Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ил тарихында бер сәхифә
Һайлау үткәрәм, тип кемдәрҙер, бәлки, сула тапмағандыр, йә иһә икенсе берәүҙәр иҫкә төшөрөргә теләмәгәндер, иллә егерме йыл элек Башҡортостандың өр-яңы тарихына сәхифә булып ингән ваҡиға булып үткәйне. Рәсәй үҙәк хакимиәтенең Башҡортостан менән үҙ-ара хоҡуҡи мөнәсәбәттәре теләһә ҡайһы тарихи шарттарҙа ла ябай булманы. Социаль ҡоролош һәм мөлкәткә эйә булыу формалары үҙгәрә килә, үҙәкләштерелгән бер дәүләт эсендә йәшәү ҡағиҙәләренә, уҙаҡташлыҡ принциптарына әленән-әле төҙәтмәләр индереү зарурлығы тыуа торҙо. Дәүләт ҡоролошо, тере организм булараҡ, һәр даим үҫеүҙән, камиллашыуҙан туҡтаманы.
Был юлы мин “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власының федераль органдары менән Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы республикаларҙың власть органдары араһында эштәрҙе башҡарыуҙы һәм вәкәләттәрҙе сикләү тураһында” федератив килешеүҙе күҙ уңында тотам. Мәғлүмдер ки, әлеге документты имзалау 1992 йылдың 31 мартына тура килде һәм Рәсәй Федерацияһының йәмғе субъекттары араһында Башҡортостан менән Татарстан ғына Килешеүгә Ҡушымта менән ҡул ҡуйыуға ризалыҡ бирҙе.
Рәсәй Федерацияһы эсендәге автономия статуслы ике республиканың ғына юғарыла әйтелгән ташламаға эйә булыуын башҡорт һәм татар ҡәүемдәренең Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә тотҡан урыны, тарихи йолалары, иҡтисади ҡеүәте һәм шуға бәйле бюджет балансындағы өлөшө, бүтән факторҙар менән аңлатырға мөмкиндер. Бында объектив ғәҙеллек бар. Әммә башҡорт иле менән Рус дәүләте араһындағы мөнәсәбәттәр тарихына ҡыҫҡаса ғына туҡталайыҡ. 1557 йылда башҡорт ырыуҙарынан илселәрҙе Иван Грозный ҡабул итә, һәм башҡорт ерҙәренең Рус дәүләтенә инеүе рәсми раҫлау таба. Әлбиттә, был процесс төрлө шарттарҙа үтә һәм ғәмәлдә ХVII быуат баштарына тиклем дауам итә. Иң мөһиме — Иван IV хөкүмәте башҡорттарға тыныс, имен тормош, элекке хакимдарҙан ҡурсалау вәғәҙә итә, ер мәсьәләһендә уларҙың хоҡуғын таный, ерле ҡәүемдәрҙең бүтән талаптарына ла ҡаршы килмәй. Ғәмәлдә, Рус дәүләте башҡорттарға киң автономия бирә. Һәм, әлбиттә, дәүләт алдында башҡорттарҙың да бурыстары тураһында һүҙ бара.
Рәсәй эсендә Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу өсөн көрәш хроникаһын юллай киткәндә, Өфө губернаһы мосолмандарының 1917 йылдың апрелендә үткән съезы иғтибарҙы тарта. Унда башҡорт милли хәрәкәте вәкилдәре үҙаллы фракция булып сығыш яһаған, ә бер ай үтеүгә, Мәскәүҙә1917 йылдың майында, Бөтә Рәсәй мосолмандарының I съезында, 50 кешенән торған башҡорт делегацияһы, милли-территориаль автономия рәүешендә, башҡорттарҙың үҙаллылығы мәсьәләһен күтәрә. Шул уҡ йылдың июль аҙаҡтарында Ырымбурҙа йыйылған 1-се Бөтөн башҡорт ҡоролтайы декларацияһында “Ирекле Рәсәй республикаһында башҡорттар милли автономия алырға тейеш” тип әйтелә. Был ҡарар артабан да яҡлау таба һәм, милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһындағы декларацияға таянып, Башҡортостан өлкә шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Рәсәй республикаһы эсендә Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағына йәмәғәт именлеген тәьмин итеү, һалымдар йыйыу һәм уларҙы тотоноу, хөкөм, ҡораллы көстәр, мәғариф, капиталдар, ер, ҡаҙылма байлыҡтар, урмандар, һыуҙар һәм башҡа мәсьәләләр менән шөғөлләнеү бирелә. Ниһайәт, 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власының Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан Совет Автономияһы тураһында килешеүе” имзалана. Әйткәндәй, автономиялы республика кесе Башҡортостан тип аталған сиктәрҙә генә булдырыла һәм үҙ эсенә хәҙерге республиканың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш өлөштәрен генә ала. 1920 йылдың 19 майында РСФСР Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты менән Халыҡ комиссарҙары советы “Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарар ҡабул итә. Унда Рәсәй Федерацияһы менән республика власть органдары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр тәртибе билдәләнә. Ҡарарға ярашлы, республиканың финанс, аҙыҡ-түлек наркоматтары, халыҡ хужалығы советы, хәрби комиссариат, ғәҙәттән тыш комиссия, почта менән телеграф туранан-тура Үҙәккә буйһондорола.
