Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бергә — киләсәк быуындарҙың бәхете өсөн!”
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирегеҙ, һәләкәткә юл ҡуймағыҙ!
2011 йылдың 4 декабрендә Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлау үтәсәк. Уның яҡынлашыуы тойолмай ҙа, һайлау алды кампанияһы бик һүлпән һәм тыныс бара. Асылда иһә, был — дауыл алдынан була торған тынлыҡ. Ғаиләләрегеҙҙең фәҡирлеккә төшөүенә, ҡышты һалҡын фатирҙарҙа үткәреүгә һәм балаларыбыҙҙың киләсәген юҡҡа сығарыуға юл ҡуймауҙың берҙән-бер ысулы — Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы өсөн тауыш биреү. Беҙ быны һеҙгә иҫбат итәсәкбеҙ.

Һайлауға ниңә барыу зарур?


Үҙ-үҙенә ошондай һорау биргән кешеләр йылдан-йыл арта. Ысынлап та, һеҙ һәм таныштарығыҙ кем өсөн генә тауыш бирһә лә, власть өсөн отошло партиялар һәм кандидаттар еңеп сыға. Һеҙҙең өсөн барыһын да алдан хәл итеп ҡуйғандар икән, бындай тамашала ниңә ҡатнашырға?
Ысынында иһә, был — хаталы ҡараш. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙе һайлау участкаларынан йырағыраҡ тотоу өсөн йәмғиәттең аңына ошо фекерҙе көсләп һеңдерәләр. Халыҡ “барыһын да алдан хәл ителеүенә” ышанмаған урындарҙа тауыш биреү һөҙөмтәләренә күҙ һалығыҙ. Оппозиция Тверь ҡала Думаһына, Иркутск мэрын һәм Свердловск өлкәһендәге күп кенә ҡалаларҙың башлыҡтарын һайлауҙа “власть партияһын” ҡыйратты. 2011 йылдың марты власть өсөн тетрәнеү мәле булды. Был айҙа оппозиция һайлау үткән барлыҡ төбәктәрҙә лә тиерлек, хатта имен Ханты-Манси автономлы округында ла етди хуплау тапты.
Тимәк, ышанысты юғалтҡан бюрократтарҙы административ ресурс та, ялған күрһәткестәр ҙә ҡотҡара алмай. Әммә һайлаусылар сәйәси сарала әүҙем ҡатнашырға тейеш. Һайлау участкаһына килмәйһегеҙ икән, тимәк, үҙегеҙҙең бюллетенде сит кешегә бирәһегеҙ, тигән һүҙ. Һайлауға килегеҙ — алдаҡсыларҙың ғәмәлдәренә кәртә ҡуйығыҙ!
Ниңә оппозиция өсөн тауыш бирергә кәрәк? Телевидение оппозиционерҙарҙан даими көлә. Урындарҙағы башбаштаҡлыҡ менән шөғөлләнергә властың әлегә ҡулы етмәй тип халыҡты ышандырырға тырыша матбуғат. Власть проблемаларҙы хәл итмәһә лә, барыбер “90-сы йылдарҙа тормош насарыраҡ ине”. Һайлау яҡынлашҡан һайын ил етәкселәре, һайлаусыға мөғжизәләр илендәгеләй тормош вәғәҙә итеп, әйтерһең дә, “тылсым эйәһе”нә әүерелә. Әммә иң мөһим нәмәне оноторға ярамай. Сәғәт уҡтары 2012 йыл етеүен белгертеү менән буш хыялдар юҡҡа сығасаҡ.
Иң аңлайышһыҙ реформалар һайлауҙан һуң башлана. Ышанмайһығыҙмы? 2000 йылғы һайлауҙан һуң Хеҙмәт кодексы буйынса хеҙмәткәрҙәргә бөтөн гарантияларҙың бөтөрөлөүен хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. 2004 йылда Президент һайлағандан һуң льготалар аҡсалаштырылды. Власть Президент һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәре ваҡытын арттырһа, 2012 йылға ниндәй реформалар планлаштырылыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Һайлаусылар алдында яуап тотоуҙы мөмкин тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙыу өсөн эшләнмәйме икән был эштәр?
“Реформаторҙарҙың” күптән тикшерелгән, әммә әлегә тормошҡа ашмаған идеяларын 2012 йылда уҡ үҙегеҙҙә тоясаҡһығыҙ. Уларға пенсия йәшен арттырыу, армияға саҡырыу ваҡытын кисектереүҙе кәметеү, хеҙмәт ҡануниәтен ҡәтғиләштереү инә. Олигарх Прохоровтың кисә телендә нимә булһа, иртәгә шуларҙың уҡ закон тексына ла индерелеүе ихтимал. Күсемһеҙ милеккә шундай ҙур яңы һалым индереү көтөлә. Европала йәки Балтик буйы республикаларында ошондай һалымдар иҫәбенә күпме аҡса түләнеүе хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр?
2012 йылдың июлендә “ ҡаҙна учреждениелары реформаһы” тулыһынса үҙен һиҙҙерәсәк. Күләме буйынса уны “льготаларҙы аҡсалаштырыу” менән сағыштырыуҙары осраҡлы түгел. Хәҙер мәктәптәр үҙ-үҙҙәрен ҡарарға тейеш. Бының өсөн кем түләйәсәк? Дөрөҫ — уҡыусыларҙың ата-әсәһе. Мәктәп ихтыяждарына аҡса әүәлерәк тә йыйыла ине. Тик был йыйымдар хәҙер күпкә артасаҡ. Элегерәк аҡса дәүләт ҡаҙнаһынан бүленһә, хәҙер ғаиләләрҙән, йәғни һеҙҙең кеҫәнән сығасаҡ. Төп яңылыҡ — торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тарифтарҙың үҫеүе. Әлегә был үҫеш бер аҙ туҡтатып торолдо, уның ҡарауы, 2012 йылда артығы менән түләтәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта шәхси совет технологик ресурстары булдырыла. Быйыл самолеттарҙың һәм ракеталарҙың һәләкәткә йыш осрауы күҙәтелә. Технологик коллапсты һәр кем тоясаҡ — күп йылдар инде коммуналь инфраструктура ла яңыртылғаны юҡ. Бөтә эш хаҡығыҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн китеп торһа ла, ҡышты һалҡын фатирҙарҙа үткәреү кемгә оҡшар?
Элек “шок терапияһы” менән ҡурҡытҡанда, киләсәктә тағы ла хәүефлерәк хәлдәр көтөүен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Бындай реформаларға көслө оппозиция ғына кәртә ҡуя ала. Донъяның иң имен илдәренә күҙ һалығыҙ. Уларҙың граждандары Президент вазифаһын һәм парламентҡа контролде бер үк партияға бик һирәк ышанып тапшыра. Шуға күрә 4 декабрҙә уйлап тауыш бирегеҙ, киләсәгегеҙҙе ҡотҡарығыҙ, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһын һайлағыҙ!

Ниңә нәҡ Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирергә?


Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы — Кремлдең сәйәси технологтары ҡатнашлығынан тыш ойошторолған берҙән-бер етди партия. Уның кандидаттары Башҡортостандағы бюрократик кландар менән дә бәйле түгел.
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы тәнҡитләп кенә ҡалмай, ул һәр саҡ мәсьәләне хәл итеү юлын тәҡдим итә. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһын яҡлау, тимәк:
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы башбаштаҡлыҡты туҡтатыу. Коммунистар партияһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге яуапһыҙҙар һәм бурҙар өсөн ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза биреү тураһында закон ҡабул итеүгә өлгәшәсәк. Коммуналь хужалыҡтағы енәйәтселәргә көрәш иғлан итәсәкбеҙ! Коммунистар партияһы еңгән осраҡта халыҡҡа коммуналь предприятиеларҙың өҙлөкһөҙ эше гарантияланасаҡ. Был өлкәлә компанияларҙың устав капиталы йыйылған коммуналь түләүҙәрҙән кәм булмаҫҡа тейеш. Капиталь ремонт үткәрелмәгән йорттарҙа йәшәүселәргә һәм бөтөн пенсионерҙарға счетчиктар бушлай ҡуйыласаҡ.
— Балаларҙы наркоманиянан һаҡлау. Наркотик һатыусыларға ҡарата иң юғары яза сараһы күреләсәк, наркомандар мәжбүри дауаланасаҡ!
— Иң кәрәкле тауарҙарға хаҡтар сиген билдәләү. Ябай кешеләр иҫәбенә байығыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ!
— Төбәктә йыйылған һалымдарҙың ҙур өлөшөн баш ҡалаға ебәрмәйенсә, Башҡортостанда ҡалдырыуға өлгәшеү. Баш ҡала чиновниктарына түгел, ә урындағы хеҙмәтсәндәргә ярҙам итеү!
— Халыҡҡа ысын һайлау хоҡуғын кире ҡайтарыу. Губернаторҙар, мэрҙар һәм Федерация Советы ағзалары туранан-тура халыҡ тарафынан, Дәүләт Думаһы депутаттарының яртыһы округтар буйынса һайланасаҡ. Һайлаусыларҙы алдауға юл ҡуймаясаҡбыҙ!
4 декабрҙә һайлауға килегеҙ!
Үҙегеҙгә илде кире ҡайтарығыҙ!
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирегеҙ!

