Тышҡы сәйәсәт ҡыуандыра24.02.2015
Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа союзы дәүләттәре илебеҙгә ҡарата яңынан-яңы санкциялар ҡабул иткән бер мәлдә, Рәсәй етәкселеге тышҡы сәйәсәттә яңы партнерҙар эҙләү менән мәшғүл. Үткән аҙнала Владимир Путин эш сәфәре менән Венгрияла булды.
НАТО ағзаһы менән дә хеҙмәттәшбеҙ
Илебеҙ етәксеһенең тышҡы сәйәсәттәге уңыштары һоҡландырырлыҡ. Яңыраҡ ҡына Мысырҙа эш сәфәре менән булып ҡайтҡан ине. Унан алда иһә — Төркиәлә яңы газ контракты төҙөүе, декабрҙә Һиндостанға уңышлы эш сәфәре, Ҡытай, Латин Америкаһы илдәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыуы... Әле килеп Европаның үҙәгендәге Венгрия менән хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйыуы сәйәси еңеүҙәр иҫәбен арттырҙы.
Венгрия премьер-министры Виктор Орбан Будапешт ҡалаһында Владимир Путинды бик йылы ҡаршы алды. Осрашыу барышында Венгрияны газ һәм нефть менән тәьмин итеү буйынса ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: илебеҙ быға тиклем дә Венгрия менән бәйләнеш тота ине. Айырыуса атом энергетикаһы өлкәһендә. Ә углеводород сеймалының 75-80 процентын Венгрия Рәсәйҙән һатып ала. Рәсәй-Венгрия мөнәсәбәттәренең яйланып китеүен, әлбиттә, Европа союзында ла, күршеләге Болгарияла ла бик өнәп еткермәнеләр. Билдәле булыуынса, “Көньяҡ ағым” исеме алған газ үткәргес торбалар Ҡара диңгеҙ төбө аша һуҙылып, Болгария биләмәһе аша Европаның башҡа илдәренә таралырға тейеш ине. Болгария был төҙөлөшкә һуңғы сиккә тиклем рөхсәт бирмәй килде. Тап шул саҡта илебеҙ етәкселеге Болгария биләмәһе аша үтәсәк газ үткәргескә альтернатива эҙләп тапты ла инде – торбаларҙы Төркиә аша һуҙыу мәсьәләһе хәл ителде. Төркиәнән Рәсәй газы Греция аша Македония, Сербия һәм Венгрияға тараласаҡ.
Европала Венгрия Рәсәйҙең ҙур стратегик партнеры булып тора. Иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү буйынса был дәүләт, Германия һәм Австриянан ғына ҡалышып, өсөнсө баҫҡысты биләй. Әйткәндәй, Европала ике ил – Венгрия менән Бөйөк Британия — һәр саҡ рәсми Брюссель сәйәсәтенә ҡаршы сығыусылар булараҡ билдәле. Рәсми Лондон иһә бына нисәмә йыл инде ЕС-тан айырылып сығыу менән янай, Брюсселде АҠШ алып барған сәйәсәттән тайпылыуҙа ғәйепләй. Ә Венгрия иһә ЕС сәйәсәте менән башҡа яҡтан риза түгеллеген белдерә килә. Шуға ла уларҙың беҙҙең ил менән яҡынайырға ынтылыуын аңларға була. Әлбиттә, Венгрия – ЕС һәм НАТО ағзаһы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ил үҙенсәлекле сәйәсәт алып бара. Ҡайһылай ғына булмаһын, Владимир Путиндың әлеге эш сәфәре ҙур әһәмиәткә эйә.
Һумдың ҡулланылыш даирәһе киңәйә
Мысырға эш сәфәренә килгәндә инде, Владимир Путин яңы быуат башынан алып был илдә икенсе тапҡыр булды. Ә ундағы яңы президент, фельдмаршал Әбдел Фәттәх ас-Сасси менән өсөнсөгә осрашыуы. Билдәле булыуынса, заманында Мысыр СССР-ҙың союздашы тип иҫәпләнде. Пирамидалар иленә СССР ҙур ярҙам күрһәтте. Хәрби йәһәттән генә түгел ине был булышлыҡ. Мысыр йәштәрен илебеҙҙә уҡытып сығарыу булһынмы, бушлай ғына ҡеүәтле электр станциялары төҙөшөүме – “дуҫлыҡ хаҡына” барыһы ла эшләнде. Мысыр президенты булып Нәсир ултырған саҡта, был илгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
Һуңғараҡ иһә Мысырҙа байтаҡ ҡына үҙгәрештәр булып алды. Власҡа Хөсни Мөбәрәк килгәндән бирле илебеҙ менән мөнәсәбәттәр бер ни тиклем һыуына төштө. Мөбәрәк, СССР-ҙа белем алып сыҡҡан хәрби етәксе булһа ла, АҠШ менән яҡынайыуҙы хуп күрҙе. Ошондай яҡынайыу “Ғәрәп яҙы” революцияһы мәлендә уның үҙен дә харап итеп ҡуйҙы. Хөсни Мөбәрәкте властан ситләткәндән һуң, “Мосолман ҡәрҙәштәр” боевиктар төркөмө яҡлы Мөрси власҡа килде. Ул да власта оҙаҡ тора алманы. Былтыр йәй уның урынын Әбдел Фәттәх ас-Сасси биләне һәм илебеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу эшенә тотондо. Мысыр Африка ҡитғаһында геосәйәси, иҡтисади йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә ил булып тора. “Ғәрәп яҙы” революцияһынан һуң элекке позицияларын юғалта төшһә лә, Африканың байтаҡ ҡына дәүләттәре Мысырға ғына ҡарап тора, тиһәң, шаштырыу булмаҫ. Был төбәктә Хөсни Мөбәрәк, Муаммар Каддафи кеүек йоғонтоло сәйәсмәндәр юҡ ителгәндән һуң, Әбдел Фәттәх ас-Сасси кеүек лидерҙарҙан бушлыҡты тултырыу талап ителә. Владимир Путиндың эш сәфәре Әбдел Фәттәх ас-Сассиҙың абруйын күтәреүгә ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итмәй ҡалмаясаҡ. Унан килеп, Мысыр был төбәктә “тотороҡлолоҡ утрауы” булып ҡалырға тейештер. Сүриә, Ираҡ, Ливия кеүек илдәрҙә һуғыш барған, Израиль менән Фәләстән һаман тыныслана алмаған бер мәлдә, Мысырҙағы тыныслыҡ барыһы өсөн дә кәрәк.
Владимир Путинды Ҡаһирә халҡы бик йылы ҡаршы алды. Илебеҙ етәксеһе Мысырҙа бынан 10 йыл элек булып киткәйне инде. Дмитрий Медведев та президент сағында барып әйләнде. Был дәүләт илебеҙ етәкселеге өсөн бөтөнләй ят түгел, тимәксемен. Ике ил етәксеһенең осрашыуы барышында байтаҡ ҡына килешеүҙәргә өлгәшелде. Шуныһы һөйөнөслө: үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткәндә бынан ары доллар түгел, ә һум менән иҫәпләшәсәкбеҙ. Мысырҙа ватандаштарыбыҙҙың күпләп ял итеүен иҫәпкә алып, был илдә һум менән тауар һата башлаясаҡтар. Быныһы инде АҠШ-тың һарыуын ҡайнатмай ҡалмаҫ, моғайын. Бына шулай, илебеҙ төрлө яҡлап ҡыҫымға алына барған бер мәлдә, тышҡы сәйәсәттәге уңышлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булараҡ, яңынан-яңы партнерҙар барлыҡҡа килә.