Тәбиғи, 1990 йылға тиклем, етмеш йыл ғүмер эсендә, Мәскәү менән Өфө араһындағы хеҙмәттәшлек асылы йә төрлө өҫтәмәләр менән тулыландырыла торҙо, йә иһә Үҙәк автономия статусын дәүләтселектең декоратив формаһына әүерелдереү юлынан да тартынманы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда еңеүгә ифрат ҙур өлөш индергән, хужалыҡ, интеллектуаль ҡеүәте йәһәтенән күпселек союздаш республикаларҙан өҫтөн торған республика өсөн ғәмәлдә яһалма дәүләтселеккә эйә булыу һәм хоҡуҡһыҙлыҡ ғәҙел булманы. Шул уҡ ваҡытта һикһәненсе йылдарҙың ахырында — туҡһанынсы йылдарҙың башында, Союз дәүләте тарҡалғанда ла, Башҡортостан йәмәғәтселегенең абсолют күпселеге Рәсәй эсендә милли сепаратизм кәйефтәрен яҡламаны. Милли, мәҙәни, йәштәр даирәләрендә радикаль тәҡдимдәр күтәрелгән хәлдә лә, эшселәр, ауыл халҡы, зыялылар Башҡортостандың киләсәге Рәсәй менән берлектә генә булыуына тоғро ҡалды. Урыҫ ҡәүеменең бүтән милләттәрҙе берләштерә алыуы һәм уртаҡ дәүләтселектең ошо нигеҙҙә генә тәьмин ителеү мөмкинлеге ярһыулы йылдарҙа ла ябай халыҡ өсөн асыҡ ине.
Ләкин был объектив хәл Башҡортостандың Рәсәй дәүләтселеге эсендә үҙ вәкәләттәрен киңәйтеү, хоҡуҡтарын арттырыу, мәртәбәһен күтәреү зарурлығынан азат итмәне. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, “Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында” декларация автономиялы республика статусының яңыра барыусы илдә Башҡортостандың һәр яҡлы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итмәүен билдәләне. “Дәүләт суверенитетын иғлан итеү барыбыҙға ла үҙ ерендә хужа булырға, күҙ-ҡолаҡһыҙлыҡты, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы талап файҙаланыуҙы, һыу һәм һауаны бысратыуҙы бөтөрөргә, бөтөн иҡтисади һәм рухи потенциалды кешеләрҙең иң алда торған нужаларын һәм хәжәттәрен тулыраҡ ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә”, — тип тәҡрарлана Башҡортостан ССР-ы Юғары Советының республиканың һәммә граждандарына мөрәжәғәтендә. Ә Федератив килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға килгәндә, ул үҙ ваҡытында Үҙәк менән Федерация субъекты араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ғәҙел, сағыштырмаса тиң хоҡуҡлы итеү юлында йоғонтоло инструмент булды. Уның буйынса, Башҡортостандың ер, ер аҫты хазиналары, тәбиғи байлыҡтар һәм бүтән мөлкәт менән файҙаланыу дөйөм федераль власть, идара итеү органдары һәм республика закондары менән көйләнергә тейеш булды. Бынан тыш, Башҡортостан халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә үҙаллы ҡатнашыу хоҡуғын алды. Бюджет сәйәсәте һәм финанс-һалым мөнәсәбәттәре лә федераль органдар менән өҫтәмә килешеүҙәр нигеҙендә алып барылды.
Ике тиҫтә йыл үткәс, илдәге дәүләт ҡоролошо етди үҙгәрештәр кисергәндән аҙаҡ, әлеге Килешеү һәм уға Ҡушымтаны йәнә уҡып сыҡҡас та, уның дөйөм Рәсәй сәйәси һәм дәүләти системаһының именлегенә һис тә янамауына ышаныу ауыр түгел. Киреһенсә, Мәскәү-Өфө мөнәсәбәттәрен тиңлек, ғәҙеллек ҡағиҙәләре менән ойоштороу Башҡортостандың үҙ эске мәсьәләләрен тиҙерәк, тулыраҡ бойомға ашырыуға ярҙам итә килде. Самаһыҙ үҙәкләштереү милли республиканың мәртәбәһен төшөрөп кенә ҡалманы, бәлки уның иҡтисади, социаль, мәҙәни үҫешен тотҡарлаусы факторға әүерелде. Федераль органдарҙың республикала тоталь вәкиллектәре уның идара итеү системаһын ҡабатлай, ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙы үтәүҙә буталсыҡлыҡтар тыуҙыра. Республика иҡтисадын эҙмә-эҙлекле үҫтереү мөмкинлектәренең кәмеүе Башҡортостан бюджетының көсһөҙләнеүенә һәм, Рәсәй бюджеты донорҙарының береһе булараҡ, ошо позициянан сигенеүенә килтерҙе. Һәр хәлдә, Федератив дәүләттең ғәмәлдә унитар дәүләт һыҙаттарын ала барыуы илдең ғөмүми социаль ҡоролошонда ысын демократия принциптары менән уртаҡлығы юҡ.
Әммә бөгөнгө көнгә тиклем 1994 йылдың 3 авгусы ла булды бит. Йәйҙең селлә ул мәлендә “Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе үҙ-ара бүлешеү тураһында” Договор имзаланды. Был ғәмәлдә Башҡортостан Республикаһының конституцион-хоҡуҡи статусын күтәргәйне һәм Башҡортостан менән Үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең конституцион-килешеү нигеҙендә ойошторолоуын нығытҡайны. Һеҙҙең авторығыҙға, әйткәндәй, республиканың яҙышыусы журналистарынан яңғыҙына, Кремлдә булған шул тантана тураһында хәбәр итеү форсаты тейгәйне. Әммә тантаналар үтә лә китә, ҡағыҙ туҙа, вәғәҙәләр онотола. Сәйәси тотороҡлолоҡ, һүҙҙә тоғролоҡ һәм һәр ҡәүемдең булмышына хөрмәт менән ҡараған дәүләттә улар тейелгеһеҙ ҡалырға тейеш.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 3

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә