Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡытай менән Тайвань берләшерме?
Ҡытай лидерҙарының осрашыуы, Төркиәләге парламент һайлауында власть партияһының еңеүе, Белоруссияның ике йүнәлештә үҫеүгә иҫәп тотоуы уҙған арауыҡта донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды.


Ике системалы бер ил

7 ноябрҙә Сингапурҙа Ҡытай Халыҡ Рес­пуб­ликаһы рәйесе Си Цзиньпин менән Ҡытай Республикаһы (Тайвань) президенты Ма Инцзю осрашты. Был ваҡиғаны тарихи хәл тип атарға мөмкин, сөнки 1949 йылдан бирле ике ил етәкселәренең рәсми рәүештә бер-береһен ҡабул иткәне булмаған.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән Ҡытай Республикаһын ике ил тип атарға тел әйләнмәй. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәйәси ҡоролош буйынса йәшәгән ике дәүләтте бер ил тип тә әйтеп булмай. Тарихтан белеүебеҙсә, ҡитғалағы граждандар һуғышы осоронда Гоминьдан партияһы коммунистар фирҡәһенән еңелә һәм материк­тағы Ҡытайҙан Тайвань утрауына ҡасырға мәж­бүр була. Улар ошо биләмәне һәм ти­рә-яғын­дағы ваҡ утрауҙарҙы Ҡытай Рес­публикаһы тип иғлан итә. Капиталистик ҡоролоштағы был дәүләтте донъялағы 23 ил таный. Гоминьданды ҡыҫы­рыҡ­лап сығарған коммунистар иһә, мате­рик­та­ғы өлөштә Ҡытай Халыҡ Республикаһын бул­дырып, социалистик йүнәлештә йәшәп алып китә.
Утрауҙағы халыҡ бына нисәмә йыл инде ҠХР-ҙың баҫып алыуынан хәүефләнеп йәшәй. Әммә Тайванде АҠШ ҡурсалап тора, шуға ла материктағылар уға үтеп инергә бик ашҡынып бармай шикелле. 1992 йылға тиклем Берләш­кән Милләттәр Ойошмаһында Ҡытай Респуб­ликаһының үҙ урыны булды. Әйткәндәй, ҠХР менән ҠР етәкселәренең икеһе лә үҙҙәрен законлы власть тип иҫәпләй. Пекиндағылар Тайвандәгеләрҙе провинция тип кенә һанай. Шуға ла улар бығаса гел бер-береһе менән осрашыуҙан ҡаса ине. Былтыр октябрҙә Азия-Тымыҡ океан иҡтисади берләшмәһендә лә Си Цзиньпин Ма Инцзю менән күрешеүҙән баш тартҡайны. Ма Инцзю хатта үҙе президент саҡта ҠХР етәкселәре менән бөтөнләй эш итмәҫкә һүҙ биргәйне.
Әммә ике лидер осрашты. Киләһе йылдың 16 ғинуарында Тайвандә президент һайлау үтергә тейеш. Ма Инцзю ошо сәйәси һынау алдынан үҙенә бер ни тиклем мәрәй туплап ҡалырға йыйына булһа кәрәк. Бындағы халыҡтың байтаҡ өлөшө материктағы Ҡытай менән бергә йәшәүҙе хуп күрә бит.
Әйткәндәй, Тайвань – донъяның алдынғы илдәре менән ярыша алырлыҡ төбәк. Барлығы 123 миллион кеше йәшәгән был ил эске тулайым продукт үҫеше буйынса 14-се урынды би­ләй, йән башына продукция етештереү күләме йәһәтенән тәүге тиҫтәгә инә. Утрауҙа эшһеҙлек мәсьәләһе юҡ кимәлендә. ҠХР ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел – иҡтисади үҫеш буйынса донъяла икенсе урында тора.
Ике етәксенең осрашыуы быға тиклемге кө­сөргәнеште бер аҙға булһа ла кәметер тип кө­төлә. Тайвань артабан да “бер ил – ике сис­те­ма” булып йәшәрме, йә булмаһа тулыһынса үҙал­лылыҡҡа өлгәшерме – уныһын ваҡыт күрһәтер.


Үҙгәртеп ҡороуға өмөт итеп...

Төркиәнең Үҙәк һайлау комиссияһы ил пар­ламентының яңы саҡырылышы өсөн ваҡыты­нан алда үткәрелгән тауыш биреүҙә Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһының еңеп сығыуын бел­дер­ҙе. Президент Тайып Эрдоган етәкселек иткән фирҡә ил тарихында дүртенсе тапҡыр инде иң күп депутат мандатын яулай. Был юлы Ғә­ҙел­лек һәм үҫеш партияһы һайлаусыларҙың 49,5 процент тауышын йыйыуға өлгәште, һөҙөмтәлә парламенттағы 550 урындың 317-һен улар биләйәсәк. Бер партиялы Хөкүмәт формалаштырыу өсөн иһә урындағы закон кәм тигәндә 279 кандидаттың депутат булып үтеүен талап итә.
Президент Тайып Эрдоган һәм Хөкүмәт баш­лы­ғы Әхмәт Довутоглы өсөн әлеге еңеү бик мө­һим. Уларға үҙҙәренең сәйәсәтен тотороҡло алып барыу өсөн парламентҡа йоғонто кәрәк. Өҫтәүенә илдә конституция реформаһы уҙға­рыр­ға ниәтләнәләр. Үҙгәртеп ҡороуға ярашлы Төркиә президент республикаһына әүерелергә тейеш. Әлегә иһә төп документтар буйынса ил етәксеһе булып премьер-министр иҫәпләнә. Реформа уңышлы уҙһа, был вәкәләттәр Тайып Эрдоганға күсәсәк.
Конституция реформаһы өсөн Мәжлестәге 330 депутаттың ризалығы мөһим. Әле иһә власть партияһы 317 урын алды, тинек. Тағы 13 тауышты башҡа фракцияныҡылар ҙа бирер, моғайын. Төркиәнең эске дошманы булған ҡурдтарға ҡаршы көрәште көсәйтеү өсөн дә Тайып Эрдоганға Мәжлестең яҡлауы кәрәк.


Бер күҙе – мәшриҡтә,
икенсеһе – мәғриптә


Белоруссияла Александр Лукашенконың президент вәкәләттәрен бишенсе тапҡыр үтәй башлауы уңайынан инаугурация булды. Был тантанаға әллә ни иғтибар бирмәҫкә лә булыр ине, әммә “Батька”ның сығышы уйланырға мәжбүр итте: ул ант биргән ваҡытта илдең ике йүнәлештә үҫәсәге хаҡында белдерҙе.
Көнсығышты ла, Көнбайышты ла берҙәй тиң күрәсәк Белоруссия етәксеһе. Ә бит ул һайлау алдынан башлыса беҙҙең илдең ярҙамына өмөт иткәйне, Владимир Путин йөҙөндә яҡлау тапты... Сәйәси һынау уҙып, бишенсе мөҙҙәткә һайланғайны, Көнбайышҡа йөҙ бормаҡсы. Инау­гурация барышында Украина президенты Петр Порошенконың уның тирәһендә уралыуы ла тиктәҫкә түгелдер. Европа союзы етәкселеге әкренләп Белоруссияны үҙенең яғына ауҙар­маҡсы, күрәһең. Белоруссияға ҡарата иғлан ителгән санкцияларын дүрт айға бөтөрөп тороуҙары ла шуға ишаралай. Быны һайлау алдынан “Батька”ның сәйәси тотҡондарҙы ирек­кә сығарыуына яуап тип баһалаһалар ҙа, йәшерен маҡсаттары ла тоҫмаллана.
Әлбиттә, Белоруссия яҡын арала ғына иле­беҙ­ҙең союздашы булыуҙан туҡтамаҫ, әммә уй­ла­нырға урын бар. Бер нисә йыл элек кенә Ук­раина менән дә мәңге дуҫ йәшәр кеүек инек бит.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә