«Мин илебеҙ, граждандарыбыҙ, үҙ кешеләребеҙ өсөн кәрәкле эш менән шөғөлләнеүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем. Киләсәктә лә шулай эшләйәсәкмен», – тине Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин АҠШ-тың «Рашен тудей» телеканалына биргән интервьюһында.
Уның фекеренсә, дәүләт башлығының маҡсаты – йәмғиәтте үҫтереү, демократлаштырыу, һәм ул «артабан да ошо юлдан тайпылмай барасаҡ». Әйткәндәрен раҫлап, Кремль башлығы балаларҙы зыянлы мәғлүмәттән һаҡлау, Рәсәй губернаторҙарының граждандар тарафынан күрһәтелеүен тергеҙеү, Федерация Советына депутаттар һайлауҙы яңыса үткәреү кеүек башланғыстарҙы атаған. Үкенескә ҡаршы, Владимир Владимирович социаль сәйәсәттә көсәйә барған кире хәлдәрҙе иҫәпкә алмаған булып сыҡты.
Көҙ етте. Йәйге каникул осоронда тынып торған һиллеккә бына-бына шау-шыу, төрлө сәйәси белдереүҙәр, фекерҙәр бәрелеше ялғаныр мәл тыуҙы. Күптән түгел Интернетта сентябрь-октябрҙә уҙғарыласаҡ сәйәси акцияларҙың ҡайһы көндәрҙә үтәсәге күрһәтелгән белдереүҙәр ҙә күҙгә салынды. Власть даирәләре алға ҡарап, йәмәғәтселек һулышын иҫәпкә алып аҙым яһарға теләһә, бәлки, уларҙы иҫкәртеү мөмкинлеген дә самалар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тарафтарҙан, киреһенсә, йәмәғәтселек кәйефен ҡуҙғытырлыҡ хәбәрҙәр генә ишетелә. Мәҫәлән, август урталарында Рәсәй Федерацияһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡабул ителеп, илдең иң юғары ҡатлам граждандарының 20 йыл алға һөргән маҡсатын ғәмәлгә ашырҙы. Эйе, сәнәғәт-финанс олигархтарының, сөнки, 24 августа «Независимая газета»ла белгестәр фекеренән сығып яҙылған мәҡәләгә ҡарағанда, «БДСО-ға инеүҙән халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙа көтөлмәй», йәғни Рәсәй граждандары был ойошмала ағза булып тороуҙың ыңғай һөҙөмтәләрен яҡын арала көнкүрешендә тоя алмаясаҡ, тиҙәр. Илдең донъя баҙарында конкуренцияны күтәрә алған тауарҙар менән сауҙа итергә һәләтһеҙлеге арҡаһында иң элек ауыл хужалығының һәм автомобиль етештереүселәрҙең зыян күреүе ихтимал.
БДСО ағзаһы булараҡ, Рәсәй сит илдәрҙән таможня аша индерелгән тауарҙарға пошлинаны кәметергә мәжбүр буласаҡ, сөнки был мотлаҡ. Белгестәр иҫәпләүенсә, сусҡа итенә пошлинаның (әле 15 процент) бөтөнләй юҡҡа сығыуы көтөлә. Бында, ватан малсылығында сусҡа итенең һуңғы йылдарҙа ныҡ кәмеүен һәм уға православие динендәге халыҡтарҙың өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алғанда, арзан иттең Рәсәй тарафтарына күпләп ағыласағын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. БДСО-ға инеүгә бәйле аграр тармаҡты 2020 йылға тиклем үҫтереү программаһын финанслауҙың 1 триллион һумға кәметелеүен дә иҫәпкә алһаҡ, ысынлап та, абруйлы ойошмаға инеү аҡсаны елгә осороуға тиң.
Сит илдәрҙә етештерелгән автомобилдәрҙе әле таможня аша уның хаҡына 30 процент өҫтәп үткәрергә мөмкин булһа, артабан был проценттың 25-кә төшөүе ихтимал, ти белгестәр. Әлбиттә, сит ил машиналарында йөрөргә теләүселәр оло шатлыҡ тойғоһо кисерер. Йөк ташыусылар һәм ваҡ кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең дә урамына байрам килеүе ихтимал, сөнки тәүгеләре сит ил тауарын ташып кинәнһә, икенселәре улар менән сауҙа итеп кеҫә ҡалынайтыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Банк хеҙмәткәрҙәре лә, фаразлаусылар фекеренсә, Рәсәйҙең БДСО ағзаһы булып китеүенә ҙур өмөт бағлай, сөнки, уларҙың иҫәбенсә, дәүләт тәүге мәлдә кредитҡа мохтажлыҡ кисерәсәк һәм, ярҙам һорап, финанс ойошмаларына мөрәжәғәт итергә мәжбүр буласаҡ. Ә кредит процент менән бирелә, илдә ул һәр саҡ юғары кимәлдә булғанлыҡтан, финанс учреждениеларында эшләүселәргә мул табыш килтерә.
Эре тауар етештереүселәрҙе БДСО-ла нимә көтә? Быныһы инде дәүләт сәйәсәтенә бәйле, ти белгестәр. Юғары власть даирәләре, теләһә, уңайлы шарттар тыуҙыра ала. Мәҫәлән, субсидия бирә, башҡа төрлө ташламаларҙы хәстәрләй. Был йәһәттән тауар етештереүселәр өсөн төп хәүеф тауарҙарының сифатына һәм хаҡына бәйле, ә сифат тел тейҙермәҫлек дәрәжәнән түбән (технологиялар иҫкергән), хаҡ, киреһенсә, юғары (энергия сығанаҡтары ҡиммәт). Күптән түгел «Комсомольская правда» гәзите Рәсәй Федерацияһының глобаль конкурентлыҡ буйынса 144 ил араһында 67-се урынды биләүе тураһында хәбәр итте. Беренсе урын – Швейцарияла, артабан Европаның башҡа дәүләттәре килә. Әйткәндәй, дәүләт ҡоролошо конфедерация ҡанундарына нигеҙләнгән Швейцария властары, ысынлап та, Европала бик күп йылдар дауамында үҙ граждандарына юғары тормош кимәлен тәьмин итеп килә. Тимәк, беҙҙәге ҡайһы бер шовинистар киреһен раҫларға маташһа ла, социаль ҡоролош тормош-көнкүреш сифаты йәһәтенән хәл иткес роль уйнамай. Рәсәйҙең юғары даирәләренә, илдең федератив ҡоролошон тәшкил иткән милли республикаларҙы губерналар рәтенә төшөрөп, идара итеү кеүек сәйәси анахронизмдан баш тартыу тураһында уйланырға кәрәк тә бит.
Ни өсөн Рәсәй Федерацияһы глобаль конкурентлыҡ буйынса артта ҡала? Гәзит был һорауға ла яуап урынлаштырған. Беренсенән, дәүләт идараһының ғына түгел, йәмғиәттең холоҡ-фекерләү даирәһенә тәрән үтеп ингән коррупция ҡамасаулай; икенсенән, дәүләт идараһының һөҙөмтәһеҙлеге лә конкурентлыҡҡа өлгәшеүҙә етди кәртә булып тора; өсөнсөнән, финанс ойошмалары ярҙамына таяныуҙың ныҡлы сикләнгәнлеге һәм, дүртенсенән, һалымдарҙың күп алыныуы.
Һуңғы пунктты асыҡлап китеү мөһим. Европа илдәренә хас килемгә (подоходный) ҡарап үҫә барған прогрессив һалым беҙҙә юғары власть даирәләрендә яҡлау тапмай, был һалымды фәҡирҙәрҙән дә 13 процент түләтәләр. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, үҙ байҙарынан прогрессив һалым йыйыуҙан баш тартыуы арҡаһында дәүләт бюджетҡа триллиондарса һумды алып еткермәй. Ә ҡаҙнала барлыҡҡа килгән «тишек»тәрҙе былай ҙа ярлы социаль сығымдарҙы кәметеп кенә ямарға тырышыу йүнле һөҙөмтә бирмәй, итәк ҡырҡып, ең ялғау кеүек килеп сыға.
Рәсәйҙең конкуренцияға һәләтен күтәреүгә хатта дәүләт бурысының аҙ булыуы ла, ҡаҙна килемдәренең яһалма рәүештә сығымдарҙан артып китеүе лә булышлыҡ итмәгән. АҠШ-тың дәүләт бурысы йыллыҡ ҡаҙна кимәленә (16 триллион доллар) етеүен, Европа илдәренең ҡайһы берҙәрендә артып китеүен иҫәпкә алғанда, күрәһең, был хәл мөһим роль уйнамай тигән һығымтаға киләһең.
Август аҙаҡтарында «Новая газета»ла В. Путин ҡасандыр ватан иҡтисадын күтәреүгә ҙур өлөш индергән оло йәштәгеләргә иң аҙ пенсия түләүсе булып тарихҡа инеп ҡаласаҡ тигән фекер әйтелә. Ысынлап та, тармаҡта реформа үткәреү тураһында һүҙ күп ҡуйыртылыуға ҡарамаҫтан, ыңғай һөҙөмтәләрен көтөү тиҫтәләрсә йылға һуҙылды. Август аҙаҡтарында Рәсәй Пенсия фондының аҡсаға ҡытлығын (ул 1 триллион һумдан ашты) кәметеү маҡсатында Финанс министрлығында ҡайһы бер тәҡдимдәр әҙерләнеүе хаҡында хәбәр ишетелде. Был документ пенсияның тупланма өлөшөн арттырыуҙы законлаштырыу өсөн сығыш яһай. Пенсияны арттырыу (индексациялау) менән мауыҡмау, киләсәктә хаҡлы ялға сығыу йәшен оҙайтыу ҙа күҙ уңында тотола.
Ошо йәһәттән икенсе документ Пенсия фонды, Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Проект авторҙарының фекеренсә, пенсияның тупланма өлөшөнән фонд зыян ғына күрә, сөнки уға йүнәлтелгән сығымдар дефицитты арттыра. Был документты әҙерләүселәр пенсияның тупланма өлөшөнән баш тартып, уны ирекле итергә, ә фонд иҫәбенә күскән аҡсаны ағымдағы пенсияны түләүгә тотонорға кәңәш итә. Дөрөҫ, был ике ведомство әҙерләгән «2030 йылға тиклем Рәсәйҙә пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы»ндағы тәҡдимдәр бының менән генә бөтмәй, һәм, белгестәр фекеренсә, унда бәхәслеләре лә бар. Мәҫәлән, зарарлы предприятиеларҙан фондҡа түләүҙәрҙе арттырыу, «норматив эш стажы» төшөнсәһе лә ҡарала.
Социаль өлкәлә көсөргәнешле хәл барлыҡҡа килтерәсәк тағы ла бер яңылыҡ — Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән 2013 – 2015 йылдарға дәүләт ҡаҙнаһы проекты. Унан күренеүенсә, алдағы өс йылда фаразланған инфляция бюджеттан эш хаҡы алыусыларҙың килемен арттырырға (индексацияларға) мөмкинлек бирмәй. Хәтергә төшөрөп үтәйек: 2008 йылда башланған донъя финанс көрсөгө лә ошондай хәлгә килтереп, был тармаҡ эшсәндәрен фәҡирлек сигенә яҡынайтҡайны. Дөрөҫ, 2010 йылда уларҙың килеме индексацияланды, әммә ул инфляциянан кәмендә икеләтә түбән булды. Үҙ ихтыярын ведомство иҡтисади үҫештең күҙалланғандан аҡрыныраҡ барасағы менән аңлата. Ә инфляция, киреһенсә, юғарыраҡ көтөлә. Мәҫәлән, 2012 йылда ул фараз ителгән 5 – 6 проценттан 7-гә етеүе ихтимал. Дөрөҫ, бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙең артасағы ла иҫәпкә алынған.
Ватан мәғарифын «ҡулайлаштырыу» хәҙер мәктәптәрҙән белем биреүҙең башҡа тармаҡтарына, мәҫәлән, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтарына, юғары уҡыу йорттарына йүнәлеш алған.
Интернетта хәбәр ителеүенсә, Санкт-Петербург ҡалаһынан гимназия директоры Майя Пильдес былай ти: “Элек мәғариф идаралыҡтары кадрҙар һайлап алыу менән шөғөлләнә ине. Хәҙер уларҙың кәрәге ҡалманы, сөнки отчет һорап ултырыуҙан башҡаны белмәйҙәр”. Бюрократтарҙан арынырға кәрәк, әлбиттә. Ләкин эшһеҙ ҡалған педагогтарҙы социаль яҡлау сараларын да табыу зарур бит. Уларҙы ла баҙарға ҡыуырғамы ни?
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереләсәкме? Ошо темаға бәхәс ҡуйырып, Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков менән Дәүләт Думаһының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Андрей Исаев телеэкрандарҙа ла күренеп ҡалды. Был осраҡта Рәсәй сәнәғәтселәре менән Эшҡыуарҙар союзының кодексҡа әҙерләгән төҙәтмәләре тураһында һүҙ бара. Союз президенты Александр Шохин фекеренсә, хеҙмәткә ҡағылышлы был төп документты алда көтөлгән көрсөккә яраҡлаштырыу фарыз. Нимәне күҙ уңында тота эшҡыуар? Эштән бушатыуҙы еңелләштереүҙе, сөнки һөнәри оҫталығы түбән кешеләргә аҡса түләү маҡсатҡа ярашлы түгел. Дөрөҫ, шул уҡ ваҡытта эштән киткәндә түләнәсәк компенсацияны Союз арттырырға вәғәҙә итә.
М. Шмаков менән А. Исаев, өлгөрлөк һәм ниндәйҙер дәрәжәлә ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, «Московские новости» гәзитенә «Три запроса России к Путину» тигән мәҡәлә лә әҙерләп биргән. Уның менән танышыу яҙманың ил башлығын милли лидер булараҡ күрһәтеү өсөн эшләнгәне шик тыуҙырмай. Шулай ҙа мәҡәләнең ҡайһы бер пункттарына туҡталыу урынлы кеүек. Мәҫәлән, авторҙар, Путиндың абруйына таянып, йәшәү минимумын хәҙерге 4612 һумдан 6500-гә еткерергә тәҡдим итә. Үҫеш, күренеүенсә, 900 һумға ла етмәй, ләкин ҡаҙнанан бының өсөн өҫтәмә рәүештә 55 миллиард һум кәрәк икән. Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығында ошо күләмдәге аҡсаның табылырына шик белдерәләр. Мәҡәләлә шулай уҡ ойошма етәкселәренең эш хаҡы проблемаһы ла күтәрелгән, сөнки иң юғары хеҙмәт хаҡы алған был төркөмдөң килеме менән иң аҙ эш хаҡы түләнгән хеҙмәткәрҙәрҙекен сағыштырһаң, айырманың әллә нисә тапҡырға етеүе бер кемгә лә сер түгел.
Ошо айҡанлы Дәүләт Думаһына депутаттар һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау алдынан иғлан ителгән платформаларҙы, вәғәҙәләрҙе иҫкә төшөрөү мөһим. Уларҙың иң күп һәм йыш ҡабатланғаны, әлбиттә, социаль сәйәсәткә ҡағыла. Депутаттарҙан: “Ҡайҙа улар, ҡайһылары ғәмәлгә ашты?” – тип һорағы килә. Дәүләт башлығының һайлаусыларға биргән вәғәҙәләре, белгестәр иҫәпләүенсә, бер триллион һумдан ашыуға торошло. Был хаҡта хатта 7 майҙа указ да донъя күрҙе. Хеҙмәткә түләүҙе, өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә пособиеларҙы, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алынғандарға жалованиеларҙы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына сығымдарҙы, төбәктәргә трансферттарҙы һ.б. арттырыу өсөн өс йылда 1,056 триллион һум бүлеү ҡарала. Мәҫәлән, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә өҫтәмә 182 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ошо айҡанлы август урталарында бер төркөм кеше Хөкүмәт рәйесе Д. Медведевҡа социаль өлкәгә сығымдар артыуға бәйле оборонаға, милли именлеккә һәм эске тәртипте һаҡлауға бүленгән аҡсаны кәметеү кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт ебәрҙе. Ысынлап та, 2012 йылғы ҡаҙнала иң күп сумма әлеге тармаҡтарға тура килеп, үҫеш, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 30 процент самаһы тәшкил итә. Ә 2013 йылға социаль сығымдар күпкә кәметелгән.
Конституцияның 7-се статьяһына ярашлы, Рәсәй — үҙ граждандарының лайыҡлы тормошо өсөн шарттар тыуҙырған социаль дәүләт. Шул уҡ ваҡытта Төп Законда илдең хәрби йәки милли именлек тармағына ҡарата бындай конституцион бурыстар күҙгә салынмай. Тимәк, килем йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек дәрәжәлә тәьмин ителгән юғары власть даирәләре конституцион положениеларҙы онота, кеше ҡайғыһы төштән һуң тигән принциптан сығып эш итеүен һиҙмәй. Күрәһең, Рәсәй Федерацияһында власть – уның күп милләтле халҡы ҡулында тигән Конституциялағы положение был даирәләр өсөн буш һүҙ булып ҡала.
Мәхмүт ХУЖИН.