Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡшы көнгә өмөт иткән яман көнгә түҙер
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

Мостай КӘРИМ.
Яҡшы көнгә өмөт иткән яман көнгә түҙер ХХI быуаттың һәр йылы тип әйтерлек донъя тарихында эре хәрефтәр менән яҙып ҡалдырырлыҡ булыр ул. Һәр хәлдә, уның тәүгеләре. Ваҡиғаларҙың бер-береһен алмаштырыуына күҙ эйәрмәү генә түгел, уларҙың айышына төшөнөү ауырлашты, теге йәки был хәлдәрҙең логикаһын, уларҙы бар иткән сәбәптәрҙе һәм ихтимал һөҙөмтәләрен төҫмөрләүе ҡыйын. Дәүләттәрҙең сәйәсәтендә эҙмә-эҙлеклелек юғала, улар ҡыҫҡа ваҡытлы һәм ағымдағы хәлдәр конъюнктураһына яраҡлашып үҙгәрә тора. “Сәйәсәт менән утҡа мөнәсәбәт һымаҡ булырға кәрәк: бигерәк яҡын килһәң, өтөлөүең бар һәм әллә ни алыҫлашма ла – өшөрһөң”. Был һүҙҙәрҙе хәҙерге сәйәси тормош эсендә ҡайнап йөрөгән кеше һымаҡ зирәклек менән боронғо грек философы, яңы дәүергә тиклем 445 – 370-се йылдарҙа йәшәгән Антисфен әйтеп ҡалдырған.
Уҙған йылдар төрлө түңәрәк даталарға һәм тарихта үҙ урынын табырлыҡ хәлдәргә бай бул­ды һәм ваҡиғалар калейдоскобы беҙҙе артабан да ғафиллыҡ ойоуына бирмәҫ тип уйларға кәрәктер.
Иң мөһиме, беҙҙең ҡарашҡа, Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡҡы килделе-киттеле осор һәм “һалҡын һуғыш” тамамланыуҙан һуңғы көтөү, өмөттәр, хыялдарҙың селпәрәмә килеүе ҡәтғи, уҫал ысынбарлыҡ менән алмашынды. Яңы, күп йәһәттән аңлашылмаған дәүер башланған һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҙур халыҡ-ара йүнә­лештәрҙең хасил булыуына ла шаһитбыҙ. Уҙған ике йыл Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтендә һуңғы сирек быуат эсендәгеләренең иң уңышлыһы тип баһалана алалыр, ләкин иҡтисадтағы тә­рәнәйә барған стагнация, йәғни етештереүҙәге, сауҙалағы һ.б. торғонлоҡ бүтән өлкәләрҙәге теләһә ниндәй уңыштарҙы ла юҡҡа сығара ала. Донъялағы һәм, тимәк, Рәсәйгә туранан-тура ҡағылышлы процестарға, үҙебеҙгә күрә, ябай ғына итеп күҙ һалып үтәйек.
Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡ үткән йылдар дәүләттәр, күп илдәрҙең йәмәғәтселеге ара­һында ихлас, яҡынлыҡ мөнәсәбәттәренә килтер­мәһә лә, ҡапма-ҡаршы тороуҙа ла сағыштыр­маса тәртип һәм тотороҡлолоҡ бар ине. Ләкин “һалҡын һуғыш”тың һүрелеүе Европаға ла, һәммә донъяға ла яңы тәртип­тәрҙең килеүен аңлатманы. Йәшерәһе түгел, иң мөһим дәүләт­тәр һәм сәйәси берекмәләр араһында хеҙмәт­тәшлеккә таянған мөнәсәбәт­тәрҙең барлыҡҡа килеүенә өмөт уяна биреп ҡуйғайны. Әммә уның урынына кемдәрҙеңдер бер полярлы, йәғ­ни һәр мәсьәләне бер генә ерҙә хәл итә тор­ған, донъя булдырырға маташыуына осра­ныҡ. Ярай ҙа был ниәт бойомға ашманы. Хәҙер Ер йөҙөн турбулентлыҡ, йәғни күҙгә күренмәгән ҡойон һәм хаяһыҙ конкурентлыҡ тулҡыны баҫа башланы, ахыры. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтөнө­һөнөң дә барыһы менән көрәше ысынбарлыҡҡа әйләнде.
Һуңғы бер нисә йыл эсендә асыҡ кәүҙәләнгән йәнә бер күренеш – Евросоюзды зәхмәт һуҡҡан һымаҡ бөрөп алған көрсөк. Уның сәбәптәре күп төрлө, ә был юлы көрсөккә катализатор булып ҡасаҡтар хеҙмәт итте. Социаль, милләт­се­лек һәм террорлыҡ проблемаларынан тыш, әлеге көрсөк хәҙерге шарттарҙа Евро­союздың тышҡы сәйәсәтенең йоғонтоһоҙлоғон күрһәтте. Ҡасаҡтар тулҡыны европроекттың төп һәм иң популяр һаналған Шенгенды ла йыуып алып китеүе ихтимал.
Европаның хәҙерге ауырлыҡтары, әлбиттә, мыҫҡыллап көлөү өсөн сәбәп түгел. Ни тиһәң дә, Европа өс йөҙ йыл буйына Рәсәйҙең яңырып үҫеүе өсөн өлгө булып хеҙмәт иткән. Етеш тор­мошта йәшәгән, тотороҡло күрше һәм уҙаҡ­таштан Европаның йәнә проблемалар һәм тотороҡһоҙлоҡ сығанағына әйләнеүе ихтимал. Мөсһөҙлөк һәм киләсәк алдында ҡурҡыу Европа элитаһын Америка менән Рәсәйгә ҡаршы берләшеүгә этәрә. Был еңел эш булмаясаҡ, сөнки АҠШ үҙенең тышҡы сәйәсәтен донъяла һис кем менән дә уртаҡ бойомға ашырырға йыйынмай. Европа өсөн көрәш, күрәһең, ҡабаттан башланырға тора.
Яҡын һәм Урта Көнсығышта кемдең кем ме­нән һуғышҡанын белмәгән саҡта донъя сәйәсәтенең төп бурысы ошо йомаҡты сисеүгә ҡайтып ҡалалыр инде. Низағтарҙың башы һәр илдең үҙ эсендә, әммә ул, Көнбайыштың уҫал ниәттәр менән ҡыҫылыуы арҡаһында, осо-ҡы­ры­йы күренмәҫтәй оло бола булып үҫеп етте. 2015 йылда Рәсәй, террорлыҡ ҡурҡынысын үҙе­нән мөмкин ҡәҙәр алыҫайтыу өсөн, Сүриә­ләге һуғышҡа туранан-тура барып инде. Бында, әлбиттә, ошо төбәктә һәм, ғөмүмән, донъяла үҙ урынын нығытыу маҡсаты булды. Әлеге ғә­мәл әүәлге Советтар Союзы һәм хәҙерге Рәсәй традицияларын дауам итеп эшләнде. Шул уҡ ваҡытта Яҡын Көнсығыштағы болалар һаҙлы­ғына батыу ҡурҡынысы ла бар. Американдарҙың Вьетнамда, үҙебеҙҙең Афғанстанда алған һабаҡты оноторға һис ярамай.
Төркиә яғынан арҡаға көтмәгәндә бысаҡ ҡа­ҙау тәүге ҡәтғи иҫкәртеү булды. Сәйәси мәҙә­нилек һәм төбәктең үҫеш үҙенсәлектәренә ярашлы рәүештә, бындай хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабатланасаҡ әле. Шуға күрә хәрби һәм дипломатик уңыштар беҙҙе мауыҡтырырға тейеш түгел. Һаҡ булыу һәм Яҡын Көнсығыш проблемаларын яҡын арала хәл итеү мөмкин түгеллеген аңларға кәрәк.
Террорлыҡ. Был яңы күренеш түгел, әммә Рәсәй самолетын шартлатыу, Парижда һәм башҡа урындарҙағы теракттар, шуға оҡшаш тиҫтәләрсә бүтән ваҡиғалар, Европаға тулҡын-тулҡын булып ябырылған ҡасаҡтар баяғы проблеманы көн үҙәгенә ҡуйҙы. Тәүҙәрәк уны күр­мәмешкә һалышырға маташҡайнылар, хәҙер иһә был мөмкин түгел. Террорлыҡтың күтәреле­үенә, йәнәһе, исламдың үҙенсәлектәре, фәҡир­ҙәрҙең байҙарға ҡаршы сығыуы (бигүк мөлкәтле булмаһаҡ та, беҙ ҙә байҙар рәтендә йөрөйбөҙ), тиңһеҙлек, ҡайһы бер дәүләттәрҙә халыҡтың ғәҙәттән тыш артыуы булышлыҡ итә. Илдәр араһындағы тиңһеҙлектең көсәйә барыуы, иммиграция арҡаһында был проблеманың артыуы үҫешкән дәүләттәрҙә лә уң һәм һул радикализм­дың ҡаршы тулҡынын хасил итте. Европаға йә ошо яңы шарттар менән ризалашып, йә ҡаты полиция режимын индереп, азатлыҡты сикләп йәшәргә өйрәнергә тура киләсәк.
Бына ошоларҙың һәммәһе, бергә йыйыла килә, һуғыш-фәләндең килеп сығыу ихтималы айҡанлы ҡурҡыуҙы көсәйтә. Тураһын әйткәндә, донъя һәр ваҡыт, күңеленән, һуғыш көтөп йәшәй. Ул бигерәк тә күп һуғыштар үткәргән Рәсәй кешеләренең генетик хәтерендә һаҡлана. Хәрбиҙәр стратегик тотороҡлолоҡтоң юғала ба­ры­уы айҡанлы борсолоуын белдерә. Һуғыш­тың ихтималлығы тураһында хәҙер тел сарлау өсөн генә һөйләмәйҙәр. Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы ядро ҡоралына таянып ҡаршы тороу әлеге хәбәргә нигеҙ биргән һымаҡ. Рәсәй донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын көсәйә барған хәүефкә йүнәлтә килә.
Хәтерегеҙҙәлер, диңгеҙҙән дә, һауанан да Сүриәләге бандиттарға ҡаратып Рәсәй Ҡораллы көстәре алыҫҡа оса алырлыҡ ҡанатлы ракеталар ебәргәйне. Армиябыҙ өсөн ғорурландыҡ, әлбиттә. Ләкин ул ракеталар ядро боеприпас­тарын илтеүгә лә һәләтле, һәм көстө ошо рә­үешле күрһәтеү Көнбайышҡа Рәсәйҙе ядро ҡоралы менән ҡурҡытыуҙа ғәйепләргә мөмкин­лек бирҙе. АҠШ үҙҙәрендә ядро ҡоралы менән яңынан ҡоралланыу программаһы тураһында һүҙ алып бара. Был ығы-зығы ла борсолоу тыу­ҙыра. Икенсе яҡтан уйлағанда, бөйөк державаларҙың ҡулында ядро ҡоралының булыуы Югославия, Ираҡ, Украина һәм Сүриәләге бандиттарҙы ауыҙлыҡлап тоторға ярҙам итә.
Ядро ҡоралының йәнә алғы планға сығыуы, әлбиттә, кемгәлер үҙен харап көслө итеп тойорға форсат бирә. Әммә дәүләттәрҙең, йәмғиәттәрҙең абруйы, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау һәм алға этәреү мөмкинлеге, әүәлгесә, иҡтисади һәм технологик ҡеүәт менән билдәләнә. Ә быларҙың нигеҙендә кеше капиталының сифаты ята.
Хәүефләнһәк тә, шөкөр, әлегә ҙур һуғыштан яҙмыш аралай килә. Офоҡта болоттар ҡуйыра биреп алһа ла, күк күкрәгәне, дауыл сыҡҡаны юҡ. Урыҡ-һурыҡ булһа ла, донъяла демократлаштырыу процесы дауам итә. Ҡарт гегемондар мөсһөҙләнә, яңылары әлегә күренмәй. Илдәр һәм халыҡтар үҙҙәрен иреклерәк тоя. Ябай кешеләрҙең, элек булмағанса, үҙ хөкүмәт­тәренең сәйәсәтенә йоғонтоһо көсәйә бара. Халыҡтың төп талабы – имен һәм етеш тормош. Террорлыҡтың көсәйеүе һәм Яҡын Көн­сығыштағы һуғышҡа ҡарамаҫтан, үлем барыбер сигенә, кешелек ҙур цивилизацияға табан хәрәкәтен дауам итә. Бына шулай ут менән һыу араһында йәшәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 21

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 30

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 40

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 67

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 95