Ҡытай менән Тайвань берләшерме?10.11.2015
Ҡытай лидерҙарының осрашыуы, Төркиәләге парламент һайлауында власть партияһының еңеүе, Белоруссияның ике йүнәлештә үҫеүгә иҫәп тотоуы уҙған арауыҡта донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды.
Ике системалы бер ил
7 ноябрҙә Сингапурҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән Ҡытай Республикаһы (Тайвань) президенты Ма Инцзю осрашты. Был ваҡиғаны тарихи хәл тип атарға мөмкин, сөнки 1949 йылдан бирле ике ил етәкселәренең рәсми рәүештә бер-береһен ҡабул иткәне булмаған.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән Ҡытай Республикаһын ике ил тип атарға тел әйләнмәй. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәйәси ҡоролош буйынса йәшәгән ике дәүләтте бер ил тип тә әйтеп булмай. Тарихтан белеүебеҙсә, ҡитғалағы граждандар һуғышы осоронда Гоминьдан партияһы коммунистар фирҡәһенән еңелә һәм материктағы Ҡытайҙан Тайвань утрауына ҡасырға мәжбүр була. Улар ошо биләмәне һәм тирә-яғындағы ваҡ утрауҙарҙы Ҡытай Республикаһы тип иғлан итә. Капиталистик ҡоролоштағы был дәүләтте донъялағы 23 ил таный. Гоминьданды ҡыҫырыҡлап сығарған коммунистар иһә, материктағы өлөштә Ҡытай Халыҡ Республикаһын булдырып, социалистик йүнәлештә йәшәп алып китә.
Утрауҙағы халыҡ бына нисәмә йыл инде ҠХР-ҙың баҫып алыуынан хәүефләнеп йәшәй. Әммә Тайванде АҠШ ҡурсалап тора, шуға ла материктағылар уға үтеп инергә бик ашҡынып бармай шикелле. 1992 йылға тиклем Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Ҡытай Республикаһының үҙ урыны булды. Әйткәндәй, ҠХР менән ҠР етәкселәренең икеһе лә үҙҙәрен законлы власть тип иҫәпләй. Пекиндағылар Тайвандәгеләрҙе провинция тип кенә һанай. Шуға ла улар бығаса гел бер-береһе менән осрашыуҙан ҡаса ине. Былтыр октябрҙә Азия-Тымыҡ океан иҡтисади берләшмәһендә лә Си Цзиньпин Ма Инцзю менән күрешеүҙән баш тартҡайны. Ма Инцзю хатта үҙе президент саҡта ҠХР етәкселәре менән бөтөнләй эш итмәҫкә һүҙ биргәйне.
Әммә ике лидер осрашты. Киләһе йылдың 16 ғинуарында Тайвандә президент һайлау үтергә тейеш. Ма Инцзю ошо сәйәси һынау алдынан үҙенә бер ни тиклем мәрәй туплап ҡалырға йыйына булһа кәрәк. Бындағы халыҡтың байтаҡ өлөшө материктағы Ҡытай менән бергә йәшәүҙе хуп күрә бит.
Әйткәндәй, Тайвань – донъяның алдынғы илдәре менән ярыша алырлыҡ төбәк. Барлығы 123 миллион кеше йәшәгән был ил эске тулайым продукт үҫеше буйынса 14-се урынды биләй, йән башына продукция етештереү күләме йәһәтенән тәүге тиҫтәгә инә. Утрауҙа эшһеҙлек мәсьәләһе юҡ кимәлендә. ҠХР ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел – иҡтисади үҫеш буйынса донъяла икенсе урында тора.
Ике етәксенең осрашыуы быға тиклемге көсөргәнеште бер аҙға булһа ла кәметер тип көтөлә. Тайвань артабан да “бер ил – ике система” булып йәшәрме, йә булмаһа тулыһынса үҙаллылыҡҡа өлгәшерме – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Үҙгәртеп ҡороуға өмөт итеп...
Төркиәнең Үҙәк һайлау комиссияһы ил парламентының яңы саҡырылышы өсөн ваҡытынан алда үткәрелгән тауыш биреүҙә Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһының еңеп сығыуын белдерҙе. Президент Тайып Эрдоган етәкселек иткән фирҡә ил тарихында дүртенсе тапҡыр инде иң күп депутат мандатын яулай. Был юлы Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы һайлаусыларҙың 49,5 процент тауышын йыйыуға өлгәште, һөҙөмтәлә парламенттағы 550 урындың 317-һен улар биләйәсәк. Бер партиялы Хөкүмәт формалаштырыу өсөн иһә урындағы закон кәм тигәндә 279 кандидаттың депутат булып үтеүен талап итә.
Президент Тайып Эрдоган һәм Хөкүмәт башлығы Әхмәт Довутоглы өсөн әлеге еңеү бик мөһим. Уларға үҙҙәренең сәйәсәтен тотороҡло алып барыу өсөн парламентҡа йоғонто кәрәк. Өҫтәүенә илдә конституция реформаһы уҙғарырға ниәтләнәләр. Үҙгәртеп ҡороуға ярашлы Төркиә президент республикаһына әүерелергә тейеш. Әлегә иһә төп документтар буйынса ил етәксеһе булып премьер-министр иҫәпләнә. Реформа уңышлы уҙһа, был вәкәләттәр Тайып Эрдоганға күсәсәк.
Конституция реформаһы өсөн Мәжлестәге 330 депутаттың ризалығы мөһим. Әле иһә власть партияһы 317 урын алды, тинек. Тағы 13 тауышты башҡа фракцияныҡылар ҙа бирер, моғайын. Төркиәнең эске дошманы булған ҡурдтарға ҡаршы көрәште көсәйтеү өсөн дә Тайып Эрдоганға Мәжлестең яҡлауы кәрәк.
Бер күҙе – мәшриҡтә,
икенсеһе – мәғриптә
Белоруссияла Александр Лукашенконың президент вәкәләттәрен бишенсе тапҡыр үтәй башлауы уңайынан инаугурация булды. Был тантанаға әллә ни иғтибар бирмәҫкә лә булыр ине, әммә “Батька”ның сығышы уйланырға мәжбүр итте: ул ант биргән ваҡытта илдең ике йүнәлештә үҫәсәге хаҡында белдерҙе.
Көнсығышты ла, Көнбайышты ла берҙәй тиң күрәсәк Белоруссия етәксеһе. Ә бит ул һайлау алдынан башлыса беҙҙең илдең ярҙамына өмөт иткәйне, Владимир Путин йөҙөндә яҡлау тапты... Сәйәси һынау уҙып, бишенсе мөҙҙәткә һайланғайны, Көнбайышҡа йөҙ бормаҡсы. Инаугурация барышында Украина президенты Петр Порошенконың уның тирәһендә уралыуы ла тиктәҫкә түгелдер. Европа союзы етәкселеге әкренләп Белоруссияны үҙенең яғына ауҙармаҡсы, күрәһең. Белоруссияға ҡарата иғлан ителгән санкцияларын дүрт айға бөтөрөп тороуҙары ла шуға ишаралай. Быны һайлау алдынан “Батька”ның сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарыуына яуап тип баһалаһалар ҙа, йәшерен маҡсаттары ла тоҫмаллана.
Әлбиттә, Белоруссия яҡын арала ғына илебеҙҙең союздашы булыуҙан туҡтамаҫ, әммә уйланырға урын бар. Бер нисә йыл элек кенә Украина менән дә мәңге дуҫ йәшәр кеүек инек бит.