Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бергә тупланыу беҙгә һулар һауа кеүек кәрәк”
“Бергә тупланыу беҙгә һулар һауа кеүек кәрәк”Башҡортостан Президентының Дәүләт йыйылышы — ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе
Бөгөн мин тәүге тапҡыр һеҙгә, Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына, мөрәжәғәт итәм.
Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ — республикалағы кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, ҡала, ауылдарҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу. Ошо маҡсатты бойомға ашырыу йәмәғәт көстәрен туплауҙы, бөтә матди һәм интеллектуаль мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙы талап итә.
Йәшәү кимәле — интеграль күрһәткес, уны бер формула менән генә һүрәтләп булмай. Тормош сифатының яҡшырыуы, тәү сиратта, йәмғиәттәге үҫеш, цивилизация кимәленә, граждандарҙың матди, рухи ынтылыштарына бәйле. Цивилизациялы кеше белем, тормошоноң муллыҡ дәрәжәһе менән түгел, ә күп йәһәттән дөйөм мәҙәни үҫеше, әхлаҡи һәм физик сәләмәтлеге, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, законһыҙлыҡ, кешеләргә ҡарата битараф мөнәсәбәт кеүек күренештәрҙе үҙһенмәүе, ғәҙеллеккә һәм хәҡиҡәткә ынтылышы менән айырылып тора. Минеңсә, тап ошондай кешеләр — системалы фекер йөрөтә һәм эш итә белгән, Көнбайыш менән Көнсығыштың иң яҡшы донъяуи идеялары, Рәсәй халыҡтарының әхлаҡи ҡиммәттәре менән һуғарылған яуаплы профессионалдар ғына республикалағы иҡтисадты, мәғарифты, мәҙәниәтте сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығарыу мәсьәләләрен уңышлы хәл итә ала.
Йәмғиәттең уңышын һәм байлығын ниндәй бизмәнгә һалып үлсәргә һуң? Аҡса күләме йәки ер аҫтынан сығарылған файҙалы ҡаҙылмалар кубометры менән генә түгелдер. Кеше һәләте һәм хеҙмәте менән булдырылғандар ғына ысын ҡиммәтте тәшкил итә. Боронғо Афинаның ҡаҙнаһындағы һандар тарихта һаҡланып ҡалмаған. Уның ҡарауы, 2000 йыл үткәс тә, грек мәҙәниәтен, шул осорҙағы демократияны барыһы ла белә. Беҙ ҙә күптән түгелге үткәнебеҙҙе йыш ҡына юҡһынып иҫкә алабыҙ. Индустриалләштереү осорондағы ҙур төҙөлөштәр, Бөйөк Еңеү, Совет дәүерендәге күләмле ғилми, йыһан, мәҙәни, спорт ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Был — тарихыбыҙҙың бер өлөшө, уны оноторға ярамай. Яҡшы күренештәргә таянып, беҙгә артабан да алға барырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта кемдеңдер уңышлы тәжрибәһен үҙләштермәй, үҙебеҙҙең юлды һайлау шарт. Беҙ конкурентлы өҫтөнлөктәребеҙҙе, күп милләтле Башҡортостанда йәшәүселәрҙең быуаттар буйы йәшәп килгән тырышлыҡ һәм баҫалҡылыҡ, ихласлыҡ, икенсе милләт вәкиленә ҡарата ихтирам кеүек иң яҡшы һыҙаттарҙы белергә һәм ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ.
Бөгөн алдыбыҙҙа торған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең әҙер генә юлы юҡ. Был талаптарға йәмғиәтебеҙҙең, республика халҡының тырышлығын берләштереп кенә лайыҡлы яуап бирергә мөмкин. Бөгөн барыбыҙға ла, һулар һауа кеүек, тупланыу кәрәк. Ул республика алдында торған төп проблемаларҙы һәм күләмле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш.
Ошо йүнәлештәге тәүге аҙым — төп берләштереү идеяһын булдырыу. Уны төбәкте үҫтереү идеологияһы тәшкил итә. Беҙ рухи һәм иҡтисади үҫеш темаһын билдәләргә, уны йәмәғәтселек аңына һалырға тейешбеҙ. Ошо темаға таянып бөтә сәләмәт көстәрҙе тупларға, һәр кешелә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуға ихлас ынтылыш булдырырға мөмкин. Иҡтисади үҫеш йылдамлығы йәһәтенән генә түгел, шулай уҡ тормош сифатын сағылдырған халыҡтың килеме, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт һәм социаль хеҙмәттәр кимәле, уңайлы торлаҡ, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡ мөхиттең торошон, демографик күрһәткестәр — тыуым һәм ғүмер оҙайлылығы кеүек төп параметрҙар буйынса илдең иң яҡшы төбәктәре иҫәбенә инеү мәсьәләһен хәл итеү берләштереүсе башланғысҡа әүерелергә тейеш. Беҙгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, юлдарҙағы именлек өлкәһендә хәлде яҡшыртыуға өлгәшеү, бөгөн тормошобоҙҙо ағыулаған енәйәтселеккә, эскелеккә, наркомания һөжүменә, коррупцияға ҡаршы көрәш алып барыу фарыз.
Ошо ғәйәт ҙур эште башҡарыу өсөн, әлбиттә, етди финанс ресурсы кәрәк. Шуға күрә тулайым төбәк продуктын ярайһы уҡ арттырыуҙы тәьмин итеү зарур. Былтыр тулайым төбәк продукты республикала тәүге тапҡыр триллион һумдан артып, ошо күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәренең беренсе тиҫтәһенә инһәк, хәҙер алдыбыҙға тағы ла юғарыраҡ кимәлде — 2016 йылда ошо сикте 1,5 триллионға еткереү бурысын — ҡуйырға кәрәк. Быға тәү сиратта эске резервты туплау, идара итеү системаһын көйләү, иҡтисад структураһын ҡулайлаштырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу иҫәбенә өлгәшелергә тейеш. Тап ошондай ҙур маҡсат ҡына беҙҙе туплай ала. 2015 йылда Өфөлә уҙғарыу күҙалланған Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышы, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы ла беҙгә етди талап ҡуя. Бындай халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреүҙе илдә, донъяла республиканың абруйын нығытыу, инфраструктураны үҫтереү, яуаплы форумдар ойоштороуҙа ҡиммәтле тәжрибәгә эйә булыу йәһәтенән ҙур мөмкинлек булараҡ баһаларға кәрәк.
Икенсе аҙым — йәмғиәтебеҙҙе әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү тирәләй туплау. Барыбыҙ ҙа — бөтә Башҡортостан халҡы — хеҙмәттең дөйөм һөҙөмтәләре өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға тейеш. Кеше, граждан хоҡуҡтары хаҡында күп һүҙ алып барабыҙ, ләкин уларға бурыстар декларацияһының да теркәлергә тейешлеген оноторға ярамай. Был һәр кешегә, айырыуса республика, уның халҡы алдында байтаҡ йөкләмәләргә эйә булған идарасыларға ҡағыла.
Йәмғиәтте туплау бөтә сәйәси көстәрҙең асыҡ диалогын күҙаллай. Һуңғы йылдарҙа төрлө социаль төркөмдәрҙең, сәйәси хәрәкәттәрҙең фекерен, ҡарашын иҫәпкә алып, үҙ-ара аңлашыуға, ижтимағи консенсусҡа өлгәшеү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Быйыл тағы ла бер мөһим аҙым яһалды. Республиканың юғары закондар сығарыу органына тәүге тапҡыр алты партия инде. Тупланыуға ынтылышыбыҙҙың иң яҡшы миҫалы ошо түгелме ни?! Хәҙер депутаттарыбыҙ бергә эшләргә, партия бурыстарын ғына түгел, дөйөм бурыстарҙы тормошҡа ашырырға тейеш. Сәйәси оппонент — дошман түгел, ә демократик дебаттар буйынса партнер. Сәйәси көрәш — граждандар йәмғиәтенең ябай атрибуты, ләкин сәйәси диалог мәҙәниәте хаҡында оноторға ярамай. Депутаттарҙың барыһын да тырышлыҡты конструктив юҫыҡҡа, закон сығарыу эшенең юғары сифатын тәьмин итеүгә йүнәлтергә саҡырам. Ҡабул ителгән закондар республикалағы тормоштоң бөтә яҡтарын яҡшыртыу динамикаһына тап килергә тейеш.
Минеңсә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йәмғиәт өсөн асығыраҡ булырға тейеш. Парламенттың тәғәйенләнеше — ижтимағи проблемаларҙың уртаһында ҡайнау, кешеләр эргәһендә эшләү. Депутаттар корпусының республикалағы дөйөм эштәрҙә, төрлө өлкәләрҙә закон боҙоу осраҡтарына ҡаршы көрәштә ҡатнашыу дәрәжәһен арттырыу шарт. Парламент тикшереүҙәре, парламент комиссиялары кәрәк.
Дәүләт менән граждандар йәмғиәтенең тығыҙ партнерлығы өсөнсө аҙымға әүерелергә тейеш. Кешеләр өсөн эшләгәндә власть йәмәғәт берекмәләренә, һөнәри берләшмәләргә, эшҡыуарлыҡ ассоциацияларына, урындағы үҙидараға таянмайынса ҡала алмай. Социаль, һөнәри кооперация алымдарын үҫтереү, кешеләрҙе сәйәси йәки милли үҙенсәлектәре буйынса ғына түгел, шулай уҡ дөйөм проблемаларҙы күмәкләп хәл итеү йәһәтенән дә берләштергән ижтимағи майҙансыҡтар ойоштороу фарыз.
Быйыл дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәргә эйә булыу мөмкинлеген арттырыу өсөн заманса техника менән йыһазландырылған күп йүнәлешле үҙәктәрҙең ете офисы эшләй башланы. Ғинуарҙа тағы ла һигеҙ офис асыла. Һөҙөмтәлә, халыҡтың өстән бер өлөшө ошондай үҙәктәргә йәлеп ителә. 2015 йыл аҙағына беҙҙә 70 бүлексә ойошторолорға тейеш. Проекттың хаҡы — 900 миллион һум, шул уҡ ваҡытта федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау сикләнә. Беҙгә, үҙебеҙҙең ресурстарға таянып, ошо мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Сиратһыҙ, инстанциялар буйлап йөрөмәйенсә хеҙмәтләндереүҙең яңы стандартын ғәмәлгә индереү — граждандарҙың, эшҡыуарлыҡ даирәләренең власть менән бәйләнеш сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштең мөһим өлөшө ул.
Республикаға яңы капитал килә. Сит ил инвестицияһының үҫеш темпы айырыуса юғары. Быларҙың барыһы ла — уңайлы инвестиция инфраструктураһын төҙөү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртҡан, эшҡыуарлыҡтың хәлен еңеләйткән мөһим закондар ҡабул итеү буйынса өс йыллыҡ маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһе ул.
Бөгөн ҡаҙна сығымының 70 проценттан ашыуы социаль йүнәлешкә тура килә. Шул уҡ ваҡытта бюджет сығымдарының үҫеше килемдәр үҫеше динамикаһынан юғарыраҡ. Һөҙөмтәлә республикалағы йыйылма бюджет дефициты уның күләменең 20 процентына етте. Беҙ тейешле эш алып барабыҙ, дефицит мөлкәтте һатыуҙан алынған килем, йәлеп ителгән заем ресурстары иҫәбенә ҡаплана. Әммә өҫтәмә килем сығанағын эҙләргә, сығым йөкләмәләренең бер өлөшөн ҡайтанан ҡарарға, һөҙөмтәһеҙ структураларҙы ҡулайлаштырырға кәрәк. Мәҫәлән, республикалағы дәүләт унитар предприятиелары аҡса эшләү, һөҙөмтәле бизнес-моделдәр төҙөү урынына бюджет ойошмаларына әүерелде тиерлек. ДУП-тарға идара итеү системаһына этаплап реформаны башларға кәрәк.
Агросәнәғәт комплексы, энергетика һәм энергияны һаҡлау, машиналар эшләү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеү, хеҙмәттәр һәм туризм өлкәһе — беҙҙең “үҫеш нөктәләре”. Бәләкәй нефть химияһы производстволарын үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ. Наноиндустрия, it- һәм биотехнологиялар, электрон приборҙар эшләү, электрон белем биреү кеүек өр-яңы йүнәлештәр ҙә бар. Инновациялы инфраструктура — технопарктар, бизнес-инкубаторҙар, кластерлы үҫеш үҙәктәре, технологиялар трансферы — тулы ҡеүәтенә һөҙөмтәле эшләргә тейеш.
Республикалағы Ауыл хужалығы министрлығына һөт етештереүҙе артабан да арттырыу, эшкәртеү ҡеүәттәрен киңәйтеү бурысын йөкмәтә. Һөт — бөгөн ауылдарыбыҙҙың отошло һәм перспективалы төп тауар продукты. Мөһим йүнәлеш — фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү. Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү программалары икенсе йыл эшләй. Старт капиталы рәүешендә уларға 10 миллион һумға тиклем грант тапшыра. Әммә ҡулланыусылар кооперацияһы аша продукцияны һатып алыу һәм беренсел эшкәртеүҙең һөҙөмтәле системаһын ойоштороу улар өсөн тағы ла яҡшыраҡ ярҙам буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта тулайым төбәк продуктында эшҡыуарлыҡтың өлөшө беҙ теләгәнсә йылдам үҫмәй. Кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа әүҙемерәк йәлеп итергә, үҙ бизнесын асыуҙа булышлыҡ итергә, бының өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк. Аяҡҡа баҫыу дәүерендә генә түгел, артабан да ярҙам алымдарын ғәмәлгә индереү шарт.
Халыҡтың мәшғүллегенә бәйле хәл ярайһы уҡ яҡшы. Эшһеҙлек кимәле түбәнәйә. Предприятиелар һәм ойошмалар белдергән вакансиялар һаны йылдан-йыл арта. Былтыр республикала өҫтәмә рәүештә 9 мең эш урыны булдырылған. Был 2011 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Әммә өлкәлә проблемалар юҡ түгел. Бөгөн теркәлгән эшһеҙҙәрҙең өстән бер өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Был йәһәттән эш биреүселәр менән әүҙемерәк эшләргә, уҡыусыларға алдан уҡ һөнәри йүнәлеш бирергә кәрәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү бик мөһим.
Миграция процесына идара итеүҙең һөҙөмтәлерәк системаһы кәрәк. Быйыл хәл үҙгәрҙе һәм беҙ миграцияның ыңғай сальдоһына эйәбеҙ. Ун ай эсендә республикаға 125 мең самаһы кеше килгән — былтырғыға ҡарағанда 40 процентҡа күберәк. 122 мең кеше ситкә киткән. Кадрҙарға ихтыяжды һәм тәҡдимде көйләү өсөн төбәктә сит ил эшсе көсөнә ихтыяжды баһалау алымын эшләү, эшселәр етмәгән һәм артыҡ булған һөнәрҙәр исемлеген билдәләү фарыз. Беҙгә, иң элек, юғары белемле, компентентлы белгестәр кәрәк.
Кешеләрҙең социаль кәйефе, именлеге күп йәһәттән һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәле эшенә бәйле. Бында мин табиптарҙың һөнәри этикаһын тайпылышһыҙ үтәү зарурлығына айырым иғтибарҙы йүнәлтәм. Медицина шәфҡәтле, миһырбанлы булырға тейеш.
Һуңғы йылдарҙа республикала демографик хәл, тотош ил буйынса сағыштырғанда, яҡшыраҡ. Тыуым күрһәткесе Рәсәй буйынса уртаса билдәләрҙән юғарыраҡ. Былтыр республикала 59 меңдән ашыу сабый тыуған. Быйыл ун ай эсендә — 50 меңгә яҡын. Был, әлбиттә, бик яҡшы.
Территориаль үҫештең дөйөм донъя үҙенсәлектәре Башҡортостан өсөн дә хас. Беҙ урбанизация, агломерация, территориаль кооперация процестарына идара итергә өйрәнергә тейешбеҙ. Республикалағы урбанизация күренештәре ҡалаларҙа арзан торлаҡтың етмәүе, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм социаль яҡлау учреждениеларына баҫымды арттырыу, квалификациялы эш урындарына ҡытлыҡ кисергән осорҙа эшкә һәләтле халыҡтың күбәйеүе кеүек етди проблемалар тыуҙыра.
Муниципаль-ара кооперация алымдарын үҫтереү шарт. Биләмәләрҙең сәнәғәт-техник, кадрҙар, ресурстар ҡеүәтен үҙ-ара тулыландырыуҙың киләсәге ҙур тигән фекерҙәмен. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программалары өлгөһө буйынса комплекслы пландарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән өр-яңы программалар эшләү мөмкинлеген ҡарау зарур. Был йәһәттән биләмәләрҙең иҡтисади йүнәлешен билдәләү, иң уңышлы тармаҡтарҙы үҫтереүгә, теге йәки был продукцияны етештереүгә баҫым яһау мөһим. Һөҙөмтәлә дөйөм социаль, транспорт һәм инженерлыҡ хеҙмәттәре системаһына эйә булған социаль-иҡтисади һәм инвестиция киңлеге барлыҡҡа киләсәк. Был территориаль үҫеш һәм ерҙе файҙаланыу программаһын төҙөүгә мөмкинлек бирәсәк.
Республиканың Фәндәр академияһына Мәғариф министрлығы менән берлектә балалар-үҫмерҙәр фәнни-техник ижадын үҫтереү программаһын эшләү бурысын йөкмәтәм. Беҙгә буласаҡ интеллектуаль көстәр “инкубаторҙары”, һәләтле балаларҙы асыҡлауҙың һәм уларҙы үҫтереүҙең заманса алымдары буйынса эшләгән кластар, вуз төркөмдәре, үҙәктәре һәм лабораториялары кәрәк.
Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү — йәштәргә ярҙам күрһәтеүҙең мөһим йүнәлеше. Кредит-финанс ярҙамын арттырыу, социаль һәм ҡуртым торлағы фондтарын ойоштороу менән бер рәттән йәштәр торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарын тергеҙеүҙе перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем.
