Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владимир ПУТИН: «Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ»
Владимир ПУТИН: «Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ»Был аҙнала үҙәк матбуғатта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры, ил Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сираттағы программа мәҡәләһе донъя күрҙе. Ул ватандаштарыбыҙҙың күпселеген борсоған милли сәйәсәткә арнала.

«Бөйөк күсенеү» һынауы

«Күп төрлө телдәрҙе, йолаларҙы, этностарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе туплаған Рәсәйҙә милләт мәсьәләләре, һис арттырыуһыҙ әйткәндә, иң мөһим проблемаларҙың береһе булып тора, – ти Хөкүмәт башлығы. – Граждандар һәм милләттәр араһындағы татыулыҡтың илдең йәшәйеше өсөн төп шарт икәнлеген үҙендә яуаплылыҡ тойған һәр сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре аңларға тейеш».
Владимир Владимирович проблемаға ҡарашын йыраҡтан – донъя күләмендәге хәлдәргә баһа биреүҙән – аңлата башлай. Уның билдәләүенсә, милләт-ара һәм дини низағтарҙың үҫеүен бөгөнгө ысынбарлыҡ тип танырға мәжбүрбеҙ. «Милләтселек, башҡа диндәргә ҡарата нәфрәт радикаль төркөмдәр һәм хәрәкәттәр өсөн идеологик нигеҙгә әйләнә. Улар дәүләттәрҙе емерә, йәмғиәтте тарҡата, – ти Премьер-министр. – Киң ҡоласлы миграция ағымы артабан да көсәйер, тип күҙалларға етди нигеҙ бар, уларҙы әле үк тотош ҡитғаларҙың ҡәҙимге тормошон һәм йөҙөн үҙгәртеүгә һәләтле «бөйөк күсенеү» тип атайҙар. Миллиондарса кеше, йәшәү өсөн яҡшыраҡ шарттар эҙләп, аслыҡтан, тамыр йәйгән низағтарҙан, фәҡирлектән һәм социаль ризаһыҙлыҡтан интегеүсе илдәрен ташлап китә…»
Путин ҡасандыр үҙ халҡының татыулығы менән ғорурланған иң алдынғы һәм имен илдәрҙең бөгөн милли мәсьәләләрҙең киҫкенләшеүенән нисек ҡотолорға белмәүенә иғтибарҙы йүнәлтә. «Хәҙер был дәүләттәр йәмғиәткә ят мәҙәниәтте индерергә, төрлө милләттәрҙең, диндәрҙең үҙ-ара тыныс хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә тырышыуҙан фәтүә булмауы тураһында бер-бер артлы белдерә башланы. Күсеп килеүсе ҡайһы бер халыҡтар аҫабалар тарафынан йотолоу түгел, хатта уларға яраҡлашырға теләмәй, – тип аңлата ул илдәрҙәге ҡатмарлы хәлде. – Бындай ҡылыҡ, әлбиттә, урындағыларҙа ксенофобия тойғолары барлыҡҡа килтерә: үҙ мәнфәғәттәрен, эш урындарын, социаль ярҙам сараларын яҡлағанда улар дәғүәселәргә ҡарата аяуһыҙ».
Рәсәй Премьер-министры шул сәбәпле бәғзе бер илдәрҙә аҫаба халыҡ вәкиле булған сәйәсмәндәрҙең элек үҙҙәре «маргиналдар» һәм «радикалдар» тип атап йөрөткәндәрҙең сафын тулыландырыуын билдәләй. «Һөҙөмтә булараҡ, власть төп милләт ҡулына күсә, ә ҡалғандар «милли аҙсылыҡ» иҫәбенә индерелә һәм хоҡуҡтарының сикләнеүенә – мәҫәлән, уңышлы карьера яһау мөмкинлегенән мәхрүм итеүҙәренә – түҙергә мәжбүр. Бындай шарттарҙа йәшәүсе граждандарҙың үҙ иленә ҡарата йылы хис йөрөтөүе мөмкин түгел», – ти Владимир Путин.
Премьер-министр киләсәктә «милли дәүләт» моделенең дә көрсөккә терәлеү ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. «Был – Европа һәм башҡа илдәр кисерәсәк етди һынау», – ти ул.

Тарихтан һабаҡ алырға тейешбеҙ

Донъя кимәленән Рәсәй ерлегенә күсеп, Владимир Путин илебеҙҙәге хәлде бөтөнләй башҡаса баһалай. Уның һүҙҙәренсә, милләт һәм миграция мәсьәләләре бында СССР-ҙың, йәғни XVIII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән тарихи Рәсәйҙең, тарҡалыуы менән туранан-тура бәйле. «Рәсәй, Американан айырмалы, быуаттар дауамында күп милләтле дәүләт булараҡ үҫешкән. Урыҫ милләтенең үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында ялған тәғлимәттәр һөйләү – кешеләрҙе үҙ Ватанын үҙ ҡулдары менән емереүгә этәреү ул, – ти Владимир Владимирович. – Бер халыҡты башҡаларынан айырып ҡарарға тырышыу мең йыллыҡ тарихыбыҙға ҡаршы килә. Ундай ҡараш – урыҫ милләтен һәм урыҫ дәүләтселеген юҡҡа сығарыуға иң ҡыҫҡа юл». Путиндың билдәләүенсә, «Кавказды аҫрауығыҙ етәр!» тип һөрәнләүҙән һуң Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты, Уралды, Мәскәү эргәһе төбәктәрен дә иғтибарҙан мәхрүм итергә саҡыра башлауҙары ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта Премьер-министр урыҫтарҙың илебеҙҙә дәүләтселеккә нигеҙ һалыусы милләт икәнлеген хәтергә төшөрә. «Рәсәй мәҙәниәтен берләштереү һәм нығытыу – был халыҡтың бөйөк миссияһы», – ти ул. Владимир Путиндың фекеренсә, мәғариф өлкәһендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, Ватан тарихы кеүек дәрестәрҙең әһәмиәтен арттырыу мөһим, шул уҡ мәлдә был барлыҡ милли йолалар һәм мәҙәниәттәр юҫығында алып барылырға тейеш. Рәсәй лидеры, АҠШ тәжрибәһенә таянып, илебеҙ мәктәптәрендә белем алыусылар өсөн мотлаҡ уҡылырға тейешле 100 китап исемлеген төҙөү тәҡдимен әйтә. Премьер-министрҙың фекеренсә, халыҡты берләштереүсе ҡараш булдырыу өсөн ватансылыҡ хистәренә нигеҙләнгән милли сәйәсәт стратегияһы кәрәк. «Бер кемдең дә милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе дәүләт ҡанундарынан юғарыраҡ ҡуйырға хаҡы юҡ, – ти Путин. – Әммә ошо закондарҙы ҡабул иткәндә милли һәм дини мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу зарур».
Артабан Премьер-министр анығыраҡ тәҡдимдәргә күсә һәм федераль органдар системаһында милли үҫеш мәсьәләләре өсөн яуаплы махсус структура төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Путиндың әйтеүенсә, ул ябай ведомство булмаҫҡа тейеш. «Моғайын, ил Президенты һәм Хөкүмәте менән туранан-тура эш итеүсе, айырым власть вәкәләттәренә эйә булған коллегия органы талап ителәлер. Милли сәйәсәтте тикшереүҙә һәм камиллаштырыуҙа милли һәм ижтимағи берекмәләрҙең мотлаҡ ҡатнашыуы зарур. Һәм, әлбиттә, бындай һөйләшеүҙәрҙә Рәсәйҙең традицион диндәре вәкилдәре тарафынан әүҙемлеккә иҫәп тотабыҙ», – тип яҙа Владимир Владимирович.
Илдә ваҡыты-ваҡыты менән булып алған милләт-ара ыҙғыштар киләсәктә лә дауам итһә, бындай диалогка өлгәшеү мөмкин түгел, тип билдәләнә мәҡәләлә. Путиндың һүҙҙәре менән әйткәндә, теге йәки был ҡарарҙы ҡабул итеүгә власты тетрәнеүҙәр менән янап этәреү ниәте бер кемдең дә уйында булмаҫҡа тейеш. Шул маҡсатта Премьер-министр төбәктәр, айырыуса милли республикалар, кимәлендә сәйәси партиялар төҙөлөүенә юл ҡуйырға ярамағанлығын иҫкәртә. «Был – сепаратизмға тура юл. Шундай уҡ талаптың, һис шикһеҙ, төбәк башлыҡтарын һайлауға ҡарата ла ҡуйылыуы мөһим, – ти Владимир Владимирович. – Кем дә кем милләтселәргә, сепаратистарға һәм шуның кеүек көстәргә, даирәләргә таянырға тырыша икән, ул кисекмәҫтән, демократияға һәм судҡа нигеҙләнеп, һайлауҙан ситләштереләсәк».

Һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен

Владимир Путин тышҡы һәм эске миграция менән бәйле мәсьәләләргә айырым бер блок бағышлай. Премьер-министрҙың фекеренсә, дәүләттең миграция сәйәсәтен сифат йәһәтенән яҡшыртыу талап ителә. Бының өсөн, беренсенән, эске мигранттарҙы, йәғни Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы граждандарын, миграция ҡағиҙәләрен һәм йәшәгән урыны буйынса теркәлеү шарттарын тупаҫ боҙған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу кәрәктер, ти Путин. Икенсенән, ул суд системаһын нығытыу һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының эш һөҙөмтәлелеген үҫтереү йәһәтенән тәҡдимдәр индерә.
Өсөнсөнән, Премьер-министр мигрант статусын биреү йәки оҙайтыу алдынан урыҫ теле һәм әҙәбиәте, Рәсәй тарихы, илдең дәүләт һәм хоҡуҡ нигеҙҙәре буйынса имтихан ойоштороуҙы өлгөрөп еткән мәсьәлә тип һанай. Был ниәттең киләһе йылдан тормошҡа ашырыла башлауы ихтимал. «Дәүләтебеҙ, юғары мәҙәниәтле башҡа илдәр кеүек, мигранттарға мотлаҡ өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһын булдырырға әҙер, – ти Путин. – Ҡайһы бер осраҡта эш биреүсенең аҡсаһына уҡытыу ҙа талап ителәсәк».
Премьер-министр мәҡәлә аҙағында: «Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙар юҡ һәм була алмай. Беҙгә дәүләттең шундай камил моделен төҙөү кәрәк: ул Рәсәйҙе үҙенең Ватаны тип һанаусы һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш», – тип һығымта яһай.
Даян МӘЖИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 374