Биләмәләр буйынса бәхәс ҡуҙғатыу һуңғы арала бик көнүҙәк булып китте. Яңыраҡ ҡына АҠШ менән Ҡытай араһында булған ошондай бәхәс башҡа илдәргә лә тарала башланы.
Бәхәсле биләмәләр бәлә килтермәҫме?Үткән аҙнала Көньяҡ Корея республикаһы президенты Ли Мен Бак эш сәфәре менән Токэсимо утрауында булды. Был утрау Корея республикаһыныҡы иҫәпләнһә лә, уға Япония ла дәғүә итә. Шуға ла Корея етәксеһенең был утрауға эш сәфәре япондар тарафынан ҡаты тәнҡиткә дусар булды. Улай ғына ла түгел, Япония протест белдереп Суэлдан үҙенең илсеһен саҡырып ҡайтартты. Япония был бәхәсле биләмәне БМО ҡарамағындағы халыҡ-ара суд аша ҡайтарып алырға ниәтләнә. Был хаҡта сит ил эштәре министры Коитиро Гэмба белдерҙе.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың Көньяҡ Осетияға эш сәфәре лә Грузия етәкселеге тарафынан ҡаты тәнҡитләнде. Бынан дүрт йыл элек Грузия бойондороҡһоҙлоҡ яуларға ынтылған Көньяҡ Осетияны көс менән буйһондормаҡсы булып Цхинвалды утҡа тотҡайны. Конфликтҡа Рәсәй ҡыҫылғандан һуң Грузия был биләмәләренән бөтөнләй ҡолаҡ ҡаҡты тип әйтергә мөмкин. Бәрелештә Осетия үҙенең 500-гә яҡын кешеһен, Рәсәй 67 һалдатын юғалтты. Һуғыш тамамланып бер нисә көн үткәндән һуң ул ваҡыттағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Көньяҡ Осетия менән Абхазияны айырым, бойондороҡһоҙ ил булараҡ таныу хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Шул ваҡиғанан алып Рәсәй Грузияның ҡан дошманына әүерелде. Дмитрий Медведев ошо ваҡиғаларҙың дүрт йыллығы айҡанлы Көньяҡ Осетияға барҙы ла инде. Грузия президенты Михаил Саакашвили был биләмәләрҙе ҡасан да булһа ҡайтарып аласаҡтарына ишаралай. Бер айырылған илде яңынан ҡайтарып алыу, ай-һай, бик икеле. Көс ҡулланып баҫып алырға маташҡан хәлдә лә, Рәсәй быға юл ҡуймаясаҡ. Әлбиттә, Саакашвили НАТО менән ҡурҡытып маташа. Шуға ла киләсәктә Грузия төньяҡ альянсҡа инергә дәғүә итә. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәк: әлегә Көньяҡ Осетия менән Абхазияны айырым ил булараҡ Рәсәй менән Венесуэла ғына таныған. Башҡа илдәр, шул иҫәптән туғандаш тип иҫәпләнгән Белоруссия ла быны эшләргә ашыҡмай. 2008 йылда Дмитрий Медведев бындай ҡыйыу аҙымға барып хата эшләмәнеме икән тип икеләнеүселәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, бөгөн Көньяҡ Осетия менән Абхазия айырым ил булараҡ үҫеш юлында. Ә Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренең артабан ни рәүешле үҫеүен ваҡыт күрһәтер.
Фарсы ҡултығы илдәре ҡоралланаУҙған аҙнала Фарсы ҡултығында хәл-ваҡиғалар бик ҡуйырып китте, һәм быға АҠШ сәбәпсе. Ул һаман да Иранға яҫҡаныуҙан туҡтамай. Барак Обама яңыраҡ ҡына Иранға ҡарата яңы финанс санкциялары ҡабул итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. АҠШ Тегеранды көс менән дә ҡурҡытмаҡсы итә. Шул маҡсатта Фарсы ҡултығында берлектәге ПРО системаһы урынлаштырыу уйы менән яна. Был эш башланды ла инде. Әле апрель айында уҡ Бахрейндың сит ил эштәре министры Фарсы ҡултығы дәүләттәре берләшмәһе советы ҡарары нигеҙендә АҠШ менән берлектә ПРО системаһын урынлаштырыу хаҡында белдергәйне. Фарсы ҡултығы берләшмәһе дәүләттәренә Сәғүд Ғәрәбстаны, Кувейт, Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәре, Бахрейн, Катар, Йәмән илдәре инә. Был илдәрҙең барыһы ла АҠШ “көйөнә бейей” һәм нефть һатыу буйынса төп көндәштәре Иранға ҡарата теш ҡайрай. АҠШ, ошонан оҫта файҙаланып, Фарсы ҡултығы дәүләттәрен Иранға ҡаршы һөсләтә лә инде. Был илдәргә әленән-әле ҡорал һатып, уларҙы көсләндереп тора. Үткән аҙнала АҠШ Кувейтҡа 4,2 миллиард долларлыҡ ҡорал һатасағы хаҡында белдерҙе. Ул башлыса зенит-ракета комплекстарынан тора. Берләшкән Ғәрәб Әмирлектәренә АҠШ, мәҫәлән, 2 миллиард долларлыҡ ҡорал һатыуға килешеү төҙөгән. Ә һуңғы дүрт йыл эсендә генә ул был илгә 12 миллиард доллар суммаға ҡорал һатҡан. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла Иран йүнәлешенә тоҫҡаласаҡ. Был төбәктә Иран АҠШ агрессияһына япа-яңғыҙ тиерлек көрәш алып бара. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, үткән аҙнала Иранда ер тетрәп, ил бынан байтаҡ ҡына зыян күрҙе. Тәбиғәт ҡазаһынан 500-гә яҡын кеше һәләк булған. Ошондай шарттарҙа АҠШ Иранға ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдергән. Тегеләре, әлбиттә, ярҙамдан баш тартҡан. Иран киләсәктә КНДР кеүек үҙ иленә генә бикләнеп йәшәргә уйлай, күрәһең. Ислам республикаһы етәкселеге киләсәктә Интернет селтәренән дә баш тартырға йыйына.
ЕС Бөйөк Британияһыҙ ни эшләр?Бар яраштыра, юҡ талаштыра, ти халыҡ. ЕС илдәрендәге финанс кризис байтаҡ ҡына илдәрҙе үҙ-ара низағлаштырып өлгөрҙө. Грецияға ярҙам итә-итә арынылар булһа кәрәк. Германия менән Франция бүлгән аҡса Греция иҡтисадын көрсөктән сығара алмаҫ, ахыры. Италия менән Ирландия, Португалия ла тиҙ генә мандып китә алмаҫҡа оҡшай. Лондондағы Олимпия уйындары көрсөктө бер аҙға оноттороп торһа ла, спорт байрамы тамамланыу менән был проблема йәнә алғы планға килеп сыҡты. Бөйөк Британияла хәҙер ошо хаҡта баш ваталар. Илдең элекке премьер-министры Тони Блэр белдереүенсә, Бөйөк Британияның евро зонаһынан сығыу ихтималлығы бар. Уның фекеренсә, Европалағы берҙәм валюта системаһы айырым илдәрҙең, шул иҫәптән Бөйөк Британияның үҫешенә тик ҡамасаулыҡ ҡына итә. Шуныһы: уның был фекерен илдең байтаҡ ҡына сәйәсмәндәре һәм иҡтисадсылары күтәреп алған. Шуға ла киләсәктә евро берҙәм валютаһының ҡәбергә “инеп ятыуы” ла бар. Германия, Франция, Нидерланд кеүек илдәрҙең генә евро курсын бер үк кимәлдә тотоп тора алыры бик икеле.
Самат Ғәлиуллин.