Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 – 23 июндә Өфөлә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев булып китте. Башҡортостанға килеү Ҡырғыҙстан етәксеһенең Рәсәйгә бер аҙналыҡ визиты сиктәрендә ойошторолдо. 22 июндә Алмасбәк Атамбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Республика йортонда осрашты. Ҡырғыҙстан ҡунағы Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыуы, был сараларҙың бик юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, киләсәктә ике туғандаш республика араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлектең артабан нығынасағына ҙур ышаныс белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан менән күп яҡлы хеҙмәттәшлектә, айырыуса мәҙәни өлкәлә шаҡтай уңыштарға өлгәшеүҙе билдәләне. Мәҫәлән, 2015 йылдың мартында уларҙа Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре, былтыр июндә Өфөлә V Рәсәй – Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһы уңышлы уҙҙы, ә быйыл сентябрҙә Рәсәй – Ҡырғыҙстан VI төбәк-ара конференцияһы барышында “Манас” эпосының башҡорт теленә тәржемә китабына исем туйы үткәреү планлаштырыла. Ҡырғыҙстанда башҡорт халыҡ эпостары “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат”тың тәржемәләнеүе мәғлүм. Ҡырғыҙ халҡының тарихын һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә заманында башҡорт ғалимдары ла үҙ өлөшөн индергән: мәҫәлән, күренекле этнограф, төркиәтсе Әбүбәкер Диваевтың ХIХ быуат аҙағында уҡ “Манас”тың ҙур фрагментын яҙып алыуы билдәле.
Бөгөнгө көндә ике республика араһындағы бәйләнештәр яңы һулыш ала. Өфөлә Ҡырғыҙстандан 60 студент уҡый, “Ала-Тоо” ҡырғыҙ милли-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләй. Ҡырғыҙ коллективтары Башҡортостанда уҙғарылған “Дуҫлыҡ моңо”, “Берҙәмлек”, “Урал моңо” конкурстарында һәм фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов Донъя халыҡтары мәҙәниәттәренең халыҡ-ара фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласағы тураһында белдерҙе һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәрен унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Эш сәфәре барышында Алмасбәк Атамбаев Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында булып, уникаль сармат алтыны коллекцияһы менән танышты. Ул музейға Ҡырғыҙстан пейзажы төшөрөлгән кейеҙ картина бүләк итте. Ә Рөстәм Хәмитов ҡунаҡҡа “Манас” эпосының башҡорт теленә тәржемә китабын тапшырҙы. Был баҫма яңыраҡ “Китап” нәшриәтендә донъя күргән. Ҡырғыҙстан Президенты был ҙур эште юғары баһалап, башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың ҡырғыҙ телендә нәшергә әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
“Шератон” ҡунаҡханаһында Ҡырғыҙстандың Архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт агентлығы менән Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ә программаның мәҙәни өлөшөн Ҡырғыҙстан артистарының “Башҡортостан” концерт залындағы ҙур сығышы биҙәне.
Мәскәүҙә булған көндәрендә Ҡырғыҙстан Президенты Рәсәй етәкселеге менән бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уларҙың айырыуса әһәмиәтлеһе – “Союздашлыҡты һәм стратегик партнерлыҡты нығытыу тураһында декларация”. Документтың исеме үк күпте аңлата.
Рәсәй етәкселеге Ҡырғыҙ-стандың 3,5 миллиард долларлыҡ бурысын ябыуы тураһында белдерҙе. Үҙ сиратында Ҡырғыҙстан етәкселәре Рәсәйҙең республикалағы хәрби базаларын киңәйтеүгә ризалыҡ бирҙе – унда оҙаҡламай Берлектәге Рәсәй-Ҡырғыҙстан һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы ҡороласаҡ. Газ һәм нефть өсөн үҙ-ара иҫәпләшеү Рәсәй һумдарында башҡарыласаҡ. “Газпром” корпорацияһы республикала газ үткәреүгә 100 миллиард һумлыҡ инвестиция һалыуы тураһында белдерҙе.
Быйыл ғинуарҙа Ҡырғыҙстан етәкселеге республикала Берләштерелгән Рәсәй хәрби базаһы төҙөүгә рөхсәт бирҙе. Уның составына “Кант” авиабазаһы, “Иссык-күл” (“Каракол”) һынау базаһы, “Джалал-Абад” хәрби сейсмик станцияһы, “Кара-Балта” алыҫ элемтә үҙәге инә.
Киләсәктә Рәсәй компанияларының Үрге Нарын энергетика каскады төҙөлөшөн дауам итеүе ихтимал. Совет йылдарында уҡ проектланған каскадҡа дүрт ҡеүәтле ГЭС инергә тейеш. Смета хаҡы 3 миллиард доллар тәшкил иткән проект финанс проблемалары сәбәпле туҡтатылғайны. Каскад республикалағы электр энергияһы дефицитын тулыһынса ҡаплаясаҡ.
Ҡырғыҙстан иҡтисадының төп көсөн тау-металлургия сәнәғәте тәшкил итә. Кара-Балта тау-руда комбинатында уран, торий, молибден, алтын сығарыла. Алтын күләме йылына уртаса 22,5 тоннаға етеп, республика эске тулайым продуктының 40 процентын тәшкил итә. 16 процент машиналар һәм приборҙар төҙөү тармаҡтарына тура килә. Был йүнәлештәге иң эре предприятиелар – баш ҡалалағы “Дастан” компанияһы һәм машиналар төҙөү заводы. Тәүгеһе – элекке Фрунзе приборҙар төҙөү заводы, хәрби диңгеҙ флоты өсөн торпедалар етештерҙе. Икенсе предприятие – 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Украинаның Луганск ҡалаһынан эвакуацияланған патрон заводы. СССР тарҡалып, урыҫ телле кадрҙарҙың күпселеге республиканан киткәс, заводтар тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Төп хәрби продукциянан тыш, приборҙар төҙөү заводы медицина техникаһы, ә машзавод станоктар етештерҙе. Был төр продукцияны ла Ҡырғыҙстан үҙе генә сығара алыуы шикле. Заводтарға Мәскәү ярҙам итә алмай – Рәсәйҙең үҙендә лә бындай деградациялаған предприятиелар бихисап. Иң ауыры – кадрҙар, технологиялар, компетенциялар күпләп юғалтыла.
Ҡырғыҙстандағы сәйәси хәлдәргә килгәндә, 15 октябргә президент һайлауҙары тәғәйенләнгән. Алмасбәк Атамбаевҡа тиклемге етәкселәр – Асҡар Аҡаев менән Ҡормәнбәк Баҡыев – икеһе лә түңкәрелеш, көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә китергә мәжбүр булды. 2005 һәм 2010 йылғы “бәрхәт революциялары” илде ныҡ ҡаҡшатты.
2014 йылға тиклем Бишкәк аэропортында АҠШ-тың “Манас” авиабазаһы эшләне. Рәсәй менән Ҡытай уны урынлаштырыуға ҡаршы булды. Шул йылдарҙа АҠШ Ҡытайҙың ҡырғыҙҙар күпләп йәшәгән Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында агентура һәм пропаганда эшмәкәрлеген көсәйтеп, ундағы мосолман халҡы – ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар, уйғырҙар, дунгандар – сәйәси йәһәттән әүҙемләшеп, үҙҙәренең элекке Көнсығыш Төркөстан Ислам Республикаһын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә башланы. 1933 йылда ойошторолған үҙаллы дәүләт 1937 йылда совет һәм ҡытай армиялары тарафынан ҡыйратылып, төбәк Ҡытай Халыҡ Республикаһы составына тапшырыла. Уйғырҙарҙың күпселеге, ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡтарҙың ҙур өлөшө ҡытайҙар ҡулы аҫтында ҡала. Төркиҙәрҙең ҡаршылығы көс менән бик аяуһыҙ рәүештә һындырылып, Көнсығыш Төркөстан Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы тип иғлан ителә.
Мао-Цзедун ойошторған “мәҙәни революция” төркиҙәр йәшәгән төбәктәргә айырыуса ҙур зыян килтерә. Ҡырғыҙҙарҙың “Манас” эпосы барлыҡҡа килгән Манас йылғаһы һәм күле буйында йәшәгән халыҡтың мәҙәни мираҫы “феодализм ҡалдығы” тип иғлан ителә һәм тыйыла. “Манас” эпосының 200000 юлын яттан белгән, ҡомартҡыны әүҙем пропагандалаған Йосоп Мамай төрмәгә ултыртыла. Өс тиҫтә йыл үткәс, 2009 йылда ғына, ниһайәт, был бөйөк кеше әҫәрҙе китап итеп сығарыу мөмкинлеген ала.
Ҡырғыҙстандың үҙендә лә эпосҡа иғтибар арта. Әҫәрҙең 179000 юллыҡ Сағынбай Орозбәков һәм 500553 юллыҡ Саяҡбай Ҡаралаев версиялары нәшер ителә.
1995 йылда БМО Генераль Ассамблеяһы резолюцияһы нигеҙендә “Манас” эпосының 1000 йыллығы бөтә донъя кимәлендә байрам ителә, әҫәр ЮНЕСКО-ның “Кешелек донъяһының матди булмаған мәҙәни мираҫы шедеврҙары” исемлегенә индерелә. “Гиннесс рекордтар китабында” “Манас” донъялағы иң ҙур күләмле әҫәр булараҡ теркәлә.
