Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тышҡы сәйәсәт ҡыуандыра
Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа союзы дәүләттәре илебеҙгә ҡарата яңынан-яңы санкциялар ҡабул иткән бер мәлдә, Рәсәй етәкселеге тышҡы сәйәсәттә яңы партнерҙар эҙләү менән мәшғүл. Үткән аҙнала Владимир Путин эш сәфәре менән Венгрияла булды.


НАТО ағзаһы менән дә хеҙмәттәшбеҙ

Илебеҙ етәксеһенең тышҡы сәйәсәттәге уңыштары һоҡландырырлыҡ. Яңыраҡ ҡына Мысырҙа эш сәфәре менән булып ҡайтҡан ине. Унан алда иһә — Төркиәлә яңы газ контракты төҙөүе, декабрҙә Һиндостанға уңышлы эш сәфәре, Ҡытай, Латин Америкаһы илдәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыуы... Әле килеп Европаның үҙәгендәге Венгрия менән хеҙ­мәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыуы сәйәси еңеүҙәр иҫәбен арттырҙы.
Венгрия премьер-министры Виктор Орбан Будапешт ҡалаһында Владимир Путинды бик йылы ҡаршы алды. Осрашыу барышында Венгрияны газ һәм нефть менән тәьмин итеү буйынса ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: илебеҙ быға тиклем дә Венгрия менән бәй­ләнеш тота ине. Айырыуса атом энерге­тикаһы өлкәһендә. Ә углеводород сеймалының 75-80 процентын Венгрия Рәсәйҙән һатып ала. Рәсәй-Венгрия мөнәсәбәттәренең яйланып китеүен, әлбиттә, Европа союзында ла, күр­шеләге Болгарияла ла бик өнәп еткермәнеләр. Билдәле булыуынса, “Көньяҡ ағым” исеме алған газ үткәргес торбалар Ҡара диңгеҙ төбө аша һуҙылып, Болгария биләмәһе аша Европаның башҡа илдәренә таралырға тейеш ине. Болгария был төҙөлөшкә һуңғы сиккә тиклем рөхсәт бирмәй килде. Тап шул саҡта илебеҙ етәкселеге Болгария биләмәһе аша үтәсәк газ үткәргескә альтернатива эҙләп тапты ла инде – торбаларҙы Төркиә аша һуҙыу мәсьәләһе хәл ителде. Төркиәнән Рәсәй газы Греция аша Македония, Сербия һәм Венгрияға тараласаҡ.
Европала Венгрия Рәсәйҙең ҙур стратегик партнеры булып тора. Иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү буйынса был дәүләт, Германия һәм Австриянан ғына ҡалышып, өсөнсө баҫҡысты биләй. Әйткәндәй, Европала ике ил – Венгрия менән Бөйөк Британия — һәр саҡ рәсми Брюссель сәйәсәтенә ҡаршы сығыусылар булараҡ билдәле. Рәсми Лондон иһә бына нисәмә йыл инде ЕС-тан айырылып сығыу менән янай, Брюсселде АҠШ алып барған сәйәсәттән тайпылыуҙа ғәйепләй. Ә Венгрия иһә ЕС сәйәсәте менән башҡа яҡтан риза түгеллеген белдерә килә. Шуға ла уларҙың беҙҙең ил менән яҡынайырға ынтылыуын аңларға була. Әлбиттә, Венгрия – ЕС һәм НАТО ағзаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ил үҙен­сәлекле сәйәсәт алып бара. Ҡайһылай ғына булмаһын, Владимир Путиндың әлеге эш сәфәре ҙур әһәмиәткә эйә.


Һумдың ҡулланылыш даирәһе киңәйә


Мысырға эш сәфәренә килгәндә инде, Владимир Путин яңы быуат башынан алып был илдә икенсе тапҡыр булды. Ә ундағы яңы президент, фельдмаршал Әбдел Фәттәх ас-Сасси менән өсөнсөгә осрашыуы. Билдәле булыуынса, заманында Мы­сыр СССР-ҙың союздашы тип иҫәпләнде. Пирамидалар иленә СССР ҙур ярҙам күрһәтте. Хәрби йәһәттән генә түгел ине был булышлыҡ. Мысыр йәштәрен илебеҙҙә уҡытып сығарыу булһынмы, бушлай ғына ҡеүәтле электр станциялары төҙө­шөү­ме – “дуҫлыҡ хаҡына” ба­рыһы ла эшләнде. Мысыр президенты булып Нәсир ултырған саҡта, был илгә айырыу­са ҙур иғтибар бирелде.
Һуңғараҡ иһә Мысырҙа байтаҡ ҡына үҙгәрештәр булып алды. Власҡа Хөсни Мөбә­рәк килгәндән бирле илебеҙ менән мөнә­сәбәттәр бер ни тиклем һыуына төштө. Мөбәрәк, СССР-ҙа белем алып сыҡҡан хәрби етәксе булһа ла, АҠШ менән яҡынайыуҙы хуп күрҙе. Ошондай яҡынайыу “Ғәрәп яҙы” рево­люцияһы мәлендә уның үҙен дә харап итеп ҡуйҙы. Хөсни Мөбәрәкте властан ситләткәндән һуң, “Мосолман ҡәрҙәштәр” боевиктар төркөмө яҡлы Мөрси власҡа килде. Ул да власта оҙаҡ тора алманы. Былтыр йәй уның урынын Әбдел Фәттәх ас-Сасси биләне һәм илебеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу эшенә тотондо. Мысыр Африка ҡитғаһында геосәйәси, иҡти­сади йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә ил булып тора. “Ғәрәп яҙы” революция­һынан һуң элекке позицияларын юғалта төшһә лә, Африканың байтаҡ ҡына дәүләттәре Мысырға ғына ҡарап тора, тиһәң, шаштырыу булмаҫ. Был төбәктә Хөсни Мөбәрәк, Муаммар Каддафи кеүек йоғонтоло сәйәсмәндәр юҡ ителгәндән һуң, Әбдел Фәттәх ас-Сасси кеүек лидерҙарҙан бушлыҡты тултырыу талап ителә. Владимир Путиндың эш сәфәре Әбдел Фәттәх ас-Сассиҙың абруйын күтәреүгә ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итмәй ҡалмая­саҡ. Унан килеп, Мысыр был төбәктә “тотороҡ­лолоҡ утрауы” булып ҡалырға тейештер. Сүриә, Ираҡ, Ливия кеүек илдәрҙә һуғыш барған, Израиль менән Фәләстән һаман тыныс­лана алмаған бер мәлдә, Мысырҙағы тыныслыҡ барыһы өсөн дә кәрәк.
Владимир Путинды Ҡаһирә халҡы бик йылы ҡаршы алды. Илебеҙ етәксеһе Мысырҙа бынан 10 йыл элек булып киткәйне инде. Дмитрий Медведев та президент сағында барып әйләнде. Был дәүләт илебеҙ етәкселеге өсөн бөтөнләй ят түгел, тимәксемен. Ике ил етәк­сеһенең осрашыуы барышында байтаҡ ҡына килешеүҙәргә өлгәшелде. Шуныһы һөйөнөслө: үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткәндә бынан ары доллар түгел, ә һум менән иҫәпләшәсәкбеҙ. Мысырҙа ватандаштары­быҙҙың күпләп ял итеүен иҫәпкә алып, был илдә һум менән тауар һата башлаясаҡтар. Быныһы инде АҠШ-тың һарыуын ҡайнатмай ҡалмаҫ, моғайын. Бына шулай, илебеҙ төрлө яҡлап ҡыҫымға алына барған бер мәлдә, тышҡы сәйәсәттәге уңышлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булараҡ, яңынан-яңы партнерҙар барлыҡҡа килә.






Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә