Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡалаларға китә балалар...
Ҡалаларға китә балалар... Сер түгел, донъялағы бизнестың ҡалъяһына дәүләт власы тарафынан ҡурсаланған бер нисә “ғаилә” хужа. Улар илдәрҙе контролдә тота, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған көстәрҙе юғарыраҡ күтәрә. Коррупцияға ялғанған, ғөмүмән, иң түбән әхлаҡи сифаттарға ҡоролған был “ғаилә”ләрҙең төп таянысы – аҡса. Уларҙың альянс рәүешендә ойошторолған ҡораллы көстәре иһә буйһонорға теләмәгәндәрҙе тиҙ арала “аҡылға ултыртырға” әҙер.


Ливия тигән илдәге ваҡиғаларҙы хәтерләйһегеҙҙер. Ундағы халыҡтың йәшәү кимәле алға киткән күп илдәрҙе көнләштерерлек ине. Әйтәйек, Муаммар Каддафи хакимлыҡ иткән ҡырҡ йыл эсендә Ливия халҡының һаны өс тапҡырға артып, ғүмер оҙайлылығы 51 йәштән 74-кә ҡәҙәр еткән. Ләкин донъяның финанс мафияһы, был хәл менән бер нисек тә килешә алмай, илде туҙҙырып ташланы. Байлыҡты халыҡҡа ғәҙел таратыу уларға файҙа килтермәй бит. Каддафиҙың “ғәйебе” бында ғына түгел: ул донъяны баҫҡан яуызлыҡҡа ҡаршы көс тупларға, үҙенең идеологияһын Африка илдәренә лә таратырға теләгәйне. Ә донъяның “көслө” заттары Африканы күптән талағаны берәүгә лә сер түгел.
Өҫтәүенә Муаммар Каддафи, миллиондарса ғәрәпкә йәшәү сығанағы биреп, сүллекте һуғарған. Иң “ҡурҡынысы” – ссуда, кредиттар буйынса процент ставкаларын тыйған. Тотош донъяны үрмәксе ауы кеүек сырмап алған был проценттар миллиондарса кешенең ҡанын һурып тора ла инде.
Хәҙер уйлап ҡарайыҡ: бөгөн донъяға ни өсөн урбанизация, йәғни күп кеше­ләрҙең, ерҙе ташлап, ҡалаларға тупланыуы күренеше хас? Беренсенән, ҡала кешенең психикаһына ҙур йоғонто яһай. Ябай ғына итеп әйткәндә, ундағы йәмғиәткә ҡушылғандар матди байлыҡ ҡолона әүерелә. Яҡшы фатир, зиннәтле машина һәм башҡаһы кәрәк. Уларҙы алыр өсөн кеше кредитҡа сума, ҡолға әүерелә. Икенсенән, ҡалаларҙа тыуым кәмерәк.
Күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр кешелек ғаиләләргә берләшеп, бер-береһенә ярҙам итеүсе финанс институты булдыра ҡалһа, нимә булыр ине икән? Әлбиттә, улар проценттарға сумып аҡса алмаясаҡ, киләсәкте уйлап, йәш ғаиләләргә ярҙам итәсәк... Нәҡ шуға күрә банк мафияһы баҫып алған Америка һәм Европа илдәрендә ғаилә институты юҡҡа сығарыла. Кешеләр бер-береһенән шикләнә, күрше-күләненең өҫтөнән ялыу яҙа, балалар ата-әсәһен полиция хеҙмәткәрҙәренә ошаҡлай...
Үкенескә ҡаршы, илебеҙ халҡы ла был ҡоллоҡтан азат түгел. Ауыл кешеләре, тыуҙырған һәм туйҙырған бәрәкәтле ерҙәрен ташлап, ҡаланың таш “ситлек”тәренә ағыла. “Заманса” йәшәргә ынтылып, кредиттарға бата, түләй алмаған осраҡта йә урамда тороп ҡала, йә үҙенә ҡул һала улар... Һөҙөмтәлә ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, эшһеҙлек һәм эскелек хөкөм һөрә.
Был күренештең сәбәбе нимәлә һуң? Бөтәһенән элек ул кешенең психологияһына бәйле, ти белгестәр. Һәр кем матур һәм етеш тормошҡа ынтыла, ә бының өсөн ауылда мөмкинлек сикле. Халыҡ күп осраҡта мал аҫрау, йәшелсә-емеш үҫтереү иҫәбенә көн күрә. Әгәр берәй дәүләт эше табыла икән, хеҙмәт хаҡы бик түбән булып сыға. Хәйер, ундай урындар йыш ҡына мәктәп, клуб, ауыл хакимиәте даирәләре менән генә сикләнә. Әлбиттә, эҫе ҡояш аҫтында йә үҙәккә үткес һалҡында ауыр хеҙмәт менән мәшғүл булған кеше тиҙ туҙа. Өҫтәүенә, үҙенең затлы сит ил машинаһына ултырып ауылға ял итергә килгән бәхетле кешеләрҙе күреп, унда был соҡорҙан тиҙерәк сығып ҡасыу теләге барлыҡҡа килә.
Төп сәбәптәрҙең береһе – күп йылдар дауамында етәкселәр тарафынан ауылға иғтибарҙың аҙыраҡ бүленеүе. Ҡараштар башлыса ҡалаға йүнәлтелгән. Уйлап ҡарағыҙ: йыһан караптары ғаләмде иңләп осҡан заманда ла газ һәм һыу үтмәгән, урамдарына асфальт түшәлмәгән ауылдар бар. Йәштәргә буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн мөмкинлек тыуҙырыу тураһында тейешенсә хәстәрлек күрелмәй, был инде эскелектең, енәйәтселектең сәскә атыуына килтерә.
Нисек кенә булмаһын, етәкселек тарафынан ауыл халҡының көнкүрешенә иғтибар артырға тейеш. Юғиһә күсемһеҙ милек тип һаналған фатир-йорттарҙы ғына түгел, ауылдарҙы ла һатырға мәжбүр булырбыҙ. Әле бына Испанияла сауҙаға ҡуйылған ауылдар исемлеге арта бара, ә хаҡтары төшкәндән-төшә. Бөгөн унда 1500 ауыл һатыла, 110 – 120-һенең алыш-биреш итеү өсөн документтары әҙер. Испандарҙа бөтәһе 3500 ташландыҡ тораҡ иҫәпләнә, Галисияла ғына ла ошондай 35 ҡасаба бар. 5 – 20 өйлөк ауылдарҙың хаҡы провинция үҙәктәрендә урынлашҡан уртаса дәүмәлле фатирҙарҙыҡы менән тиң. Мәҫәлән, Луго ҡалаһы янындағы алты йортло тораҡ ни бары 62 мең евроға һатыла. Ә ер майҙаны бөтөнләй бушҡа тиерлек бирелә: квадрат метры 1 – 5 евроға баһаланған. Әлбиттә, меңәр йыллыҡ архитектураһы булған ауылдар ҡыйбатыраҡ – 1 миллион евроға етә. Уларҙы һатып алғандар йорттарҙы реконструкцияларға вәғәҙәләй...
Риэлторҙар Испаниялағы ауылдарға эйә булыусылар араһында урындағылар ғына түгел, хатта американдар, немецтар, француздар барлығын билдәләй. Инвесторҙарҙың проекттары төрлөсә: берәүҙәрҙең ҡала ситендә айырым йортло булғыһы килһә, икенселәр фермер хужалығы асыуҙы уйлай, өсөнсөләр, ҙур булмаған ҡунаҡханалар ҡуйып, ауыл туризмын үҫтерергә ниәтләнә.
Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Уның рәхимһеҙ ҡанундары ауыл яҙмыштарын да упҡын ситенә ҡуя. Әммә диңгеҙҙәрҙе кескәй йылғалар һуғарғанын онотмаһаҡ ине.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә