Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер китаптың күҙҙе асҡаны...
Бер китаптың күҙҙе асҡаны...
Башҡорт телен өйрәнәм тигән кешегә бөгөн бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ юҡ кеүек. Магазинға инһәң дә, Интернетта, китапханаларҙа ла йәнең теләгән һүҙлек йәки дәреслекте таба алаһың – уҡы ғына. Тик бына күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғандарҙы ғына онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ шикелле... Ҡабарынҡы нөктәле Брайл шрифты менән башҡортса-русса, русса-башҡортса тәүге һүҙлек әле саҡ донъя күрҙе.
Һуҡырҙар өсөн һүҙлек сығарған Башҡорт республика махсус китапханаһына инеү менән башҡа мөхиткә эләккәндәй тойҙом. Күҙгә иң тәү салынғаны иҙән ур­таһынан һуҙылған резина келәм булды. Нимә икәнен һорағас, вахтала ултырған апай яуап ҡайтарҙы:
– Беләһегеҙме, күҙең күрмәһә, шуның буйынса йүнәлеш алыуы еңелерәк. Кәрәкле ишекте лә шуның буйынса табырға мөмкин...
Презентация уҙасаҡ бүлмәгә йүнәлдем. Барып ингәндә, бер нисә рәткә теҙелгән буш ултырғыс, улар алдына ҡуйылған өҫтәлдә яңы китаптар ғына күренә ине.
Береһен шунда уҡ ҡулға алдым. Тышлығын асып ҡарағас та, төҙөүсе-автор­ҙары филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова менән педагогия фән­дәре докторы Лена Сәйә­хова булыуы асыҡланды, ләкин китаптың артабанғы биттәрендә беҙгә таныш булған ябай хәрефтәр кү­ренмәне. Улар урынына ҡа­барынҡы нөктәле Брайль шрифты ине. Бармаҡтарҙы өҫтөнән йөрөтһәң, билдә­ләр һиҙелеп тора, тик унда нимә яҙылғаны аңлашыл­май. Бының өсөн махсус тамғаларҙы өйрәнергә кә­рәк. Эргәгә Миңһылыу Усманова үҙе килеп баҫҡас, китапты әҙерләү техноло­гияһы тураһында һорамай булдыра алманым.
– Һүҙлекте ике ай тирәһе әҙерләрмен тигәйнем, лә­кин улай ғына булһа икән. Бер аҡыл эйәһе әйтеүенсә, һүҙлек – алфавит тәрти­бен­дәге йыһан, уны киңе­рәк асыр өсөн уйға ҡалдым да, башҡа һүҙлектәрҙе ҡулланып, һүҙҙәрҙең мәғә­нә­һен тулыраҡ асыҡларға ҡарар иттем. Лена Сәйә­хо­ва менән дүрт айҙан ашыу көн-төн хеҙмәт иткән­дән һуң, бына һөҙөмтә: китапта ун биш меңдән ашыу һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм фразеологик берәмек урын алды, – тип яуап бирҙе ул.
Миңһылыу Усманова һөйләгән арала кеше йыйыла башланы һәм, ҡу­лындағы таяҡ менән юлын барлап, Алина Әхмәтҡу­жи­на беҙгә табан ыңғайланы. Уның Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре бар ине:
– Был һүҙлек менән ысынлап та шатландыр­ҙығыҙ, рәхмәт һеҙгә! Йәнә башҡорт теленең грам­ма­тикаһы нәшер ителһә, аудиокитаптар сыҡһа, яҡ­шы булыр ине. Беҙ барлыҡ мәғлүмәтте лә ҡабул итергә әҙербеҙ, – тине ул.
Миңһылыу апай ҡыҙҙың һүҙҙәренән моңһоуланып киткәндәй тойолдо. Ирек­һеҙҙән күҙҙәре йәшләнде:
– Һеҙҙең ҡыуанысҡа мин дә шатланам!
Бынан тыш, Алина Салауат Низаметдинов тура­һында ла һүҙ ҡуҙғатты:
– Һеҙ, бәлки, ышан­маҫ­һығыҙ, ләкин һикһәненсе йылдарғаса Брайль шрифтында башҡорт хәрефтәре булмаған. Белеүемсә, Салауат ағай Низаметдинов ҡайһы бер тамғаларҙы үҙгәртеп, кәрәклеһен яһап ала...
Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ алышыу тамамланғас та, уйҙар тынғы бирмәне. Кү­реү һәләте булмаған­дар­ҙың ошоғаса телде өйрәнә алмауында кем ғәйепле? Улар түгел, ә беҙ үҙебеҙ тома һуҡыр булып сығабыҙ түгелме ни? Һүҙлек күҙҙе асҡандай булды...


Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә