрә. “Шунһыҙ ғаиләне аҫрау мөмкин түгел, дүрт баланы уҡытырға ла, аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк”, — ти ул. Ауылда дауахана ябылып, ҡатыны эшһеҙ ҡалғас, ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тағы ла арта. Хужалыҡта иш янына ҡуш итеп, мал-тыуар аҫрайҙар, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Әммә күңелен биреп, бар донъяһын онотоп баш баҫып эшләгән урыны — оҫтаханаһы.
Киләсәккә оҫтаның маҡсаттары күп. Имәндән мискәләр, ағас ороларынан төрлө сувенирҙар яһау теләге менән яна ул. Әлегә эш өсөн материалдың — ағастың етмәүе генә ҡамасаулай. Радик Абдуллиндың ниәттәренең бойомға ашырына шик юҡ. Ни тиһәң дә, заманаға яраҡлашҡан оҫта бит ул.

Бөрйән районы.


Автор: А. АҠЫЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 1 819

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 1 750

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 1 780

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 1 733

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 1 682

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 831

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 708

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 830

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 749

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 746

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 849

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 839