Башҡорт телен өйрәнәм тигән кешегә бөгөн бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ юҡ кеүек. Магазинға инһәң дә, Интернетта, китапханаларҙа ла йәнең теләгән һүҙлек йәки дәреслекте таба алаһың – уҡы ғына. Тик бына күреү һәләтенән мәхрүм ҡалғандарҙы ғына онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ шикелле... Ҡабарынҡы нөктәле Брайл шрифты менән башҡортса-русса, русса-башҡортса тәүге һүҙлек әле саҡ донъя күрҙе.Һуҡырҙар өсөн һүҙлек сығарған Башҡорт республика махсус китапханаһына инеү менән башҡа мөхиткә эләккәндәй тойҙом. Күҙгә иң тәү салынғаны иҙән уртаһынан һуҙылған резина келәм булды. Нимә икәнен һорағас, вахтала ултырған апай яуап ҡайтарҙы:
– Беләһегеҙме, күҙең күрмәһә, шуның буйынса йүнәлеш алыуы еңелерәк. Кәрәкле ишекте лә шуның буйынса табырға мөмкин...
Презентация уҙасаҡ бүлмәгә йүнәлдем. Барып ингәндә, бер нисә рәткә теҙелгән буш ултырғыс, улар алдына ҡуйылған өҫтәлдә яңы китаптар ғына күренә ине.
Береһен шунда уҡ ҡулға алдым. Тышлығын асып ҡарағас та, төҙөүсе-авторҙары филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова менән педагогия фәндәре докторы Лена Сәйәхова булыуы асыҡланды, ләкин китаптың артабанғы биттәрендә беҙгә таныш булған ябай хәрефтәр күренмәне. Улар урынына ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифты ине. Бармаҡтарҙы өҫтөнән йөрөтһәң, билдәләр һиҙелеп тора, тик унда нимә яҙылғаны аңлашылмай. Бының өсөн махсус тамғаларҙы өйрәнергә кәрәк. Эргәгә Миңһылыу Усманова үҙе килеп баҫҡас, китапты әҙерләү технологияһы тураһында һорамай булдыра алманым.
– Һүҙлекте ике ай тирәһе әҙерләрмен тигәйнем, ләкин улай ғына булһа икән. Бер аҡыл эйәһе әйтеүенсә, һүҙлек – алфавит тәртибендәге йыһан, уны киңерәк асыр өсөн уйға ҡалдым да, башҡа һүҙлектәрҙе ҡулланып, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулыраҡ асыҡларға ҡарар иттем. Лена Сәйәхова менән дүрт айҙан ашыу көн-төн хеҙмәт иткәндән һуң, бына һөҙөмтә: китапта ун биш меңдән ашыу һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм фразеологик берәмек урын алды, – тип яуап бирҙе ул.
Миңһылыу Усманова һөйләгән арала кеше йыйыла башланы һәм, ҡулындағы таяҡ менән юлын барлап, Алина Әхмәтҡужина беҙгә табан ыңғайланы. Уның Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре бар ине:
– Был һүҙлек менән ысынлап та шатландырҙығыҙ, рәхмәт һеҙгә! Йәнә башҡорт теленең грамматикаһы нәшер ителһә, аудиокитаптар сыҡһа, яҡшы булыр ине. Беҙ барлыҡ мәғлүмәтте лә ҡабул итергә әҙербеҙ, – тине ул.
Миңһылыу апай ҡыҙҙың һүҙҙәренән моңһоуланып киткәндәй тойолдо. Ирекһеҙҙән күҙҙәре йәшләнде:
– Һеҙҙең ҡыуанысҡа мин дә шатланам!
Бынан тыш, Алина Салауат Низаметдинов тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты:
– Һеҙ, бәлки, ышанмаҫһығыҙ, ләкин һикһәненсе йылдарғаса Брайль шрифтында башҡорт хәрефтәре булмаған. Белеүемсә, Салауат ағай Низаметдинов ҡайһы бер тамғаларҙы үҙгәртеп, кәрәклеһен яһап ала...
Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ алышыу тамамланғас та, уйҙар тынғы бирмәне. Күреү һәләте булмағандарҙың ошоғаса телде өйрәнә алмауында кем ғәйепле? Улар түгел, ә беҙ үҙебеҙ тома һуҡыр булып сығабыҙ түгелме ни? Һүҙлек күҙҙе асҡандай булды...