Владимир Путин — һис шикһеҙ, дәүләттең хәҙерге сәйәсәтендәге иң сағыу шәхес. Шул уҡ ваҡытта уға бирелгән баһа ла бер төрлө генә түгел. “Путин яҡлы булмау” модаға әүерелде. Бының сәбәбе нимәлә? Рәсәй Федерацияһы президентлығына кандидат Владимир Путинды Башҡортостан Республикаһында ижтимағи яҡлау буйынса Халыҡ штабы етәксеһе, бойондороҡһоҙ политолог Альберт МИФТАХОВ менән бергә ошо һорауға яуап эҙләнек.
— Элекке ГФР канцлеры Шредер, Рим Папаһы һәм Рәсәй Президенты булырға теләмәҫ инем, тигән фекер әйткән. Минеңсә, ул бының менән ошо вазифаларҙы башҡарыуҙың бик ҡыйын икәнлеген билдәләй. Альберт Ленар улы, һеҙҙеңсә, Рәсәй Президенты булыу бик ҡыйынмы?
— Рәсәй, Ҡушма Штаттар, Ҡытай һәм Һиндостан кеүек илдәрҙә, йәғни ҙур биләмәне үҙ эсенә алған дәүләттәрҙә президент булыу еңелдән түгел. Уларҙа ҡарар ҡабул итеү ҙә, географик йәһәттән генә булһа ла, ауырға төшә, сөнки хатта сигнал тапшырыуға бәйле проблемалар тыуыуы ла ихтимал. “Петр батшаның арапты өйләндергәне” фильмында Петрҙы урындағы оҫта менән таныштырыуҙары, батшаның, егетте хуплап, арҡаһынан ҡағыуы хәтерегеҙҙәлер. Уның эргәһендәге баярҙар ҙа ошоно уҡ ҡабатлай. Әммә арҡанан ҡаҡҡан һайын ҡулдар ҡатыраҡ була бара. Егеткә нимә өсөн “эләгеүен” берәү ҙә аңламай. Иң һуңғы баяр ныҡ ҡына итеп оҫтаға һуҡҡандан һуң, “Ҡара уны!” тип киҫәтеп тә ҡуя. Минеңсә, иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеү ҙә еңел түгел, сөнки илебеҙҙә мәңгелек туңлыҡ та, сүллектәр ҙә бар — тариф сәйәсәтенең йәки ауыл хужалығы үҫешенең бында бер-береһенән ныҡлы айырылыуы аңлашыла. Камчатканың да, Калининградтың да мәнфәғәттәрен үтәрлек, этник, дини һәм башҡа бик күп үҙенсәлектәребеҙҙе иҫәпкә алырлыҡ кимәлдә илгә нисек идара итергә? Был — бик ҡатмарлы бурыс. Уны тәжрибәле һәм бер үк ваҡытта тәрән аҡыллы кеше генә тормошҡа ашыра ала. Шредер “көнләшмәйем” тип асыҡтан-асыҡ әйткән бит.
Шулай ҙа ул бер аҙ хәйләләшкәндер, тип уйлайым — ГФР канцлеры булыу ҙа ҡыйындыр. Шредерҙың Рәсәй дәүләтселегенең күп милләтлелеге тураһында әйткән һүҙҙәрен генә миҫал итеп алайыҡ. Әммә ГФР-ҙа йәшәгән швабтар, тюрингтар, прустар, саксондар араһында ла, илебеҙҙәге төрлө этностар араһындағы кеүек үк, үҙ-ара һәйбәт мөнәсәбәт йәшәп килә. Әйткәндәй, был йәһәттән әле донъяла кешеләрҙең үҙ идентификацияһы тураһындағы мәсьәлә тыуҙы. Ул милләт кеүек мөһим проблеманы ла үҙ эсенә ала. Йәғни бер осорҙа беҙ космополитизм тенденцияһын, милләттәр араһындағы сиктәрҙе юйып ташлау беҙҙе донъя кешеләре тип таныу күренешен күҙәттек. Хәҙер йүнәлеш үҙгәрҙе. Шуға күрә Путиндың программа мәҡәләләренең береһендә кешенең үҙ сығышы өсөн ғорурлығын, йәғни үҙ идентификацияһын һәм милләтен юйып ташлау, ҡыҫырыҡлап сығарыу түгел, ә уларҙы хәҙерге кеше өсөн тәбиғи булған космополитизм менән берләштереү ҡарала. Шәхестең үҙ идентификацияһы төп урынға ҡуйылып, танып белеүҙә башҡа бер ниндәй ҙә критерийҙар иҫәпкә алынмауы бер юҫыҡтағы ҡараш булыуы менән килешерһегеҙ, моғайын. Был осраҡта аңыбыҙҙан яҡшы йәки насар кеше, хеҙмәттәш йәки хеҙмәттәш түгел кеүек ғәҙәти төшөнсәләр юҡҡа сыға. Икенсе яҡтан, космополитҡа әүерелеп, беҙ атайсал төшөнсәһенә нигеҙләнгән илһөйәрлекте юғалтабыҙ. Шул иҫәптән бөйөк, дәүләт ватансылығы ла юҡҡа сыға. Үҙ ғаиләңдең тамырҙарын белмәү, милләтеңде күрһәтмәү — милли идеяны, милли ғорурлыҡты юғалтыуға илткән тура юл ул. Ҡайҙа йәшәһәң дә, барыбер түгелме ни? Тыуған илде — урманды йәки киндерҙе, дуҫты йәки иптәште һәр саҡ һатып ебәрергә мөмкин. Күптән түгел генә бының менән осраштыҡ. Ҡайһы бер етәкселәр Рәсәй ерҙәрен таратты: Сахалинды — япондарға, Ҡырымды Украинаға бирәйек, тине. Бының менән шаярырға ярамай. Сөнки власть — һәр саҡ яуаплылыҡ. Ул дыуамаллыҡ түгел. Нимә теләйһең, шуны эшләргә, мәҫәлән, оркестрға дирижерлыҡ итергә йәки йөкмәтелгән яуаплылыҡ кимәлен аңламайынса, үҙ белдегең менән республикаларҙы үҙгәртергә, бөйөк дәүләтте емерергә, унан һуң властан баш тартырға ярамай. Власть мәсьәләһе бик сетерекле. Беҙ йыш ҡына уның ниндәйҙер хөрәфәти сифаттарын күрәбеҙ, сөнки һәр кеше, мантия кейеп, ҡулына власть атрибуттарын — державаны һәм скипетрҙы алып, бер аҙ дыуамалға әүерелә, сөнки яуаплылыҡ йөгө психологияны, тирә-яҡта барған ваҡиғаларға мөнәсәбәтте үҙгәртә. Берәүҙәрҙе ул һындыра, икенселәрҙең башын әйләндерә ала.
Был йәһәттән Владимир Владимировичҡа, 2001 йылдан алып уның ысын власта үҙен нисек тотоуына тейешле баһа бирергә кәрәк. “Мономах бүреге”нең ауыр булыуы, етешһеҙлектәр, дәүләт етәксеһе башҡарған эштәрҙең һәр ваҡытта ла оҡшап етмәүе аңлашыла. Шул уҡ ваҡытта беҙ унда мин-минлекте, маһайыусанлыҡты, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмауҙы, “мин — түрә, тимәк, шулай буласаҡ” тип үҙ ҡарарҙарын үҙгәртергә теләмәүен күрмәйбеҙ. Владимир Путин бөтә нәмәне айыҡ аҡыл менән ҡабул итә, ә бит кешеләрҙең фекере менән шул тиклем ҡыҙыҡһыныуҙы яһалма сағылдырыу мөмкин түгел. Уның ваҡиғалар айышына йылдам төшөнөүе һәр саҡ күренә, үҙ фекерен төплө итеп аңлата белә. Икенсенән, Владимир Путин ысынбарлыҡҡа тап килгән ҡарарҙар ҡабул итә — йыш ҡына улар алдан уҡ әҙерләнмәй. Менеджер, идарасы өсөн хәлдең айышына тиҙ төшөнөү оҫталығы — етәксе булырлыҡ кешенең төп сифаты. Был бөгөн айырыуса мөһим.
— Һеҙ ҡарарҙарҙы йылдам ҡабул итеү һәләтен айырып билдәләйһегеҙ. Бының сәбәбе нимәлә?
— Ябай миҫал. Сәйәсмәндәр, донъя финанс көрсөгө еңеп сығылды, ти. Әммә иҡтисадсылар башҡа фекерҙә. Уларҙың дәлилдәре ысын көрсөктөң яҡынлашып килеүен раҫлай. Өҫтәүенә, был мәсьәлә етди иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙҙәренең барлыҡ ресурстарын тулыһынса ҡулланып бөткән алға киткән илдәр өсөн айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй бындай ресурстарға эйә, әммә бында, янғындағы йәки һуғыштағы кеүек, ҡарарҙарҙы кисектермәҫтән ҡабул итергә тура киләсәк, тап шуға күрә тәжрибәле командир булыуы зарур. Владимир Путин — нәҡ шундай кеше һәм быны ул үҙенең элекке эше менән иҫбатланы. Ҡаушап ҡалмай, башын юғалтмай, киҫкен хәлдәрҙә ҡарарҙарҙы тиҙ һәм дөрөҫ ҡабул итә. 2001 йылдан һуңғы тормошобоҙ уларҙың хаҡлы булыуын күрһәтте.
— Шулай ҙа йәмғиәтебеҙҙә проблемалар әлегә байтаҡ. Кешеләр, Путиндың яңы һайлау алды вәғәҙәләрен тыңлағандан һуң, “Ә ни өсөн ошо мәсьәләләрҙе ул элегерәк хәл итмәне?” тигән һорау бирә.
— Ысынлап та — был Путинға булған төп дәғүә. 2001 йылда, унан һуң 2008 йылда уның “чистка” үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Владимир Владимирович ил тип әйтергә лә тел әйләнмәгән илде ҡабул итте: беҙҙең республикалағы, Татарстан, Ҡалмығстандағы сетерекле хәлдәрҙе иҫкә алайыҡ, Кавказ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Приморье һәм Краснодар крайҙары губернаторҙары Наздратенко менән Кондратенко ул осорҙа бойондороҡһоҙ сәйәсәт алып бара ине. Финанс таянысы булмаған яңы дәүләт башлығына власть вертикален йомшаҡ итеп төҙөргә кәрәк ине. Ҡайҙан аҡса алырға, шәхси ҡулда тупланған ресурс базаһын (нефть промыслаларын, углеводород сығарыуҙы) нисек файҙаланырға? Владимир Путин ошоларҙы еңеп сыға алды. Хәҙер Зюганов әфәнденең сәнәғәтте национализациялау тураһындағы белдереүҙәре аптырау уята. Ниндәй сәнәғәтте? Ул былай ҙа национализацияланған бит. 1993 йылдан алып Дәүләт Думаһында ул саҡтағы иң ҙур Рәсәй Коммунистар партияһы фракцияһына етәкселек иткән Зюганов осоронда нефть сығарыу һәм нефть продукттарын эшкәртеү, караптар эшләү һәм авиация буйынса донъялағы иң ҡеүәтле предприятиеларҙың күбеһе шәхси ҡулдарға эләкте. Ә Путин осоронда милек дәүләт ҡулына ҡайтарылды. Бөтә углеводород тармағы тиерлек, Мурманскиҙағы һәм Санкт-Петербургтағы ҙур верфтәр, телеканалдар дәүләт ҡулына күсте. Национализация тормошҡа ашырылды, әммә ҡан ҡойош, атыш-тартыш булманы.
Хәҙер 2008 йылды ҡарайыҡ һәм уны 1998 йыл менән сағыштырайыҡ. Ул саҡта, минеңсә, көрсөк түгел, ә яһалма тыуҙырылған афера ғына булған. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ: хәлде алдан белгәндәрҙең барыһы ла бер сәғәт эсендә дәүләттең ҡыҫҡа ваҡытлы облигацияларын аҡсаға әйләндерҙе, ә башҡалар өсөн дефолт иғлан ителде. Беҙ тулыһынса бөлдөк, вкладтарыбыҙ “янды”, әммә берәй банкир зыян күрҙеме? Тап шул саҡта бер төркөм иптәштәр ҡалған активтарҙы — Норильск никелен, алюминий һәм башҡаларҙы һуҡыр тингә һатып алды. Нәҡ шул саҡта байҙар тағы ла байыны, беҙҙең миллиардерҙар мультимиллиардерҙарға әүерелеп, Форбс исемлегенә инде. 2008 йылғы көрсөк — бөтөнләй икенсе күренеш. Горбачев заманынан алып Ельцин осорона тиклемге бөтә заемдар “шаңдауы” үҙен һиҙҙертте. Көнбайыш банктары бурысты ҡайтарыуҙы талап итте. Бирешмәнек. Улай ғына түгел, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе, пособие, эш хаҡтарын арттырыуҙы дауам итәбеҙ. Әлбиттә, бер кешегә иҫәпләгәндә — күп түгел, әммә бөтә ил күләмендә — триллиондар. Онотмағыҙ, бындай хәлдәр бөтә илдә һәм төрлө өлкәләрҙә бер үк мәлдә бара, социаль объекттар инфраструктураһына ла байтаҡ аҡса һалына. Әле беҙ иҡтисадты яңыртыуға дөрөҫ йүнәлеште таптыҡ һәм бының өсөн инфраструктура проекттары кәрәклеген аңлайбыҙ. Быға донъя финанс көрсөгө ҡамасауламай. Айҙар буйы эш хаҡын, пенсияларҙы ала алмауҙы, аҙыҡ-түлекте талон менән биреүҙәрен көтөп сиратта торған көндәрҙе оноттоҡмо ни? Ни өсөн кемдер, ул проблемаларҙы хәл итмәй, тип иҫәпләй? Хәл итә. Һуңғы ун йыллыҡ ил тарихында иң насары булманы тигән һүҙҙәр менән кем килешмәҫ? Беҙгә күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнамай, 20–30 һәм 70 йыл элек яһалған хаталарға әйләнеп ҡайтмай, уларҙы ҡабатламай башлауыбыҙҙы аңларға ваҡыт. Беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ. Власта тотҡарлыҡһыҙ мөмкин түгел. Быны мин тарихсы булараҡ та әйтәм. Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, алдаҡсылар мотлаҡ ышанысҡа инә, кемдер ҡамасаулай, исемеңә бысраҡ яға — власта “стериль” хәл булмай. Тарихыбыҙҙың ҡайһы бер дәүерҙәрендә етәкселәребеҙҙе Аллаға тиңләү, йомшаҡ итеп әйткәндә, көлкөлө күренеш. Күптәр өсөн власта оҙаҡ ултырыу “минус” булһа, хәҙерге шарттарҙа — ҙур “плюс”. Йәш хирургка ҡарағанда тәжрибәлеһенә күберәк баралар бит. Путин менән дә шулай.
— Владимир Путин тәүге тапҡыр ил президентлығына һайлауҙа ҡатнашҡанда электораттың ҙур өлөшөн үҙ яғына йәлеп итер өсөн уға нимәлер эшләргә тура килмәне кеүек. Бөгөн уның һайлау алды технологиялары үҙгәрҙе...
— Ул саҡта кандидаттарҙан айырылып тороуы уға еңеү килтерҙе — барыһы ла халыҡтың тел осондағы мәсьәләләрҙе яңғыратҡан айыҡ аҡыллы кешене күрҙе. Хәҙер хәл башҡараҡ — кеше власта булып алды, ҡағылды-һуғылды, Интернетта имеш-мимештәргә күмелде, күп тапҡыр хупланды һәм хурланды. Әммә ул үҫә, үҙгәрә.
— “Рәсәйгә яңы Путин кәрәк” тигән әйтем осраҡлы тыумағандыр, күрәһең...
— Мин быны икенсерәк әйтер инем: үҙе ярҙам күрһәткән бик күп кешенән рәхмәт урынына тәнҡит һүҙҙәре ишеткән, яңырған Путин кәрәк. Сәйәсмән өсөн халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе — тәбиғи күренеш. Был ризаһыҙлыҡтан кемдеңдер үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы — шулай уҡ аксиома. Минеңсә, яңырған Путин үҙе өсөн реформатор Столыпинға әүерелеүҙән башҡа юл булмауын аңларға тейеш. Бөгөн ҡәтғи реформалар үткәрергә ярамай, үткәрмәү ҙә мөмкин түгел. Үҙәк властың көслө таянысы булырға тейеш, әммә урындағы етәкселәргә лә эш өсөн мөмкинлектәр булдырыу зарур.
Владимир Путин бөгөн үҙ образын үҙгәртә. Ул эргәһендәге кешеләрҙе лә тамырынан алмаштырыу хаҡында белдерҙе. Ул эш кешеләренә таяна.
Ул аныҡ эште маҡсат итеп ҡуйыуы менән ота.
Гүзәл НӘБИЕВА әңгәмәләште.