Беҙҙең кандидаттар


Тычинин Андрей Джафарович Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы исемлегендә төбәктең көньяҡ өлөшөн биләгән 4-се Стәрлетамаҡ-Салауат округының төбәк төркөмөнә етәкселек итә. Компьютер программалары эшләү буйынса уникаль предприятиеның ойоштороусыһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге башбаштаҡлыҡты ауыҙлыҡлау, наркотиктар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш һәм республикабыҙҙың башҡа киҫкен мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ҙур башланғыстар авторы. Ул — Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Үҙәк комитетына ағзалыҡҡа кандидат, партияның Стәрлетамаҡ ҡала бүлексәһе коммунисы.
— Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Рәсәй халҡы 5 миллионға кәмегән. Әлбиттә, бының сәбәптәре бихисап. Шуларҙың күпселеге айырыуса күҙгә ташлана. Әйтегеҙ әле, йәштәр наркотиктар һатыусыларҙың тоҙағына эләккән осорҙа күпме бала тапһын? “Гуманлы енәйәт ҡануниәте” тураһында һүҙ алып барыу әүәлгесә телдән төшмәһә лә, һәр уҡыусы тиерлек мәктәптән алыҫ китмәйенсә генә сираттағы дозаны ҡайҙан алырға икәнлеген белә. Үлем язаһы тыйылған икән, ағыу һатыусыларҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итергә кәрәк. Наркомандар — сирле кешеләр, уларҙы мәжбүри дауаларға кәрәк.
Йәштәрҙе буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреүгә ылыҡтырыу зарур. Бөгөн дәүләт ҡатнашлығындағы компаниялар сит ил уйынсыларын һатып алыу өсөн миллиондарса доллар түләй. Ә эшселәрҙең балаларына спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек юҡ. Дәүләт ҡатнашлығындағы структураларға эре спорт командаларын финанслауҙы тыйырға, хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн спорт клубтарына аҡса һалыуҙы дәртләндерергә кәрәк.
Әлбиттә, бының өсөн иң элек дәүләттең ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Минеңсә, дәүләт етәкселегендә Киләсәк быуындар фондын ойоштороу зарур. Ул, Скандинавия илдәрендәге кеүек, нефть килемдәренән бүлеү иҫәбенә финансланасаҡ. Фонд сығымдары тураһындағы мәғлүмәттәр асыҡтан-асыҡ баҫыласаҡ. Ул демография көрсөгөнә ҡаршы көрәш буйынса аныҡ программаларҙы ғына финанслаясаҡ. Шул иҫәптән — балалар баҡсалары төҙөүҙе һәм уларға булышлыҡ итеүҙе лә. Әлегә йәш ғаиләләр тыуым күрһәткестәренең отчет биреү өсөн бюрократтарға ғына кәрәклеген тоя. Ләкин намыҫһыҙ чиновниктар сабыйҙарҙың яҙмышына битараф. Хәлде үҙгәртеү зарур.
Кескәй атайсалымдың (ҡайһы бер Европа дәүләттәренән ҙурыраҡ булған республикаға ҡарата бындай һүҙҙе ҡулланырға мөмкин булһа) проблемаларына битараф ҡала алмаған өсөн дә сәйәсәткә аяҡ баҫтым. Атайым ошо ерҙә тыуған, туғандарым ошонда йәшәй. Бында ғына үҙемде өйҙәгеләй хис итәм. Әлбиттә, эшем буйынса күп ваҡытты Башҡортостандан ситтә үткәрергә мәжбүрмен. Компаниям мәғлүмәт технологиялары, йәғни “инновациялар” менән шөғөлләнә. Рәсәй өсөнсө донъя илдәре сафындағы сеймал ҡушымтаһы рәүешендә түгел, ә юғары технологиялар етештереүсе булараҡ билдәлелек яуларға тейеш, тип ышанам.

***

Ющенко Александр Андреевич Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы исемлегенең 3-сө Өфө-Бөрө округының төбәк төркөмөнә етәкселек итә.
Ул 1969 йылдың 19 ноябрендә Белорус ССР-ының Гомель өлкәһендә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
1972 йылда ғаилә, атаһының яңы хеҙмәт урынына ебәрелеүе сәбәпле, Мәскәүгә күсә. Бында А.А. Ющенко урта мәктәпте тамамлай. 1987 йылда Можайский исемендәге Хәрби йыһан академияһына (Ленинград) “Осоу аппараттарына автоматлаштырылған идара итеү” факультетына уҡырға инә.
А.А. Ющенконың сәйәси эшмәкәрлеге Ленинград телевидениеһының билдәле алып барыусыһы, бөтә илгә танылыу яулаған патриотик һәм Ельцинға ҡаршы программалар ойоштороусы Александр Невзоровтың ижади төркөмөндә башлана. Мәскәүҙәге хәбәрсе пунктына А.Г. Невзоровтың “600 секунд” һәм “Ҡырағай ялан” (“Дикое поле”) программаларын сығарырға ярҙам итә. Ижади төркөм менән берлектә 1993 йылғы ваҡиғалар осоронда ҡамауға алынған Советтар йортонан репортаждар әҙерләүҙә ҡатнаша. Ошонда А.А. Ющенко Г.А. Зюганов менән таныша. Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы булараҡ Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһына мәғлүмәт йәһәтенән тейешле ярҙам күрһәтә.
1995 йылда А.А. Ющенко партия һәм уның лидеры эшмәкәрлеген мәғлүмәт менән тәьмин итеүсе командаға инә. Бер нисә тапҡыр Г.А. Зюганов менән Камчатканан алып Калининградҡа тиклем бөтә илде йөрөп сыға.
Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы һәм Коммунистар партияһының Дәүләт Думаһындағы фракцияһында Г.А. Зюгановтың матбуғат секретары булып эшләгәндә федераль, шулай уҡ төбәк кимәлдәрендә партияның күпселек һайлау кампанияларын үткәреүҙә ҡатнаша, федераль һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәтселек менән бәйләнеш өсөн яуап бирә.
2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай. Политология һәм сәйәси идара кафедраһында уҡый.
2004 йылда Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Президиумы ҡарары менән Компартиянан президентлыҡҡа кандидат М.Н. Харитоновтың һайлау штабына эшкә ебәрелә, унда мәғлүмәт-аналитика йүнәлешенә етәкселек итә. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты рәйесенең матбуғат секретары эшен партияның Дәүләт Думаһындағы фракцияһының матбуғат хеҙмәте эшмәкәрлегенә етәкселек итеү менән берлектә алып бара.
2007 йылда Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы осоронда Бүрәт Республикаһындағы һайлау штабына етәкселек итә, 2007 йылдың декабрендә Бүрәт Республикаһының Халыҡ Хуралы депутаты итеп һайлана. 2008 йылда партияның Бүрәт Республикаһы Халыҡ Хуралындағы фракцияһына етәкселек итә һәм ҡаҙна буйынса комитет ағзаһы була.
Әле А.А. Ющенко — партияның Үҙәк Комитеты ағзаһы. Фракцияның матбуғат хеҙмәтенә етәкселек итә, Г.А. Зюгановтың матбуғат секретары булып эшләй.
Спорт менән мауыға. Бокс буйынса спорт разрядына эйә.
Өйләнгән, улы бар.

***

Колесников Сергей Геннадьевич — Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа Стәрлетамаҡ-Салауат округы буйынса кандидат.
— Үҙемде белгәндән алып һәр саҡ бик күп һәм көсөргәнешле эшләргә тура килде. Бала саҡтан уҡ атай-әсәйем хеҙмәткә өйрәтте. Ҡышҡы һалҡында Күмертауҙағы Тау техникумына уҡырға барыу өсөн автобусҡа тиклем ете саҡрымды йәйәүләп үтеүҙең, ҡыш асыҡмаҫ өсөн 70 сутый ергә картуф сәсеүҙең нимә икәнен яҡшы беләм. Ҡапыл беҙҙе ситкә этәргән Үзбәкстандан ҡасаҡ булырға ла тура килде. Ярай әле, үҙемдең һәм ғаиләмдең ҡайтыр ере бар ине. Атайым Геннадий Яковлевич Колесников Күмертауҙа тыуған икенсе бала була. Әсәйем бик яҡшы кеше, бөтә ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә арнай. Атайым — яҡшы белгес-авиатөҙөүсе. Мин предприятиела өйрәнсектән алып генераль директорға тиклем хеҙмәт юлы үттем. Зарланырлыҡ түгел кеүек. Әммә Советтар Союзының тарҡалыуын шәхси фажиғәм кеүек кисерәм. Советтар Союзы йәшәһә, тормошобоҙ бөгөнгөләй булыр инеме ни? Балаларыбыҙ аҙым һайын һыра, араҡы һәм наркотик менән осрашыр, ниндәй хаҡҡа һәм ниндәй белем алыр, уҡыуҙы тамамлағас эш табырмы тип борсолор инекме? Советтар Союзында халыҡ шулай йәшәнеме ни? Тап шуға күрә мин дә, ғаиләм дә Советтар Союзының тарҡалыуын фажиғә рәүешендә ҡабул итәбеҙ.
Әммә, икенсе яҡтан, ҡайғырып ҡына мәсьәләне хәл итеү мөмкин түгел, хәҙерге шарттарҙа нисек йәшәү хаҡында уйланырға кәрәк.
Күреүегеҙсә, әлеге власть илебеҙҙәге һөнәри белем биреү өлкәһен тулыһынса емерҙе тиерлек. Иҡтисадсылар, менеджерҙар һәм юристар бик күп, ә эшсе профессионалдар әҙерләү юҡҡа сыҡты. Йәштәребеҙҙең аңына телевизор аша офиста кофе эсеп, күпләп аҡса алған уңышлы менеджер образын һеңдерҙеләр. Шуға күрә йәштәрҙең күбеһе менеджер булырға ынтыла. Бөгөн аяҡ кейемен төҙәтерлек белгес табып булмай, машинаны йүнәтеү хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Был ҡытлыҡ етәкселәребеҙ тарафынан яһалма булдырылған. Төрлө һөнәрҙәр буйынса эшсе-белгестәр әҙерләү уларға ниңә кәрәк? Авиасәнәғәт көрсөккө батҡан, станоктар эшләү юҡҡа сыҡҡан, комбайндар сығармайбыҙ тиерлек, магазиндағы телевизорҙар сит илдән килтерелгән, төҙөлөш кенә бер аҙ алға бара. Әммә унда ситтән килеүселәр эшләй. Беҙгә нимә ҡала һуң? Власть беҙгә һәм балаларыбыҙға нимә ҡалдырҙы? Һыра, араҡы, наркотиктар, сериалдар һәм шәмбе кистә күңел асыу программаларын. Әммә бының менән килешәбеҙме? Мин — юҡ. Шуға күрә үҙебеҙҙең автоүҙәктә фекерҙәштәрем менән бергә бер нисә йүнәлеш буйынса йәш белгестәр әҙерләү үҙәген астыҡ. Беҙҙә автослесарҙар, автоэлектрсылар, ҡалайсылар, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәр һ.б. әҙерләнә. Беҙгә эшселәр, оҫталар кәрәк. Быға ышанам. Тик эш кешеһенең хеҙмәте Советтар Союзындағы кеүек үк хөрмәткә һәм абруйға лайыҡ булырға тейеш.
Әле беҙҙе Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына әйҙәйҙәр. Бынан нимә алырбыҙ? Абрамович та, Дерипаска ла түгел, ә беҙ — ябай кешеләргә бының файҙаһы булырмы? Бразилиянан ит һәм Американан тауыҡ боттары пошлинаһыҙ киләсәк, тимәк, беҙҙең ауыл хужалығы бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Был һеҙгә кәрәкме? Тотонолған сит ил автомобилдәрен пошлинаһыҙ индерәсәктәр, тимәк, Рәсәйҙә автомобиль сәнәғәте юҡҡа сығасаҡ. Нефть һәм газ менән сауҙа итеүселәребеҙ отасаҡ. Әммә улар әле лә яҡшы йәшәй. Иҡтисади көрсөк кисергән Европа отасаҡ. Үҙҙәренең проблемаларын беҙҙең иңгә һаласаҡтар. Илебеҙҙә һуңғы етештереү юҡҡа сығасаҡ, ә Европа үҙенекен һаҡлап ҡаласаҡ. Был беҙгә кәрәкме?
Идара итеүсе партия ҡайҙа алып бара? Упҡынға. Был упҡынға барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” үҙе лә ҡолаясаҡ. Был хәлдән сығыу юлы бар. Ул — “Берҙәм Рәсәй”ҙе Дәүләт Думаһындағы конституцион күпселектән мәхрүм итеү, уға халыҡ һәм оппозиция фекерен иҫәпкә алмайынса “сәйер” закондар сығарыуға юл ҡуймау. Бының өсөн барыбыҙға ла һайлауға килеп, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирергә кәрәк. Илебеҙҙе иҡтисади көрсөктән сығарыу, уны донъяла ихтирам ителгән дәүләткә әүерелдереү, ә халҡыбыҙҙы иң белемле һәм бәхетле итеү юлын беҙ беләбеҙ. Барыбыҙ ҙа балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ өсөн йәшәйбеҙ. Ейәндәрем әлегә юҡ, әммә булыр тип ышанам. Мәкерле “үгәй әсә” түгел, ә хәстәрлекле һәм аҡыллы атай булырлыҡ ғәҙел һәм лайыҡлы йәмғиәт һәм дәүләт төҙөй аласағыбыҙға иманым камил. Коммунистар партияһында быны тормошҡа ашырыу юлын беләбеҙ. Халыҡҡа хаҡлы рәүештә эйә булған нефть һәм газды, ер һәм һыуҙы уға кире ҡайтарасаҡбыҙ. Беҙгә дөйөм национализация кәрәк. Әммә беҙгә лә, партиябыҙға ла ярҙамығыҙ кәрәк. Һайлауға килегеҙ. Ул 4 декабрҙә үтәсәк. Һайлау исемлегендә беҙ “4” һаны аҫтында. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы өсөн тауыш бирегеҙ.

***

Мөхәмәтов Радик Талха улы, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Учалы ҡала комитетының беренсе секретары, 1959 йылда тыуған, партияның кандидаттар исемлегендә Стәрлетамаҡ-Салауат һайлау округы буйынса күрһәтелә.
Радик Талха улы сағыу хеҙмәт биографияһына эйә, Ватан машиналар эшләү комплексын аяҡҡа баҫтырыу юлдарын яҡшы белә.
Радик Талха улы Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән. Барлыҡ ғүмерен тыуған районына арнаған. Төмән индустриаль институтын (“Машиналар эшләү технологияһы, металл ҡырҡыу станоктары һәм инструменттары”специальносы буйынса механика факультетын) тамамлағандан һуң, Учалы ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Урман машиналары эшләү заводында, ҡойоу-механика заводында баш инженер булып эшләй. Әле “Учалы тау-машиналар эшләү альянсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Мөхәмәтов иптәштең фекеренсә, бөгөн етештереүҙе аяҡҡа баҫтырыу дәүләттең төп бурысы булып тора, сөнки Рәсәй сәнәғәте көрсөк кисерә.
— Илдәге һәм республикалағы емереклек иң юғары дәрәжәһенә етте, — ти Радик Талха улы. — Республикабыҙ биләмәһендә генә бер нисә тиҫтә эре һәм уртаса машиналар эшләү предприятиеһы юҡҡа сыҡты. Күп кенә заводтар көрсөктө үткәрә алманы. Хосусилаштырыу программаһы сәнәғәт заводтарының киләсәгенә нөктә ҡуйҙы. Ошо осорҙа йөҙҙәрсә предприятие арзан хаҡҡа һатылды, таратылды, келәт биналары, офис үҙәктәре торлаҡ итеп үҙгәртелде.
Тотош сәнәғәтебеҙгә, шул иҫәптән машиналар эшләү тармағына ла ҡеүәтле баҫым яһалды. Уның кире эҙемтәләре Рәсәйҙең киләсәгендә сағыласаҡ, тип иҫәпләй Мөхәмәтов. Үҙебеҙҙең етештереүсе ҙур зыян күрҙе.
— Машиналар эшләү тармағында етештереүҙең кәмеүе шарттарында Рәсәйҙә сығарылған йәки сығарыу мөмкинлеге булған техниканы сит илдән һатып алыуҙы сикләү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, — тип һүҙен дауам итә Радик Талха улы. — Был етештереү ҡеүәттәрен тулы көсөнә эшкә ҡушыу һәм яҡын сит илдәр һәм элекке Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы илдәре менән өҙөлгән етештереү-кооперация бәйләнештәрен ҡайтанан яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡеүәте илдең етештереү аппаратын техник яҡтан ҡайтанан ҡоралландырыу мөмкинлеген биргән машиналар эшләү комплексы тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур. Алдағы һайлауҙа еңһәк, дөйөм тырышлыҡ менән маҡсатыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ.

***

Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы — Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа Өфө-Бөрө округы буйынса кандидат, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Иглин район комитетының беренсе секретары.
— Ауыл хужалығында 32 йыллыҡ эш стажым бар. Мин — фермер, йәғни ауыл хужалығы етештереүенә етәкселек итәм, холҡом буйынса оптимист, әммә әлеге шарттарҙа ауыл өсөн ҡотолоу юлын күрмәйем. Ғәйәт ҙур фермалар төҙөү буйынса тәҡдим ителгән пландар бөгөнгө социаль-иҡтисади шарттарҙа көрсөккә килтерәсәк. Әлбиттә, бындай пландар эре милекселәр өсөн бик отошло. Беҙҙә 25 гектарлыҡ ерҙә “Агрогалс” фирмаһы ойошторолған. Инвестор сифатында ул 1 миллиард һум самаһы аҡса алды. Бөгөн фирма бөлгөнлөк сигендә. Вәғәҙә ителгән эш урындары, үҫешкән малсылыҡ ҡайҙа һуң, тигән һорау тыуа.
Артабан. Бер литр солярканың үҙҡиммәте 1 һум 80 — 2 һум 50 тин, ә беҙ уны 10 — 14 тапҡырға ҡиммәтерәккә һатып алабыҙ. Дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ, ул банктарға һәм олигархтарға ғына булышлыҡ итә.
Республикабыҙҙа ла хәлдең шулай булыуы берәүгә лә сер түгел. Сит ил ауыл хужалығы техникаһын әйтелгән хаҡтан күпкә ҡиммәтерәккә һатып алдыҡ. Быйылғы ураҡ бындай эшмәкәрлектең һөҙөмтәләрен асыҡ күрһәтте. Уңыш мул булды, әммә йыйырға техника ғына булманы. МТС-тағы техника, запас частар булмау сәбәпле, йүнәтелмәне. Белоруссия 10 миллион кешегә 30 мең сифатлы трактор сығара, ә беҙ, донъялағы ҡара тупраҡлы ерҙең 50 процентын биләүгә ҡарамаҫтан, 140 миллион халыҡҡа — 1 600! Айырма бармы? Өҫтәүенә, быйыл келәттәр етмәне, сөнки күптәре емерек хәлдә ине. Уңдырышлы ерҙәр, оҫта кадрҙар булһа ла, үҙебеҙҙе туйындыра алмайбыҙ. Беҙ Америка ҡолдарына әүерелдек.
Башҡортостанда ауыл хужалығы министрҙары ете тапҡыр алмашынды. Улар бер ҡасан да профессиональ сифаттары буйынса һайлап алынмай.
Ауыл хужалығы етештереүен йылдам үҫтереү тураһында уйланһалар, үҙебеҙҙә сәскестәр етештереүҙе үҙләштерерҙәр ине. Әммә Рәсәй Хөкүмәтенә был кәрәкмәй. Улар беҙҙе талау маҡсатын ҡуя. Халыҡ араһында хәл киҫкенләшә. Беҙгә асыҡтан-асыҡ сығыш яһарға һәм ҡәтғиерәк эш итергә кәрәк.

***

Ғәҙиев Рәүф Сәйетғәли улы — Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа Өфө-Бөрө округы буйынса кандидат, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Шишмә район комитетының беренсе секретары.
1952 йылдың 20 мартында Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Иҫке Муса ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Атаһы — Ғәҙиев Сәйетғәли Миңғәли улы 1912 йылда тыуған, шофер булып эшләгән, 1988 йылда вафат булған. Әсәһе — Ғәҙиева Мөслимә Миңлеғилем ҡыҙы 1920 йылда тыуған, 1956 йылда вафат булған.
— 1959 йылда Иҫке Муса ауылына I класҡа уҡырға барҙым, 1969 йылда ошо мәктәпте тамамланым. Мәктәптең пионер һәм комсомол ойошмаларында тәрбиәләндем, комсомол ойошмаһы секретары итеп һайландым. 1969 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға индем, уны 1974 йылда тамамланым. 1974 — 1976 йылдарҙа Ибраһим һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләнем. 1976 йылда ВЛКСМ-дың Шишмә район комитеты секретары, бүлек мөдире итеп һайландым. 1978 йылда “Большевик” колхозының партком секретары булдым, сентябрҙә Совет Армияһы сафына саҡырылдым. 1980 йылда запасҡа сығарылдым. 1980 — 1991 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетында инструктор, бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире, II секретарь булып эшләнем. КПСС-тың район комитеты ағзаһы, бюро ағзаһы, халыҡ депутаттарының ике саҡырылыш Шишмә район Советы депутаты итеп һайландым. 1992 — 1997 йылдарҙа “Восток” банкы филиалы, “Шәреҡ” коммерция банкы директоры булып эшләнем. 1997 — 1998 йылдарҙа “Восток” фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Шишмә төбәк филиалы директоры булдым. 1998 йылда Шишмә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. 1999 — 2000 йылдарҙа район мәҙәниәт һарайының этнография музейы директоры, СТИ үҙәгенең етештереү-техник бүлеге начальнигы урынбаҫары, директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары, учреждение директоры булып эшләнем. 2011 йылдың майында пенсияға сыҡтым.
Ике ул тәрбиәләнем.

***

Герасимов Данила Андреевич 1983 йылда Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәптә уҡығанда йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа еңеүсе була.
1999 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы 153-сө лицейҙың XI класына уҡырға килә. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен дауам итә. Республикала төрлө ойошмалар өсөн тәүге Интернет-сайттар эшләүселәрҙең береһе була. Шәхси һәм корпоратив компьютерҙарҙы, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, алдынғы мәғлүмәт технологияларын һәм компьютер техникаһын үҙләштереүҙә граждандарға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнгән йәштәр йәмәғәт ойошмаһын төҙөй һәм уға етәкселек итә. Психология, философия, сәйәсәт менән мауыға башлай. 2000 йылда лицейҙы көмөш миҙалға тамамлай, Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робот техникаһы факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшыра. 2001 йылдан 2005 йылға тиклем белем ала һәм бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортоноң мәғлүмәт технологиялары бүлегендә инженер була. Электрон дәреслектәр һәм ҡулланмалар әҙерләү технологияһын эшләй. 2004 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының студенттар һәм аспиранттар профкомы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Студенттарҙың төҙөлөш отрядтарын тергеҙә, Шаяндар һәм тапҡырҙар клубтарын, волонтерлыҡ хәрәкәтен үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында социаль хәйриә акциялары, дауаханаларҙағы балалар өсөн Яңы йыл менән ҡотлау сараларын ойоштора. “СССР” республика йәштәр музыка фестивален ойоштороусыларҙың береһе була. 2008 йылдан — Башҡортостан комсомолы лидеры. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының йәштәр сәйәсәте буйынса республика комитеты секретары итеп һайлана. 2008 йылдан Дәүләт Думаһы депутаты Ю.В. Афониндың ярҙамсыһы. Һайлаусылар менән даими эш алып бара.

***

Старов Вадим Николаевич — Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе. Депутат.
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаһын файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса советҡа инә. 1979 йылда тыуған. 1998 йылда Өфө энергетика колледжын, ә 2003 йылда “Юриспруденция” специальносы буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2009 йылда Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Рәсәй Дәүләт хеҙмәте академияһында “Дәүләт һәм муниципаль идара” специальносы буйынса уҡый. 2003 йылдан алып хоҡуҡ, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә эшләй. Эшҡыуарлыҡты яҡлауҙың аналитика агентлығында директор, адвокаттарҙың Башҡортостан округ коллегияһы рәйесе ярҙамсыһы була. Тәжрибәле юрист булараҡ, Вадим Старов ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрендә һайлаусыларға күп тапҡыр ярҙам итә. Тауар һатып алғанда, хеҙмәт күрһәткәндә халыҡтың хоҡуҡтары тураһында консультация биреүҙән баш тартмай. Алданған ҡулланыусыларҙы яҡлау буйынса бер нисә суд эшендә ҡатнашып, еңеп сыҡты. “Рәсәй таянысы” Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы.

***

Шөғөров Рәсүл Иғдислам улы 1950 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Хәлил ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт. Юғары белемле.
1967 йылда Хәлил урта мәктәбен тамамлаған, Йылайырҙың 28-се ауыл һөнәри техник училищеһында ветеринар фельдшер специальносына эйә була. 1965 йылда Ленин комсомолы сафына баҫа. 1968 йылдан 1970 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә. Батальон часында комсомол комитеты секретары итеп һайлана. 1971 йылда КПСС сафына инә.
1971 йылда ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында инструктор итеп тәғәйенләнә, 1972 йылда “Заветы Ильича” колхозында ВЛКСМ комитеты секретары, унан һуң Амангилде ауылында партком секретарының тау-урман зонаһы буйынса урынбаҫары итеп һайлана. 1974 — 1975 йылдарҙа ошонда эшләй. 1975 — 1979 йылдарҙа Силәбе совет-партия мәктәбендә уҡый. Бында курстың партия ойошмаһы секретары була. 1977 йылдан 1979 йылға тиклем — Шайморатов исемендәге колхоздың партком секретары, 1979 йылдан 1981 йылға тиклем — Йәнгел совхозы парторгы, 1981 йылдан 1982 йылға тиклем ХХI партсъезд исемендәге колхоз рәйесенең Буранғол ауылы тау-урман зонаһы буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1982 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз идараһы рәйесе итеп һайлана. 1984 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай.
1987 йылдан 1990 йылға тиклем — “Красная Башкирия” совхозы директоры урынбаҫары, идарасыһы. 1990 йылдың мартында Т.Т. Кусимов исемендәге колхоз идараһы рәйесе итеп һайлана, ә 1992 йылдың авгусында Халыҡтар дуҫлығы орденлы “Урал” совхозы директоры итеп тәғәйенләнә. 6-сы бер мандатлы Сибай һайлау округы буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланғанға тиклем ошо вазифала эшләй. Беларусь һәм Рәсәй союздарының Партламент Йыйылышы депутаты була. Хөкүмәт наградалары: “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә”, “Өлгөлө хеҙмәт өсөн”, “Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә” миҙалдары, “Тажикстандағы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән.
Әбйәлил районы муниципаль районы депутаты — 16-сы һайлау округы.
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Әбйәлил район комитетының беренсе секретары. Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссия ағзаһы, үҙәк идара етәксеһе кәңәшсеһе.
Ҡатыны: Шөғөрова Луиза Нуретдин ҡыҙы, 1953 йылда тыуған, пенсионер.
Ике ейәнсәренең — 2001 йылда тыуған Ғилманова Линараның һәм 2008 йылда тыуған Ғилманова Регинаның опекуны. Уларҙың әсәһе 2009 йылда вафат булған.
Атаһы: Шөғөров Иғдислам Мөхәмәт улы, 1928 йылда тыуған, пенсионер.
Туғаны Вәсимә — Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында уҡытыусы.
Туғандары Булат һәм Ғилметдин үҙ ғаиләләре менән йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373