Киләһе 2014 йыл Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәт өлкәһенә ярҙам күрһәтеү уны үҫтереү йәһәтенән һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтерер, йәмғиәт тормошонда уның әһәмиәтен арттырыуға булышлыҡ итер, тигән ниәттәбеҙ. Әле беҙ мәҙәниәттең яҙмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплыбыҙ. Тарихи тамырҙарыбыҙҙы юғалтыуға юл ҡуйырға ярамай.
Быйыл 2018 йылға тиклем мәҙәниәтте, сәнғәтте һәм кинематографияны үҫтереү программаһы ҡабул ителде. Ул ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам сараларын үҙ эсенә ала. Иң түбән эш хаҡының мәҙәниәт өлкәһендә булыуы сер түгел. Ижади яҡтан һәләтле, талантлы кешеләрҙең аҡсаға мохтажлыҡ кисереүе ғәҙелһеҙлек. Беҙ хәлде яйға һала башланыҡ, ләкин әлегә башҡарылған эш ҡәнәғәтләнерлек түгел. Уны, әлбиттә, дауам итергә кәрәк.
Республиканың төп сәхнә һәм мәҙәни майҙансыҡтарында күләмле реконструкция башланды. Конгресс-холл, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, опера һәм балет театры, Нестеров исемендәге художество музейы залдары донъя стандарттарына яҡынаясаҡ. Мәҙәниәт учреждениеларының — клубтар, китапханалар, сәнғәт мәктәптәренең матди базаһын артабан да нығытыу шарт. Төп театр һәм концерт коллективтарының район, ҡалаларҙа гастролдәрен ойоштороуҙы дауам итеү һәм киңәйтеү зарур.
Мәҙәниәттең үҫеше концерт, спектаклдәр, күргәҙмә, вернисаждар менән генә сикләнмәй. Ул йәмғиәттә рухи нигеҙҙәрҙе һәм әхлаҡты нығытыуҙы, ижтимағи “етешһеҙлектәргә”, айырым етәкселәрҙең битарафлығына, баш-баштаҡлығына ҡаршы көрәште лә үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, мәҙәни, архитектур, тарихи ҡомартҡыларҙы емерелеүҙән һаҡлау буйынса ҙур эш көтә. Бөгөн ошондай объекттарҙың 70 проценты һаҡлауға мохтаж. Республикалағы туризм комплексын үҫтереү өсөн мәҙәни мираҫ объекттарын әүҙемерәк файҙаланыу фарыз. Уларҙы реставрациялауға һәм яңыртыуға күпме аҡса талап ителеүен иҫәпләргә кәрәк. Был һандар ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш. Меценатлыҡты тергеҙеү, тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү мөһим.
Хөрмәтле депутаттар!
Беҙ күп һанлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән генә сикләнмәйбеҙ. Уларҙың барыһы ла маҡсатҡа ярашлы берҙәм процестың — дәүләт сәйәсәтенең элементтары булып тора. Был сәйәсәттең бурысы — эшебеҙҙең, идара итеү мәҙәниәтенең, үҙ-ара эшмәкәрлектә өр-яңы алымдар булдырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, иҡтисади үҫеш һәм яңы тормош сифатына өлгәшеү. Беҙ ҡайҙа барырға тейешлегебеҙҙе беләбеҙ. Проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын күрәбеҙ. Барығыҙҙы ла ошо эштә әүҙем ҡатнашырға, унан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам.
Һүҙемде йомғаҡлап, Мөрәжәғәтнамәнең төп идеяһына — төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән йәмғиәтте туплауға — тағы ла бер тапҡыр әйләнеп ҡайтам. Республикала иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм уның нигеҙендә йәшәү сифатын яҡшыртыу бурысы Башҡортостан халҡы тарафынан шәхсән, әһәмиәтле бурыс булараҡ ҡабул ителһә, уңышҡа мотлаҡ өлгәшербеҙ. Шул осраҡта ғына беҙ ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн барыһын да берләштерә аласаҡбыҙ. Йәмғиәт көстәре берләшһә, һөҙөмтә лә буласаҡ.
Беҙ барыһын да эшләй, республикабыҙҙы Рәсәйҙең иң көслө, уңышлы һәм сәскә атыусы төбәктәре иҫәбенә индерә алабыҙ. Әйткәндәй, латин телендә “республика” һүҙе “дөйөм эш” тигәнде аңлата. Республикабыҙ, уның сәскә атыуы — барыбыҙҙы ла берләштергән дөйөм халыҡ эше ул.

26 декабрь, 2013 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186