Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныс – иң лайыҡлыға
Ышаныс – иң лайыҡлығаҮҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Владимир Путин һайлаусыларҙың 76 проценттан ашыу тауышын йыйған. Был — абсолют рекорд. 2012 йылғы һайлауҙарҙа Владимир Владимировичтың күрһәткесе 63,60 процент ине. Тимәк, йылдар үтеү менән халыҡ илдә алып барылған сәйәсәттең дөрөҫлөгөнә, аныҡлығына һәм асыҡлығына нығыраҡ ышана. Иң мөһиме, шуны танырға кәрәк: һуңғы ваҡытта Рәсәй тирәләй ҡуйырған шау-шыу халыҡты берләштергән генә — һайлаусыларҙың 75,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәүе – быға асыҡ дәлил.


Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостан халҡы ла һәр ваҡыттағыса әүҙемлек, сәйәси уяулыҡ күрһәтте. Халыҡтың күпселеге төшкә тиклем үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәйне инде. Тауыш биреүҙе үткәреүселәр ҙә мөһим сараны күркәм, иҫтә ҡалырлыҡ итеү маҡсатында күп көс һалды: участкаларҙа концерт, сәй табыны, сауҙа ойошторолдо. Иң мөһиме – һайлауҙа ғәҙеллекте, граждандарҙың хоҡуғын тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелде.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 75,45 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса Владимир Путин өсөн — 77,69, Павел Грудининға — 12,09, Владимир Жириновскийға — 5,03, Ксения Собчакка — 1,26, Максим Сурайкинға — 0,89, Григорий Явлинскийға — 0,84, Сергей Бабуринға — 0,69 һәм Борис Титов өсөн 0,69 процент тауыш бирелгән. Һәр ваҡыттағыса, райондар ҙур әүҙемлек күрһәткән. Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Саҡмағош, Салауат, Шаран яҡтарында күрһәткес айырыуса һәйбәт — 90 проценттан ашыу. Ҡалалар араһында Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Күмертауға етеүсе булмаған: уларҙағы тауыш биреү участкаларына һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы килгән.
Әйткәндәй, тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың һайлау участкаларында 11993 күҙәтеүсе эшләне. Сәйәси сара барышын Даниянан, АҠШ-тан, Финляндиянан, Италиянан, Төркиәнән, Швециянан, Швейцариянан, Польшанан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан килгән 24 халыҡ-ара вәкил дә ҡараны.
Ил буйынса күрһәткестәргә күҙ һалайыҡ. Гәзиткә ҡул ҡуйылған мәлдә мәғлүмәттәр ошолай ине: Владимир Путин өсөн — 76,68, Павел Груди­нинға — 11,78, Владимир Жиринов­скийға — 5,65, Ксения Собчакка — 1,68, Григорий Явлинскийға — 1,05, Максим Сурайкинға — 0,68, Сергей Бабуринға — 0,65 һәм Борис Титов өсөн 0,76 процент тауыш бирелгән. Һуңғы һө­ҙөмтәләр 29 марттан да һуңламай билдәле буласаҡ. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: Президент һайлауҙың икенсе туры булмаясаҡ. Халыҡтың күпсе­леге Владимир Путинды ил башлығы итеп күрергә теләүен белдерҙе. Әйткәндәй, Владимир Владимирович өсөн тауыш биргән төбәктәр араһында иң юғары күрһәткес Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһына — 93,38 процент, Ҡырым менән Севастополгә — 92 проценттан ашыу — тура килә.
18 марттан 19-ына ҡарай төнөн Владимир Путин Мәскәүҙә Манеж майҙанында митингта сығыш яһап, үҙе яҡлыларға һайлауҙа терәк булғандары өсөн рәхмәт әйтте. “Һеҙҙең ышанысығыҙҙа һуңғы йылдарҙа бик ҡатмарлы шарттарҙа башҡарылған эштәрҙең танылыуын күрәм. Тимәк, халыҡтың көсөргә­нешле, яуаплы һәм тағы ла һөҙөм­тәлерәк эшләребеҙгә ышанысы бар. Ошондай ҡеүәтле, күп миллионлы командабыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙе уңыш көтә”, — тине Владимир Путин.
Артабан Владимир Владимирович үҙенең һайлау штабында булды һәм яңы Хөкүмәт ойоштора башлау хаҡында иғлан итте. Инаугурация 7 майға тәғәйенләнгән.



Рөстәм ХӘМИТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:


– Илебеҙҙә һайлау ойошҡан рәүештә үтте, халыҡ әүҙем ҡатнашты. Бөгөн яҡынса һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы буйынса халыҡтың 67 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан. Был, әлбиттә, ярайһы уҡ ҙур һан. Бөтә кимәлдәге власть, йәмәғәтселек, сәйәси партиялар ҙур эш башҡарҙы. Шул уҡ ваҡытта был һандың киләсәктә етди бурыстар йөкмәтеүен дә аңлайбыҙ.
Республикабыҙға килгәндә, халыҡ беҙҙә әүҙемерәк булған – 75,4 процент. Ҡалалар яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Граждандарыбыҙ һайлауға ҙур әһәмиәт бирҙе, илебеҙ киләсәгендә, сәйәси көн тәртибен төҙөүҙә ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Президентлығына кандидаттарҙың һөҙөмтәләренә килгәндә. Рәсәйҙең ғәмәлдәге Президенты Владимир Владимирович Путин ышаныслы еңеү яуланы. Башҡортостанда ҡала халҡы ла, ауылдағылар ҙа Владимир Владимировичты, уның сәйәсәтен, һуңғы алты йылдағы эшен әүҙем хупланы. Бындай һөҙөмтәләр власҡа өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтә. Кешеләр властың мәсьәләләрҙе артабан да хәл итеүен теләй. Граждандарыбыҙҙың талаптары кәмемәй, йәшәү сифатын яҡшыртыу күҙлегенән улар тағы ла арта төшәсәк.
Иҫкәрмәләр менән етешһеҙлектәрҙең бик аҙ булыуы тураһында ла әйтергә кәрәк. Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау барышында ялыуҙарға ярайһы уҡ әүҙем аңлатма бирҙе. Минеңсә, бөтә мәсьәләләрҙең айышына төшөндөләр.
Ҡыҫҡаһы, Башҡортостанда һайлау тағы ла бер тапҡыр йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген, ғәмәлдәге, хәҙер инде киләһе алты йылға Президентты хуплауыбыҙҙы сағылдырҙы. Владимир Владимирович Путин өсөн үҙ тауышын биргән 1 миллион 780 мең кеше яңы ҡарарҙар, алға табан барыуҙың өр-яңы алымдарын һәм ахыр сиктә иҡтисадтың үҫешен көтә.
Башҡортостан Республикаһында ысын һайлау мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүенә иманым камил. Күреүебеҙсә, ил буйынса бер нисә төбәк һайлауҙа ҡатнашыу йәһәтенән дә, ғәмәлдәге Президенттың һөҙөмтәләре күҙлегенән дә әүҙем булды. Әлбиттә, Башҡортостан һөҙөмтәләре 2012 йылға ҡарағанда яҡшыраҡ, әммә ҡайһы бер төбәктәр менән сағыштырғанда тиҫтәләрсә процентҡа түгел.
Республикала һайлау ойошҡан рәүештә һәм легитим үтте, тигән фекерҙәмен. Барыһы ла закон нигеҙендә тормошҡа ашырылды, был – иң мөһиме.
Һайлаусылар ғәмәлдәге Президенттың курсын хупланы. Халыҡ вәкәләттәренең яңы срогында Президент, һис шикһеҙ, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итер тип ышана.
Ғәмәлдәге Президент үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә илдәге өр-яңы социаль сәйәсәт тураһында ярайһы уҡ күп һөйләне. Был иң элек һаулыҡ һаҡлау проблемаларына, белем биреү мәсьәләләренә ҙурыраҡ иғтибар биреүгә бәйле.
Башҡортостан Республикаһы сағыштырмаса күптән түгел генә 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһын төҙөнө. Беҙҙең һандар, нигеҙҙә, Мөрәжәғәтнамәлә билдәләгән йүнәлештәргә тура килә. Финанс мөмкинлектәр, билдәләнгән маҡсаттар күҙлегенән киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Беҙ был маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ. Башҡа юлыбыҙ юҡ.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Һайлау һөҙөмтәһен көтөлмәгән хәл тип әйтеп булмай. Ҙур өҫтөнлөк менән беренсе турҙа уҡ ғәмәлдәге Президент Владимир Путин еңеү яуланы, коммунистар һәм ЛДПР аҡ­һаҡалы Жириновский үҙ тауыштарын йыйҙы. Башҡа кандидат­тарҙың һөҙөмтәләре бер аҙ аптыратты – ҡайһы берәүҙәр бер процент һәм унан да аҙыраҡ тауыш йыйған. Шул уҡ ваҡытта улар сәйәсәттә яңы кеше түгел, һайлау алды кам­па­ния­һын әүҙем алып барҙы, дебаттарҙа даими ҡатнашты, киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә сығыш яһаны.
Республика һайлаусыларының Владимир Путиндың сәйәси курсына тағы ла ихтирам һәм ышаныс күрһәтеүе ҡыуандырҙы. Һайлау һө­ҙөмтәһе сәйәси кәйефте, йәм­ғиәт­тәге ҡараштар плюрализмы дәрә­жәһен сағылдыра, граждан­дары­быҙҙың берҙәмлеге хаҡында һөйләй. Ғәмәлдәге дәүләт башлығын хуплау уның Федераль Йыйылышҡа Мөрә­жәғәтнамәһендә белдергән иҡти­садтағы, социаль өлкәләге сифат йәһәтенән үҫеш өсөн бик мөһим. Һайлау йомғаҡтары дәүләт­тең артабанғы үҫешенә, халыҡ-ара күләмдә Рәсәй позицияһын нығы­тыуға ҙур йоғонто яһар, йәмғиә­тебеҙ тормошонда сираттағы тарихи дәүер өсөн нигеҙ булыр, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373