Власты нисек кенә әрләмәйек, барыбер һуңғы ышаныс, өмөт менән уларға киләбеҙ. Төрлө етәкселәрҙең, депутаттарҙың халыҡ менән осрашыуы һәйбәт йолаға әйләнде.
Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов халыҡ менән осрашты. Иртәнге сәғәт ун тулып өлгөрмәһә лә, кешенең күплегенә иғтибар иттем. "Былар барыһы ла бер депутатҡа инмәксеме икән?" — тип уйлап та өлгөрмәнем, Иршат Юнир улының ярҙамсылары Владимир Федоров менән Рәмилә Исхаҡова: "Әле бөтәһе лә килеп етмәгән, ҡабул итеү өс сәғәттән ашыу барасаҡ, һуңыраҡ та килерҙәр, моғайын, егермеләп кеше инеп өлгөрөр", — тип аңлатты.
Иршат Фәхретдиновтың хәрби кеше булыуы һәм Дәүләт Думаһында күберәк ошо өлкәгә бәйле мәсьәләләр буйынса шөғөлләнеүе мәғлүм. Шуға күрә депутатҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселек өлөшө хәрбиҙәр, айырыуса Афғанстан, Чечня һәм башҡа урындағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булыуы тәбиғи.
Иң тәүгеләрҙән булып килгән ағай Афғанстан һуғышы инвалиды ине. Уны, федераль законға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләгәндәр. Ләкин яугир ошоғаса фатир ала алмай. Закон буйынса торлаҡҡа дәғүә итһә лә, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте, төрлө сәбәп табып, уны сиратҡа ҡуймай.
Был хәлгә Иршат Юнир улы үртәләнеп китте. Ысынлап та, күрәләтә кешенең хоҡуҡтары боҙола! Ул шунда уҡ районға депутат запросы ебәрергә ҡушты һәм проблеманы хәл итергә вәғәҙәләне.
Унан һуң килгән ағайҙы ла фатир мәсьәләһе борсой. Ул да Өфө ҡалаһының Октябрь районында теркәлгән. Ваҡытында сиратҡа торһа ла, проблеманы һаман ыңғай хәл итә алмай.
— Ышанаһығыҙмы-юҡмы, торлаҡ буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙең иң ҙур өлөшө тап ошо райондан. Ундағы етәкселәргә ялыуҙар артҡандан-арта. Һеҙ беренсе түгел һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғыһы ла булмаҫһығыҙ. Әммә проблеманы былай ҡалдырырға ярамай, — тине Иршат Фәхретдинов.
Ипләп кенә депутаттың ярҙамсыларынан һорашам: "Ысынлап та, торлаҡ буйынса хәл шулай ауырмы, уны хәл итеү чиновниктарҙан ғына торамы?" Эйе, мөрәжәғәттәрҙең күп өлөшө торлаҡҡа бәйле, тинеләр. Был йәһәттән проблеманы күп осраҡта ваҡ чиновниктар, хакимиәттә эшләүселәр тыуҙыра. Хәҙер, яңыраҡ ҡабул ителгән федераль законға ярашлы, хәрбиҙәргә торлаҡ биреү өсөн аҡса урындағы ҡаҙнанан түгел, ә үҙәк бюджеттан алына. Шулай булғас, бер яҡтан уйлап ҡараһаң, урындағы үҙидараға бының менән башын ҡатырырға, үҙ кеҫәһенән миллиондар сығарырға түгел. Талаптар буйынса үтә икән, әйҙә, бир ҙә бит! Тик ғәмәлдә хәл бөтөнләй башҡаса килеп сыға. Иң тәүҙә сиратҡа тора алмай этләнә кеше. Йөрөп-йөрөп, ҡуйылғас, уны көтөп еткерә алмай интегә.
Депутатҡа килгән тағы бер хәрбиҙең һорауы ошоға ҡағылышлы. Ул законға ярашлы сиратҡа торған, әммә нисәнсе йыл инде көтә. Шуныһы ғәжәп: унан һуңыраҡ ғариза яҙған бер нисә кеше, фатир алып, өй туйларға ла өлгөргән... "Төртөп" ебәреүселәре булғанмы, әле үҙҙәре берәй нәмә "төрткән"ме — аңламаҫһың.
Шуныһына иғтибар иттем: мөрәжәғәт менән килгән ике тиҫтәгә яҡын кешенең яртыһынан күбеһен торлаҡ мәсьәләһе борсой, һәм дәғүәләрҙең ҙур өлөшө баш ҡаланың Октябрь районына бәйле булып сыҡты.
— Беҙҙең чиновниктарҙың күбеһе ҡаты бәғерле, робот кеүек. Уларҙы кеше яҙмышы борсомай, ҡағыҙға ғына ҡарап тик ултыралар. Былай булырға тейеш түгел. Хәлде үҙгәртергә кәрәк. Чиновник халыҡ өсөн эшләргә һәм һәр кемде хөрмәт итергә тейеш! — ти Иршат Фәхретдинов.
Дәүләт Думаһы депутаты барыһын да ҙур иғтибар менән тыңланы һәм хоҡуҡтарын аңлатып бирҙе. Эйе, яңы закон буйынса сиратҡа 1995 йылға тиклем тороп өлгөргәндәргә әле фатир бирелә. Тик быйыл инвалидтарға өҫтөнлөк буласаҡ. Үрҙә аталған осорға тиклем сиратҡа баҫып өлгөрмәгәндәргә лә күңелен төшөрмәҫкә кәңәш итә Иршат Юнир улы. Ни өсөн тигәндә, тәүге сираттағыларға фатир бирелеп бөткәс, икенсе осор башланасаҡ. Әлбиттә, ҡасан да булһа бөтәһе лә аласаҡ. Тик ғүмерҙәре етерме?..
Ҡабул итеү барышында йәнә бер күренешкә иғтибар иттем: беҙҙең халыҡтың байтағы үҙ хоҡуғын белмәй. Мәҫәлән, 40-50 йәшлек апай ҡарт әсәһе менән килгәйне. Ҡустыһының мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөйҙәр икән. Мәсьәлә әлегә лә баяғы торлаҡҡа бәйле. Егет Чечняла хеҙмәт иткән. Законға ярашлы торлаҡҡа хоҡуҡлы, әммә сиратҡа тормаған. Эш шунда: паспорты буйынса Ейәнсура районында теркәлгән булһа ла, егет ғаиләһе менән, фатир яллап, баш ҡалала йәшәй. Өфөлә үҙ фатиры булмағас, пропискаға бәйле проблема тыуған. Белеүебеҙсә, йәшәгән урыныңда теркәлмәһәң, эшкә урынлашыу мөмкин түгел, шуға күрә ул Өфөнөң Совет районынан прописка “һатып алған”. Төптән уйлаһаң, быныһына ла аптырарлыҡ түгел — хәҙер йәшәр өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Проблема икенсе нәмәлә. Хәҙер егеткә фатир алыр өсөн сиратҡа баҫырға кәрәк, әммә унда рәсми теркәлгән урын буйынса ғына тороу мөмкин. Әлбиттә, "һауанан" алынған прописка нигеҙендә егетте бер кем дә рәсми сиратҡа ҡуймаясаҡ. Ә апаһы менән әсәһе, депутатҡа килеп, был проблеманы хәл итеүен һорай... Ауыл кешеһенең ябайлығымы был, бөтөнләй закондарҙы һәм хоҡуҡтарҙы белмәүеме? Депутат бит кешене фатирға теркәтә алмай. Ә улар һөҙөмтә талап итә: "Һеҙ бит — депутат, ни булһа ла эшләгеҙ!.." Егеттең үҙенең килмәүе лә аптыратты. Бәлки, хаҡы юҡлығын аңлайҙыр...
Йыш ҡына ошоноң ише ҡатмарлы һорауҙар була икән. Афған һуғышы яугиренең ҡыҙы килде ҡабул итеүгә. Уның мәсьәләһе лә сетерекле: атаһы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс тормошта тракторҙан тапалып һәләк булған. Ваҡытында фатирға сиратҡа тормаған, шуға хәҙер ғаиләһе торлаҡһыҙ йонсой. Шулай уҡ йәл, әммә депутат бында ла ярҙам итә алмай. Әгәр афған яугире сиратҡа торған булһа, вафатынан һуң да ул һаҡланыр, ғаиләһе, ваҡыты еткәс, уның өсөн фатир алыр ине лә бит. Иршат Юнир улы ҡыҙға ипләп кенә аңлатып бирҙе мәсьәләне, атаһын хәтеренә төшөрөп, илай башлағас, йыуатырға ла һүҙ тапты.
Республиканың алыҫ ҡына районынан килгән бер ир шулай уҡ Афғанстанда хеҙмәт иткән. Бөгөн өлкән ата-әсәһе һәм ҙур ғаиләһе менән ауылда бәләкәй генә өйҙә йәшәргә мәжбүр. Торлаҡ һалырға аҡсаһы етмәй, районда сиратҡа торһа ла, уны көтөп алыуы оҙаҡ, ә балаларҙы бөгөн үҫтерергә кәрәк... Иршат Юнир улы, уны тыңлағандан һуң районға шылтыратып, хакимиәт башлығы менән аралашты, егеткә нисек тә булһа ярҙам итеүҙе һораны.
Депутаттарҙы телевизор аша күреп, уларҙы рәсми кеше тип һанарға өйрәнгәнбеҙ. Ә бына Иршат Юнир улының ҡабул итеүен өс сәғәттән ашыу тыңлап ултырғандан һуң был йәһәттән ҡарашым үҙгәрҙе. Ни өсөн тигәндә, ул ябай, итәғәтле, киң күңелле кеше булып сыҡты. Килеүсе башҡорт икән, уның менән иркенләп үҙебеҙсә һөйләшә. Афғанстанда һуғышҡандарҙы иһә ҡустылары кеүек күрә. Шунда уҡ ниндәй ротала, нисәнсе йылда хеҙмәт иткәнен, ҡайҙарҙа булғанын, командирҙарын белешә. Уртаҡ таныштарын табып, хәтирәләргә лә бирелеп алалар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килгән кешеләр шунда уҡ асылып китә һәм уға күңелендә булғанды һөйләп бирә. Ярҙам итә алмаған осраҡта ла йылы һүҙенән мәхрүм итмәй депутат.
Иршат Юнир улы хәрби ветерандарҙың барыһына ла хоҡуҡтарын аңлата, һуңғы арала үҙгәргән ҡануниәт буйынса тейешле ярҙам һәм льготалар тураһында әйтә. Асыҡланыуынса, ҡайһы берәүҙәр айлыҡ түләүҙең артыуын белмәгән. Бушлай шифаханала һәм реабилитация үҙәгендә ял итеү мөмкинлеге тураһында ла күптәр хәбәрҙар түгел икән.
— Чиновник бер ҡасан да һеҙҙең өйгә килеп, "бына, һиңә льгота, мә һиңә ярҙам", тип әйтмәйәсәк. Шуға үҙегеҙ барығыҙ, һорашығыҙ, белешегеҙ тим һәр саҡ. Хоҡуҡтарығыҙҙы белһәгеҙ ине. Әгәр льгота тейеш булып та бирелмәһә, ярҙамға мин киләм, — тине ул.
Ҡабул итеү айына бер тапҡыр — Өфөлә, ҡалғандары райондарҙа һәм Мәскәүҙә үтә. Шулай уҡ Иршат Юнир улын йыш ҡына ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаларына саҡыралар. Бынан тыш, телефон аша ла шылтыратып һорашалар. Шуларҙың бөтәһен бергә ҡушҡанда, айына 500-гә яҡын кешене ҡабул итә Иршат Фәхретдинов.
— Мөрәжәғәттәрҙең нисә проценты ыңғай хәл ителә? — тип һорайым унан.
— Мин уныһын аныҡ ҡына әйтә алмайым. Ни өсөн тигәндә, аҙаҡ эштең нисек тамамланыуын хәбәр итеп бармайҙар. Уға мохтажлыҡ та юҡ. Йыш әйтәм: "Шатлыҡ булһа, шылтыратмағыҙ, проблема буйынса ғына һөйләшәйек". Статистика алып барған кеше отчет өсөн эшләй, ә миңә ул кәрәкмәй. Иң мөһиме — кешегә аныҡ ярҙамым тейһен.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе хәрби булһа ла, ябай проблемалар менән килеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, депутат бер кемде лә айырмай, ярҙамдан баш тартмай.
Аҙаҡ, тышҡа сыҡҡас, килгән ағайҙарҙың береһенең телефон аша һөйләшкәнен ишетеп ҡалдым.
— Индем, күрҙем, һөйләштем. Ярҙам итәм, тине. Фәхретдинов әйткәс, булыр ул! — тине ул, йылмайып.
Эйе, моғайын, Фәхретдинов әйткәс, барыһы ла хәл ителер.