Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында йәшәгән Радик Мәсхүт улы Абдуллин тырыздар, батмандар эшләү менән, беҙҙең аҫаба халыҡ кеүек, бала саҡтан таныш түгел. 1991 йылда ул Мари Республикаһынан ғаиләһе менән Ырғыҙлы ауылына күсеп килә. Бөрйәнде 90-сы йылдарҙа, ҡустыһының туйына килгәндә, беренсе тапҡыр күрә һәм оҡшата.Ул йылдарҙа башҡалар кеүек Абдуллиндар ғаиләһе лә ауырлыҡ кисерә. Ҡаланан ауылға күсергә тигән ҡарарға килеп, Ырғыҙлы ауылын һайлайҙар ҙа инде. Сәнәғәт-техник училищеһында декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте һөнәренә уҡыған белгесте Ырғыҙлы мәктәбенә һынлы сәнғәт, һыҙма фәне уҡытыусыһы итеп эшкә алалар.
Уҡыусыларҙың ағастан һырлап эшләү түңәрәген дә алып бара һәм тап шул йылдарҙа ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы арта. Сувенирҙар, тырыздар эшләү менән мауыға, айырыуса батман эшләү серҙәрен ныҡлап өйрәнә башлай. Мәктәптә ете йыл эшләгәндән һуң, ун йыл “Башҡортостан” милли паркында рәссам-биҙәүсе була. Ул шунда ныҡлап ағас эшенә тотона, туҙҙан тырыз эшләүҙең иң боронғо ысулын ҡулланып, сувенирҙар яһай башлай.
Оҫта бөгөн иҫке өйөн оҫтаханаға әйләндереп, яратҡан шөғөлө — ағас эше менән мәшғүл. Унда батман, ағас һауыттар, тырыздарҙың ниндәй генә ҙурлыҡтағыһы юҡ, һитә балы эшләү, солоҡ ҡорттары ябыу өсөн махсус һауыттар ҙа бар. Хатта ярылған батманды ла исраф итмәй, һырлап үҙенсәлекле ултырғыс эшләп ҡуйған.
— Батман эшләү серҙәрен тегенән-бынан һорашып, бөртөкләп тигәндәй йыйҙым. Бер оҫтанан ағасты нисек дөрөҫ киптереү, икенсеһенән ҡасау менән эшләү техникаһын, өсөнсөһөнән төбөн нисек ҡуйырға кәрәклекте һәм башҡаларын өйрәндем. Ағас оҫтаһы Рәшит Сирбаевтан оҫталыҡ дәрестәре алдым, ул ағай күптән мәрхүм инде. Уның бүләк иткән ҡасауы үҙе тураһында иҫтәлек булып ҡалды. Батман эшләргә өйрәнеү буйынса теләк тә, мөмкинлектәр ҙә сығып ҡына торҙо. Ҡарап-күреп, оҫталар менән хәбәрләшеп йөрөй торғас, хәҙер үҙем дә төрлө ҙурлыҡтағы батмандар эшләүгә күстем. Бының өсөн бөтә төр инструменттарым бар.
— Ғөмүмән, ағас эше миңә оҡшай, йылдар менән был шөғөл күңел талабына әйләнде. Үткән йыл заказ буйынса 30-ҙан ашыу тырыз эшләнем. Күбеһенсә заказдар буйынса эшләргә тырышам, бына әле лә ҡымыҙ өсөн ике-өс батман эшләп ҡуйҙым. Ҙурлығына ҡарап батмандарҙың хаҡы ла төрлө. Ҡул эштәремдең ҡайһы берҙәре, айырыуса тырыздар, дуҫтарыма бүләккә китеп бөтә, — ти оҫта.
Радик Абдуллин ҡулынан балтаһын төшөрмәй: күрше ауылдарға йөрөп, әле Мәләүез, әле Күмертау яҡтарына сығып, кешеләргә бура бурай, йорттар күтәрә. “Шунһыҙ ғаиләне аҫрау мөмкин түгел, дүрт баланы уҡытырға ла, аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк”, — ти ул. Ауылда дауахана ябылып, ҡатыны эшһеҙ ҡалғас, ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тағы ла арта. Хужалыҡта иш янына ҡуш итеп, мал-тыуар аҫрайҙар, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Әммә күңелен биреп, бар донъяһын онотоп баш баҫып эшләгән урыны — оҫтаханаһы.
Киләсәккә оҫтаның маҡсаттары күп. Имәндән мискәләр, ағас ороларынан төрлө сувенирҙар яһау теләге менән яна ул. Әлегә эш өсөн материалдың — ағастың етмәүе генә ҡамасаулай. Радик Абдуллиндың ниәттәренең бойомға ашырына шик юҡ. Ни тиһәң дә, заманаға яраҡлашҡан оҫта бит ул.
Бөрйән районы.