Бишкәктә “Манас” скульптура комплексы төҙөлә. Композиция үҙәгендә – Манас батырҙың атлы скульптураһы, эргәлә – геройҙың ҡатыны Ҡаныҡай һәм кәңәшсеһе Баҡай аҡһаҡал һындары, эпосты халыҡҡа еткергән Саяҡбай Ҡаралаев, Сағынбай Орозбәков, Найманбай Балыҡов һәм Тыныбәк Жапиев бюстары...
Меңәр йыллыҡ бөйөк ҡомартҡыларға таянып алға ынтылған ҡырғыҙ халҡының яҡты киләсәккә ышанысы сикһеҙ ҙур.
Әйткәндәй бөгөн Башҡортостан делегацияһы Ҡырғыҙстандың “АК кыймыл” йәмәғәт хәрәкәте саҡырыуы буйынса Бөтә донъя төрки ҡоролтайына (WTK) юллана. Ойоштороусылар Бөтә донъя төрки ҡоролтайын бөтөн төрки этносын берләштереүсе, шул уҡ ваҡытта сәйәсәттән азат халыҡ-ара майҙансыҡ тип билдәләгән. Сараның төп темаһы – “Үҫеш хаҡына берләшеү”. Ҡоролтай сиктәрендә “Һуғышһыҙ төрки донъя” халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк, “World Nomad center” глобаль төрки проектының презентацияһы ҡаралған.
Ҡоролтайҙа тиҫтәнән ашыу илдә йәшәгән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Башҡортостандан мәртәбәле сараға тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, билдәле шағирә Лариса Абдуллина, “Ағинәйҙәр” хәрәкәте етәксеһе Гөлфиә Янбаева юлланды. Делегацияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Алһыу Сирғәлина етәкләй.
Закир ЗИННӘТУЛЛИН.
Лариса АБДУЛЛИНА
МАНАСИжадсыһы халыҡ булғанға ла
Борон заман тыуған был әҫәр.
Һөйләй уны быуын-быуындарға
Меңәр-меңәр быуын бүләсәр.
Дәүерҙәрҙән дәүерҙәргә табан,
Таш быуаттан килгән көй
һымаҡ,
Айбарланып саба ҡот-уҙаман –
Яугир Манас менән арғымаҡ.
Манасчи дуҫ,
Аҫыл сәсәндәрҙең
Зиһенемә һалсы ҡөҙрәтен!
Ойотоп та “Урал батыр” моңон
Таратырға бар ул, бар дәртем.
Бер иртәкте таный донъя
халҡы,
Аяғүрә баҫа ҡәүемдәр.
Манас! тигән бер исемдән, гүйә,
Боронғонан ҡалҡа әләмдәр.
Йөрәгенән сыҡҡан аһ-зарымы,
Бәхетеме әллә ҡырғыҙҙың?
Уралымдай батыр рухын тойоп,
Саф ғәйрәттән йәшем ағыҙҙым.
...Көтөп алған бала
булғанғамы?
Һайланмышмы яҙмыш асылы?
Манас тигән исем аша беҙгә
Боронғо бер дәүләт асылды.
Манас тигән илаһи зат аша
Яугир рухы тыуын күтәргән.
Боронғонан килгән зауыҡлы
һүҙ
Тотош милләтенә ҡот өргән.
Өҙгөләнә манасчиның йәне,
Йөрәгенә һыймай аһ-зары.
Аһ, ниңә һуң ырыуҙашын
аулап,
Ырыуҙашы яба һунарын?!
Изге намаҙ мәлдәрендә генә
Арҡаһында – һабы һөңгөнөң.
Саф ышаныс, таҙа намыҫ өсөн
Ниндәй хаҡтар, батыр,
түләнең?
Хоҙай алдында ла бөгөн Манас
Халҡы өсөн ҡыла доғаһын.
Үҙеңдеке яман яу булғанын –
Һүҙҙең тоҙон һәр кем аңлаһын!
...Көндәр буйы, аҙна, айҙар
буйы
Манасчилар көйләй иртәкте.
Дошманыңдан түгел, эске
яуҙан
Ҡырғыҙ Манас беҙҙе иҫкәртте.
Сихри бер көй арбап ала
йәнде,
Зиһендәргә тула ҡеүәте.
Йәшәү ҡанундарын заман
түгел,
Шул боронғо иртәк өйрәтер.
Йыраусылар әрнеп,
һағышлана,
Йыраусылар әйтә мәҙхиә!
Манас яугир – халҡы
ҡаһарманы!
Манас батыр – халҡы нәбийе!
Манасчиның йөҙө йәнә балҡый,
Ул нурлана батыр зауыҡтан.
Ҡот алығыҙ манасчиһы булған,
Уралcыһы булған халыҡтан.
Изге доға кеүек тауҙар илен
Уратҡандай Манас иртәге.
Был ҡәүемде борон эҙләгеҙ ҙә,
Киләсәктә уны көтөгөҙ!