Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе булып Балтик буйы илдәрендә фашистарға теләктәшлек белдереүҙәр, Грузия-Рәсәй мөнәсәбәттәренең йәнә алға сығыуы торғандыр. Ошо ваҡиғаларға ҡыҫҡаса туҡталып үтәйек.
45-тә еңдек тә ул... Теүәл ике айҙан Рәсәй генә түгел, донъяның байтаҡ ҡына илдәре 9 Май — Еңеү көнөн байрам итергә йыйына. 1945 йылда совет халҡының миллиондарса ҡорбан биреп, фашизмды еңеүенең тарихи әһәмиәтен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Ә бына Балтик буйы илдәрендәге хәл-ваҡиғаларҙы яуҙа һәләк булған атай-олатайҙарыбыҙҙың рухынан, Рәсәй халҡынан көлөү тип ҡабул итергә кәрәк. Латвия президенты Андрис Берзыныш телевидениеға интервью биреп, “Ваффен-СС” латыш легионерҙарын енәйәтсе тип атарға түгел, ә уларҙың рухы алдында баш эйергә кәрәк, тип барлыҡ йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Йәғни Гитлер армияһына хеҙмәт иткән “СС” һалдаттарын ҙурлау, хөрмәтләү фарыз икән! Ә бит президент үҙенең шәхсән фекерен белдерергә теләгән хәлдә лә, быны әйтмәҫкә тейеш ине. Барлыҡ Латвия халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртырҙай кешегә Гитлерҙы һағынып һөйләп ултырыу килешкән эш түгел. Сөнки бөтөн латыштар ҙа Гитлер яҡлы булмаған. “Ваффен-СС” легионерҙарының Новгород, Псков өлкәләрендә, Белоруссияла меңәрләгән тыныс халыҡты ҡырыуы билдәле. Берзыныштың бындай белдереүе Латвияның халыҡ-ара аренала бәҫен төшөрөүе бик ихтимал. Ни өсөн тигәндә, былтыр ноябрь айында БМО-ның Генераль Ассамблеяһы милләтселекте һәм фашизмды геройлыҡҡа тиңләүгә ҡаршы резолюция ҡабул иткәйне. Ошо документты ҡабул иткәндә үк Балтик буйы илдәре быға ҡаршы сыға. Сөнки йыл һайын 16 мартта Латвияла “СС” һалдаттарын хөрмәтләү көнө билдәләнеп килә. Рәсәй быға төрлөсә ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡараны, әммә — файҙаһыҙ. Быйыл да ошо датаны киң билдәләргә йыйыналар. Башҡа Балтик буйы илдәрендә лә фашизмды юҡһынып бер булалар. Мәҫәлән, 22 февралдә Эстонияның премьер-министры А. Ансипаның “Реформалар” партияһы тәҡдиме буйынса “Эстония азатлығы өсөн көрәшеүселәр” союзы менән килешеү төҙөп, был союзды дәүләт аҡсаһына финанслау хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Ә Эстонияның “азатлыҡ өсөн көрәшселәре” туранан-тура Гитлерҙың идеяһын алға һөрә. Хәҙер килеп Эстония дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә Адольф Гитлерҙың эшен дауам итерҙәй йәш быуын тәрбиәләмәксе. Күршеләге Литвала ла фашизмға теләктәшлек күрһәтелә. 16 февралдә милли йәштәр союзы, Литва дәүләтселеге тергеҙелеүе көнөн үҙҙәренсә ҙур байрам булараҡ уҙғарып, илдең баш ҡалаһы Вильнюс урамдарынан беләктәренә Литва һәм фашист свастикаларын тағып милли кейемдә үтә.
Балтик буйы илдәренән тыш, яңыраҡ Болгарияла, Молдовала, Украинаның көнбайышында ла фашист свастикаһын әләм итеп күтәргән скинхендтарҙың — таҡыр баштарҙың — ҡала урамдары буйлап марш менән үтеүе билдәле булды. Европа союзы илдәренең ошо хәлдәргә күҙ йомоп ҡарарға тырышыуы ныҡ аптырашта ҡалдыра. Ә бит заманында Гитлер ҙа әлеге таҡыр баштар кеүек үҙ маҡсатына өлгәшеү, “таҙа милләт” булдырыу эшен урамдан башлаған. Баш ҡалҡытып килгән фашизмдан арыныу өсөн алда әйтеп үткән ил етәкселәре, ЕС лидерҙары өсөн 1946 йылда уҡ ҡабул ителгән Нюрнберг трибуналын берәү ҙә ғәмәлдән сығармаған. Ошо документ нигеҙендә фашистарҙы ла, улар тирмәненә һыу ҡойған Берзыныш кеүектәрҙе лә яуаплылыҡҡа тарттырыу кәрәктер. Был тәңгәлдә Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ла үҙ һүҙен әйтергә тейеш.
Хикмәтле дипломатик ынтылыш 29 февралдә Грузия президенты Михаил Саакашвили үҙ иленә Рәсәй граждандарын визаһыҙ индереүгә рөхсәт бирҙе. Ул был сәйәси аҙымын Рәсәйҙә йәшәгән бик күп грузиндарҙың үҙ иленә ҡайтып йөрөүе өсөн уңайлыҡ булдырыу һәм Рәсәйҙән күберәк туристар йәлеп итеү өсөн эшләүен белдерҙе. Билдәле булыуынса, Грузия-Рәсәй мөнәсәбәттәре 2008 йылдың авгусында Көньяҡ Осетия менән Абхазия араһындағы конфликттан һуң бик киҫкенләшеп киткәйне. Ул ваҡытта конфликтҡа Рәсәй ҡыҫылып, Көньяҡ Осетия менән Абхазияның үҙаллылығы һаҡланып ҡалды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй элек Грузия составында булған был ике илдең бойондороҡһоҙлоғон таныны. Венесуэла ла ошондай аҙымға барҙы. Тик башҡа илдәр генә Уго Чавестың башланғысына эйәрмәне. Рәсәй Белоруссия президенты Александр Лукашенконан да ошоно өмөт иткәйне, тик ул, Грузия менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе боҙоуҙан ҡурҡып, был аҙымға барманы.
Грузия менән тәмһеҙләшеүгә августа дүрт йыл тула. Ошо арауыҡта Грузия Рәсәйгә ҡарата ниндәй генә бысраҡ өйөргә тырышманы, уның БСО-ға (Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы) ағза булып инеүенә төрлөсә ҡамасаулыҡ күрһәтте. Әле килеп Грузияның үҙе башлап тәүге дипломатик аҙым яһарға маташыуы сәйерерәк кеүек. Грузияның был аҙымына ҡарата 2 мартта Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Рәсәй яғы Грузияның “Баҫып алынған биләмәләр тураһында”ғы законын тәнҡитләп сығыш яһаны. Ошо закон булмаһа, Рәсәй яғы артабан һөйләшеүҙәр алып барыу яҡлы. Грузияның фекеренсә, Абхазия биләмәһенә тик көнбайыш Грузия (Зугдиди), ә Цхинваль биләмәһенә көнсығыш Грузия (Гори) аша үтеү генә рөхсәт ителә. Башҡа осраҡта Абхазияға үтеү енәйәт тип иҫәпләнә һәм хоҡуҡ боҙоусы йә аҡсалата штрафҡа тарттырыла, йә иркенән мәхрүм ителә. Рәсәй һәм әлеге Кавказ республикалары халҡы өсөн был күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ошондай шарттарҙа 3 мартта Грузияның сит ил эштәре министрлығы был мәсьәлә буйынса махсус брифинг уҙғарҙы. Грузия яғы белдереүенсә, әгәр Рәсәй ошо ил биләмәһендә өс илселек (Абхазия менән Көньяҡ Осетияны ла индереп) тотоуын туҡтатһа, ул дипломатик мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында. Әммә Грузия менән үҙ-ара аңлашыуға ҡоролған дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға иртәрәк әле. Ни өсөн тигәндә, Грузия Рәсәйҙән элекке дәүләт сиктәрендә территориаль бөтөнлөгөн (Абхазия менән Көньяҡ Осетияны үҙенең составындағы республикалар итеп күреп) таныуҙы талап итә. Рәсәй Грузияның талабын үтәгән осраҡта, 2008 йылда ике Кавказ республикаһының бойондороҡһоҙлоғон танып, хата эшләүен барлыҡ донъя алдында белдерергә тейеш булып сыға. Тик быны эшләү Рәсәйгә бик ауырға төшәсәк.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.