Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Биләмәләр буйынса бәхәс ҡуҙғатыу һуңғы арала бик көнүҙәк булып китте. Яңыраҡ ҡына АҠШ менән Ҡытай араһында булған ошондай бәхәс башҡа илдәргә лә тарала башланы.

Бәхәсле биләмәләр бәлә килтермәҫме?

Үткән аҙнала Көньяҡ Корея республикаһы президенты Ли Мен Бак эш сәфәре менән Токэсимо утрауында булды. Был утрау Корея республикаһыныҡы иҫәпләнһә лә, уға Япония ла дәғүә итә. Шуға ла Корея етәксеһенең был утрауға эш сәфәре япондар тарафынан ҡаты тәнҡиткә дусар булды. Улай ғына ла түгел, Япония протест белдереп Суэлдан үҙенең илсеһен саҡырып ҡайтартты. Япония был бәхәсле биләмәне БМО ҡарамағындағы халыҡ-ара суд аша ҡайтарып алырға ниәтләнә. Был хаҡта сит ил эштәре министры Коитиро Гэмба белдерҙе.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың Көньяҡ Осетияға эш сәфәре лә Грузия етәкселеге тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. Бынан дүрт йыл элек Грузия бойондороҡһоҙлоҡ яуларға ынтылған Көньяҡ Осетияны көс менән буйһондормаҡсы булып Цхинвалды утҡа тотҡайны. Конфликтҡа Рәсәй ҡыҫылғандан һуң Грузия был биләмәләренән бөтөнләй ҡолаҡ ҡаҡты тип әйтергә мөмкин. Бәрелештә Осетия үҙенең 500-гә яҡын кешеһен, Рәсәй 67 һалдатын юғалтты. Һуғыш тамамланып бер нисә көн үткәндән һуң ул ваҡыттағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Көньяҡ Осетия менән Абхазияны айырым, бойондороҡһоҙ ил булараҡ таныу хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Шул ваҡиғанан алып Рәсәй Грузияның ҡан дошманына әүерелде. Дмитрий Медведев ошо ваҡиғаларҙың дүрт йыллығы айҡанлы Көньяҡ Осетияға барҙы ла инде. Грузия президенты Михаил Саакашвили был биләмәләрҙе ҡасан да булһа ҡайтарып аласаҡтарына ишаралай. Бер айырылған илде яңынан ҡайтарып алыу, ай-һай, бик икеле. Көс ҡулланып баҫып алырға маташҡан хәлдә лә, Рәсәй быға юл ҡуймаясаҡ. Әлбиттә, Саакашвили НАТО менән ҡурҡытып маташа. Шуға ла киләсәктә Грузия төньяҡ альянсҡа инергә дәғүә итә. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәк: әлегә Көньяҡ Осетия менән Абхазияны айырым ил булараҡ Рәсәй менән Венесуэла ғына таныған. Башҡа илдәр, шул иҫәптән туғандаш тип иҫәпләнгән Белоруссия ла быны эшләргә ашыҡмай. 2008 йылда Дмитрий Медведев бындай ҡыйыу аҙымға барып хата эшләмәнеме икән тип икеләнеүселәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, бөгөн Көньяҡ Осетия менән Абхазия айырым ил булараҡ үҫеш юлында. Ә Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренең артабан ни рәүешле үҫеүен ваҡыт күрһәтер.

Фарсы ҡултығы илдәре ҡораллана

Уҙған аҙнала Фарсы ҡултығында хәл-ваҡиғалар бик ҡуйырып китте, һәм быға АҠШ сәбәпсе. Ул һаман да Иранға яҫҡаныуҙан туҡтамай. Барак Обама яңыраҡ ҡына Иранға ҡарата яңы финанс санкциялары ҡабул итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. АҠШ Тегеранды көс менән дә ҡурҡытмаҡсы итә. Шул маҡсатта Фарсы ҡултығында берлектәге ПРО системаһы урынлаштырыу уйы менән яна. Был эш башланды ла инде. Әле апрель айында уҡ Бахрейндың сит ил эштәре министры Фарсы ҡултығы дәүләттәре берләшмәһе советы ҡарары нигеҙендә АҠШ менән берлектә ПРО системаһын урынлаштырыу хаҡында белдергәйне. Фарсы ҡултығы берләшмәһе дәүләттәренә Сәғүд Ғәрәбстаны, Кувейт, Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәре, Бахрейн, Катар, Йәмән илдәре инә. Был илдәрҙең барыһы ла АҠШ “көйөнә бейей” һәм нефть һатыу буйынса төп көндәштәре Иранға ҡарата теш ҡайрай. АҠШ, ошонан оҫта файҙаланып, Фарсы ҡултығы дәүләттәрен Иранға ҡаршы һөсләтә лә инде. Был илдәргә әленән-әле ҡорал һатып, уларҙы көсләндереп тора. Үткән аҙнала АҠШ Кувейтҡа 4,2 миллиард долларлыҡ ҡорал һатасағы хаҡында белдерҙе. Ул башлыса зенит-ракета комплекстарынан тора. Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәренә АҠШ, мәҫәлән, 2 миллиард долларлыҡ ҡорал һатыуға килешеү төҙөгән. Ә һуңғы дүрт йыл эсендә генә ул был илгә 12 миллиард доллар суммаға ҡорал һатҡан. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла Иран йүнәлешенә тоҫҡаласаҡ. Был төбәктә Иран АҠШ агрессияһына япа-яңғыҙ тиерлек көрәш алып бара. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, үткән аҙнала Иранда ер тетрәп, ил бынан байтаҡ ҡына зыян күрҙе. Тәбиғәт ҡазаһынан 500-гә яҡын кеше һәләк булған. Ошондай шарттарҙа АҠШ Иранға ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдергән. Тегеләре, әлбиттә, ярҙамдан баш тартҡан. Иран киләсәктә КНДР кеүек үҙ иленә генә бикләнеп йәшәргә уйлай, күрәһең. Ислам республикаһы етәкселеге киләсәктә Интернет селтәренән дә баш тартырға йыйына.

ЕС Бөйөк Британияһыҙ ни эшләр?

Бар яраштыра, юҡ талаштыра, ти халыҡ. ЕС илдәрендәге финанс кризис байтаҡ ҡына илдәрҙе үҙ-ара низағлаштырып өлгөрҙө. Грецияға ярҙам итә-итә арынылар булһа кәрәк. Германия менән Франция бүлгән аҡса Греция иҡтисадын көрсөктән сығара алмаҫ, ахыры. Италия менән Ирландия, Португалия ла тиҙ генә мандып китә алмаҫҡа оҡшай. Лондондағы Олимпия уйындары көрсөктө бер аҙға оноттороп торһа ла, спорт байрамы тамамланыу менән был проблема йәнә алғы планға килеп сыҡты. Бөйөк Британияла хәҙер ошо хаҡта баш ваталар. Илдең элекке премьер-министры Тони Блэр белдереүенсә, Бөйөк Британияның евро зонаһынан сығыу ихтималлығы бар. Уның фекеренсә, Европалағы берҙәм валюта системаһы айырым илдәрҙең, шул иҫәптән Бөйөк Британияның үҫешенә тик ҡамасаулыҡ ҡына итә. Шуныһы: уның был фекерен илдең байтаҡ ҡына сәйәсмәндәре һәм иҡтисадсылары күтәреп алған. Шуға ла киләсәктә евро берҙәм валютаһының ҡәбергә “инеп ятыуы” ла бар. Германия, Франция, Нидерланд кеүек илдәрҙең генә евро курсын бер үк кимәлдә тотоп тора алыры бик икеле.
Самат Ғәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә