Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Италия премьер-министры Маттео Ренциҙың Мәскәүгә килеүе, Украинала һаман да тыныслыҡ урынлашмауы, Грузияның элекке президенты Михаил Саакашвилиҙың яңынан власҡа әйләнеп ҡайтырға ынтылыуы был көндәрҙә иғтибар үҙәгендә булды.

Германия менән
Францияға эйәреп...


8 мартта Мәскәүгә Италия премьер-министры Маттео Ренци килде. Был дәүләт етәкселегенең илебеҙгә сәфәре – бик һирәк күренеш. Әлегеһе бик сәйер генә килеп сыҡты. Башта Маттео Ренци эш сәфәре менән Киевта булғайны. Был йәһәттән уның сәфәре Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция президенты Франсуа Олландтыҡына оҡшаш. Улар ҙа Мәскәүгә килерҙән алда юл ыңғайы Киевҡа инеп сыҡҡайны.
Маттео Ренци Киевта Петр Порошенко менән осраш­ҡандан һуң ғына Мәскәүгә килде. Йәғни Европа союзы илдәре етәкселәре алып барған сәйәсәткә тоғролоғон күрһәтергә булды кеүек. ЕС дәүләттәренең барыһы ла, белеүебеҙсә, бөгөн Украинаны яҡлап сығыш яһай. Маттео Ренци илебеҙ президенты Владимир Путин менән осрашыр алдынан февраль аҙағында ғына Мәскәүҙә атып үлтерелгән сәйәсмән Борис Немцов хөрмәтенә гөлләмә һалған.
Һуңынан ул илебеҙ етәксеһе менән рәсми осрашыу уҙғарҙы. Германия һәм Франция менән бер рәттән Италияның да Украина конфликтын хәл итешергә әҙер булыуын белдерҙе премьер-министр. Был тәңгәлдә аныҡ тәҡдимен дә еткерҙе. Италиялағы Трентино- Альто-Адидже төбәген миҫал итеп килтереп, Донбасс һәм Луганск өлкәләренең Украина составында ошо тәртиптә йәшәй алырҙарын дәлилләргә тырышты. Билдәле булыуынса, Италияның төньяҡ өлөшөндә автономияға һәм айырым статусҡа эйә Трентино-Альто-Адидже төбәге бар, һәм ул уңышлы үҫешә. Маттео Ренци Луганск һәм Донбасс өлкәләренә лә айырым статус һәм автономия биреү яғында булыуын белдерҙе. Был, ысынлап та, эшлекле тәҡдим. Ошондай ҡаты һуғыштарҙан һуң Донбасс һәм Луганск өлкәләренең элеккесә йәшәй алмаҫы көн кеүек асыҡ. Ҡырым кеүек Рәсәйгә лә ҡушыла алмайҙар. АҠШ һәм Европа илдәре былай ҙа илебеҙгә ҡарата төрлө ғәйеп өйә, санкциялар иғлан итә. Тик был осраҡта украиндарҙың – итальян, ә ополчение көстәренең третиндар кеүек булыуы шарт. Йәғни Италияның административ-территориаль бүленешен күсермә рәүешендә генә Украинала ҡулланып булмаясаҡ, тимәксемен.
Италия премьеры Владимир Путин менән осрашыуы барышында быйыл йәй Милан ҡалаһында үтәсәк “EХРО-2015” күргәҙмәһе хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатты. Владимир Путин, моғайын, был сараға барыр тип көтөлә.
Маттео Ренци Мәскәүҙә сағында бик асылып барманы, журналистар менән аралашыуҙы ла кәрәкле тип тапманы. Күрәһең, үҙ-үҙенә ышанысы булмағандыр инде. Яңылыштан берәй һүҙ әйтеп ысҡындырырмын, тип тә шөрләгәндер. Ни тиһәң дә, Италия ла бит илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙа ҡатнаша. Ә журналистар менән осрашҡан хәлдә мотлаҡ был мәсьәлә күтәрелер ине.
Осрашыу барышында Ливиялағы хәл-ваҡиғалар ҙә тикшерелде. Италия премьер-министры Рәсәйҙең Мысыр менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуын юғары баһаланы, һәм был Яҡын Көнсығышта тотороҡлолоҡ урынлаштырыуға булышлыҡ итер, тип юраны.

Тыныслыҡ һаман да юҡ

Украинала һаман да ныҡлы тыныслыҡ урынлашмаған әле. Дөрөҫ, Минск килешеүенән һуң бер ни тиклем тәртип булдырыуға, ауыр хәрби техниканы низағтар барған урындан алыҫҡараҡ алып китеүгә өлгәшелде. Әммә килешеүҙәге барлыҡ пункттар ҙа теүәл үтәлә тип әйтеп булмай. Ике яҡ та көн дә тип әйтерлек хәрби көс ҡулланып тора. Хәлде яйға һалыр өсөн үткән аҙнала Берлин ҡалаһында Норманд форматындағы осрашыу (Германия, Франция, Рәсәй, Украина) булып уҙҙы. Унда илебеҙ исеменән сит ил эштәре министры урынбаҫары Григорий Карасин сығыш яһаны.
Сарала Европа Советының тышҡы сәйәсәт буйынса комиссары Федерика Могерини ҙа ҡатнашты. Был ханым һуңғы арала ҙур әүҙемлек күрһәтә. Германияның сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер белдереүенсә, Федерика Могерени осрашыуҙа “халыҡ-ара хәлде көйләргә ярҙам итә”. Бының менән ЕС “Норманд дүртәүе”нә ышанмаусанлығын күрһәтә. Берлиндағы осрашыуҙа хәрби тотҡондар менән алышыу, гуманитар ярҙам күрһәтеү, ауыр хәрби техниканы низағ барған урындан алыҫҡараҡ алып китеү мәсьәләләре тикшерелде. АҠШ һәм ЕС илдәре Украиналағы һуғыштың дауам итеүендә һаман да илебеҙҙе ғәйепләй. Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон санкцияларҙы көсәйтеү кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Тик бының менән генә тыныслыҡ урынлашыры бик икеле.

Саакашвили йәнә
власҡа ынтыла


Грузияла йәнә сыуалыштар башланырға тора – оппозиция вәкилдәре 21 мартта ил Хөкүмәтен отставкаға ебәреүҙе талап иткән митинг уҙғарырға ниәтләнә. Элекке президент Михаил Саакашвилиҙың эше был. Ул февралдәге бер сығышында яңынан власҡа әйләнеп ҡайтырға теләгәнен белдергәйне.
Билдәле булыуынса, Украина президенты Петр Порошенко Михаил Саакашвилиға Украина Хөкүмәтендә вице-премьер вазифаһын тәҡдим иткәйне. Шул саҡта Саакашвили: “Вице-премьер вазифаһына барһам, Украина гражданлығын ҡабул итергә тура киләсәк. Ә ул сағында мин Грузия гражданлығынан мәхрүм ҡалам. Грузияла 2016 йылда буласаҡ парламент һайлауында еңеү яуларға һәм яңынан власҡа әйләнеп ҡайтырға йыйынам бит”, – тигәйне. Үҙе властан баш тартһа ла, Саакашвилиҙың элекке ярандарынан байтағы Украинала юғары вазифаға үрләтелде. Шулар һәм Көнбайыш илдәре ярҙамы менән Саакашвили Грузияла йәнә сыуалыштар ойоштормаҡсы.
Тик 2003 йылдағы “ҡыҙғылт-һары” революцияның ҡабатланыры икеле. Билдәле булыуынса, ул саҡта Эдуард Шеварднадзе президентлыҡтан ситләтелде һәм, яңы һайлау көнө билдәләнеп, 2004 йылда власҡа Михаил Саакашвили килгәйне. Тарих ҡабатлана, тиҙәр, әммә был осраҡта Саакашвили файҙаһына булмаясаҡ. Грузия халҡы уның ниндәй икәнлеген күрҙе инде, ҡабаттан һайламаҫтар, моғайын.





Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә