Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыуҙың ҡойроғо юҡ
Һыуҙың ҡойроғо юҡЯуаплылыҡ көслөрәк булһа, бәлки, Амурҙағы ташҡын был кимәлгә етмәҫ тә ине…

Бөтә донъяның иғтибары Сүриәлә һуғыш башланыуы ихтималлығына йүнәлтелгән саҡта, Алыҫ Көнсығыштағы афәт кешеләрҙе ҡоралһыҙ ғына еңде лә ҡуйҙы: һыу баҫыу Рәсәйҙә бығаса күрелмәгән кимәлгә етте, бер нисә өлкәлә тарихта теркәлгән иң юғары күрһәткесте үтеп китте, йөҙҙәрсә ауыл-ҡасаба, хатта Хабаровск, Амурҙағы Комсомольск кеүек ҙур ҡалалар ҙа һыу аҫтында ҡалып бара.

Телевизор аша ҡарап ҡына ҡот осорлоҡ мәхшәр булыуын күрәбеҙ: даръяның осо-ҡырыйы юҡ, меңәрләгән йорттоң, ихата-ҡаралтыларҙың ҡыйығын күреп кенә бында ҡасандыр кешеләр йәшәгәнен тойомларлыҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бығаса күрелмәгән һыу баҫыуҙан 100 меңдән ашыу кеше зыян күргән, йөҙҙәрсә ауыл-ҡасаба, бер нисә ҡала, 400-ҙән ашыу социаль объект, тиҫтәләгән сәнәғәт предприятиеһы, 1000 километрға яҡын автомобиль юлы, йөҙҙәрсә мең гектар сәсеүлек һыу аҫтында ҡалған (быйылғы уңыш тулыһынса юҡҡа сыҡҡан). Кешеләр бәлә-ҡазаны эвакуация үҙәктәрендә кисерергә Һыуҙың ҡойроғо юҡмәжбүр, әммә әле үк ышаныслы күҙалларға була: уларҙың күбеһе элекке йорттарына ҡайтып төпләнә алмаясаҡ, сөнки айҙан ашыу торған һыу торлаҡты тулыһынса эшлектән сығарған.
Хабаровскиҙа ла хәл еңелдән түгел: 8 метрлыҡ билдәләмәне үтеп киткән һыу күп ҡатлы йорттарға килеп етеп, урамдарҙы тултырған, был хәл электр селтәрҙәренә, коммуналь хужалыҡҡа, ғөмүмән, ҡала инфраструктураһына уғата ҙур зыян килтерә. Афәт ҡосағында ҡалған өлкәләрҙәге эпидемиологик хәл дә белгестәрҙе хафаландыра: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу үҙ юлында осраған сүплектәрҙе, зыяраттарҙы һәм айырыуса иғтибар талап иткән башҡа объекттарҙы йыуып алып киткән, батып һәләк булған йорт хайуандарының иҫәбе-һаны юҡ. Шуға ла табиптар урындағы халыҡты төрлө хәүефле сирҙәрҙән вакцинациялау менән шөғөлләнә.
Алыҫ Көнсығышта айҙан ашыу Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр эшләй (мәҫәлән, Хабаровск өлкәһендә генә улар – 13 меңдән ашыу). Тап ошо белгестәрҙең ярҙамы арҡаһында әлегә тиклем теге йәки был тораҡ пункт менән бәйләнеш бар: дамбалар төҙөйҙәр, күсермәле, понтон күперҙәр эшләйҙәр, бәлә-ҡаза күргән райондарҙан кешеләрҙе эвакуациялайҙар, йорттарында ҡалғандарҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәләр.
Эйе, төбәктәге хәл көсөргәнешле һәм ҡатмарлы, әммә уны йырып сығыуҙың һөҙөмтәле юлдарын эҙләү зарур. Һис шикһеҙ, халыҡҡа ярҙамға килгән ҡотҡарыусыларҙың фиҙакәр хеҙмәтен билдәләп үтмәйенсә лә булмай: уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ – был хаҡта Рәсәй Президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Виктор Ишаев ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков менән осрашҡанда белдерҙе.
Һыуҙың ҡойроғо юҡБығаса белгестәр йонсоған халыҡты тынысландырырға ашыҡҡайны: йәнәһе, Амур йылғаһы 8 метрҙан артыҡ күтәрелмәйәсәк, һыу баҫыуҙың иң көсөргәнешле этабы Хабаровскиҙа (Амур өлкәһенән, Еврей автономиялы округынан афәт артабан бында килеп етте) 29-30 августа буласаҡ… Әммә күҙаллауҙар дөрөҫкә сыҡманы, һыу күтәрелеүен дауам итә, башҡа биләмәләрҙе яулай бара. Эш тә туҡтамай: ҡала-ҡасабаларҙа, юлдарҙа дамбалар төҙөйҙәр һәм нығыталар, «йөҙөүсе» райондарҙан һыу һурҙыралар. Нисек кенә булмаһын, тәбиғәттең үҙ ҡанундары: иң теүәл тигән фараздың да дөрөҫлөккә тап килмәүе ихтимал.
Хәлдең көсөргәнешле булыуын август аҙағында ил Президенты Владимир Путиндың, Алыҫ Көнсығышта булып, урында баһалауы, халыҡ менән осрашыуы, тейешле органдарға яңы күрһәтмәләр биреүе лә тағы берҙе иҫбатлай. Әле нисек кенә ауыр тойолмаһын, бәләнең эҙемтәләрен бөтөрөү икеләтә, бәлки, өсләтә ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Ҡышҡа ишек ҡаҡтым тип торғанда, һанаулы ваҡытта бер нәмәһеҙ тороп ҡалған тиҫтәләрсә мең кешене торлаҡ һәм көнүҙәк кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, социаль тормошто яйға һалыу фарыз. Ҡайһы бер чиновниктар: «Белем көнөндә Алыҫ Көнсығыштағы һыу баҫыуҙан зыян күргән барлыҡ балалар уҡырға барасаҡ», – тип вәғәҙә итһә лә, был да әлегә ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Әлбиттә, үҫмерҙәрҙе илдең төрлө төбәктәрендәге лагерҙарға, ял йорттарына оҙаталар ҙа ул, ләкин был да ваҡытлы сара, проблеманы тулыһынса хәл итеү тураһында һүҙ алып барырлыҡ түгел.
Ҡотҡарыусылар аныҡ эштәр башҡарғансы, белгестәр, юғары власть вәкилдәре баш вата: был афәтте күҙаллап, иҫкәртеп булғанмы? Булған хәлдә, ул әлеге
Һыуҙың ҡойроғо юҡкимәлгә етергә тейеш инеме? Халыҡты бәләнән ҡурсалау мөмкинлеге ниндәй? Аңлашылмағаны күп, ул арала барлыҡ һорауҙарға яуап таба белгән Интернет яңы мәғлүмәттәр тәҡдим итә. Мәҫәлән, Бурей һыу һаҡлағысының элекке директорына ҡаршы енәйәт эше асылған. Баҡһаң, әлеге көндә иҫ киткес көсөргәнеш менән эшләгән сәнәғәт гигантында капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәрен башҡарырға тейеш булғандар. Ғәҙәттәгесә, уны өҫтән-мөҫтән генә яһағандар, ә ошо маҡсатҡа бүленгән аҡсаны түрәләр бүлешеп алған… Һис тә күңелде тынысландыра торған хәбәр түгел был. Әлегә: «Алыҫ Көнсығыштағы афәттең кимәле бығаса күрелмәгән булһа ла, иң юғары күрһәткес – кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә юл ҡуйманыҡ», – тигән һүҙҙәр генә киләсәккә бер аҙ ышаныс өҫтәй кеүек.

Хәйриә аҡсаһынан комиссия тотолмай

Алыҫ Көнсығыш федераль округына ҡараған төбәктәрҙәге ташҡынға бәйле зыян күргәндәргә ярҙам итеү маҡсатында "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһы 30 августан хәйриә өсөн тәғәйенләнгән аҡсаны махсус иҫәпкә комиссияһыҙ күсереү мөмкинлеген бирә.
Иҫәптәр хаҡындағы мәғлүмәт "Рәсәй почтаһы"ның сайтында һәм почта элемтәһе бүлексәләрендә урынлаштырылған.

Август һынауы рухты һындырманы

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, полковник Закир ХУЖИӘХМӘТОВ:

– Ниндәй генә ауыр хәл тыумаһын, уны аныҡ баһалар өсөн урында булырға, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Әлбиттә, Алыҫ Көнсығыштағы ҡазаны августа Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондарында булған һыу баҫыу менән сағыштырып булмағаны көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта эҙемтәләрҙең ҡайҙа ла халыҡ өсөн берҙәй зыянлы булыуын һәм күп матди юғалтыуҙарға килтергәнен инҡар итеү мөмкин түгел. Йорт хайуандары, ауыл хужалығы ерҙәре, сапҡан бесән, йорт-ҡура ҡаралтылары, йыйылмаған уңыш – һис шикһеҙ, барыһы ла үтә йәл. Иң мөһиме – ҡотҡарыусылар урындағы хакимиәт вәкилдәре менән бергә тәү сиратта кеше ғүмерен ҡотҡарыу, матди юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем аҙыраҡ итеү, аҙаҡ иһә уларҙың күләмен аныҡ баһалау өсөн барлыҡ тырышлығын һалды.
Әлеге ваҡытта Әбйәлил һәм Белорет райондарында һыу ташыуҙан зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеүҙең тәүге этабы тамамланды. Бындай ярҙамға 3609 кеше мохтаж, исемлеккә 1123 йорт хужалығы ингән. Һәр кеше көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн 5-әр мең һум аҡса алды (әммә бер ғаиләгә 25 мең һумдан артыҡ түләнмәй). Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 18 миллион һум аҡса бүленгән. Тиҙҙән федераль ҡаҙнанан да ярҙам көтөлә: һәр кешегә 10-ар мең һум ҡаралған. Унан тыш, ике райондан 138 кеше мөлкәтен тулыһынса юғалтҡан тип билдәләнгән. Документтарға ҡағылған мәсьәлә хәл ителгәндән һуң, улар закон нигеҙендә ҙурыраҡ күләмле компенсацияға өмөт итә ала.
Һыу райондарҙың социаль инфраструктураһына ла ҙур зыян килтерҙе. Мәҫәлән, 14 күпергә, автомобиль юлдарының 31 участкаһына (13,5 километр) ремонт талап ителә. Гидротехник ҡоролмаларҙы тәртипкә килтерәһе бар. Быларҙың барыһында ла зыян күләме закон нигеҙендә баһалана, эштәрҙең хаҡы билдәләнә.
Август айы, ғөмүмән, Башҡортостан ҡотҡарыусылары өсөн бик көсөргәнешле булды. Бер төркөм хеҙмәткәребеҙ Әбйәлил һәм Белорет райондарында эшләһә, 25 кешелек профессиональ ҡотҡарыусылар төркөмө Амур өлкәһенә юлланды. Әле улар, ике төркөмгә бүленеп, халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Һуңғы көндәрҙә төркөмдәр берләшеп, Хабаровск ҡалаһында эшләне, артабан Амурҙағы Комсомольск ҡалаһына юлланды. Был отряд тулыһынса автономлы булыуы менән айырылып тора. Ябай итеп әйткәндә, улар бәлә-ҡаза күргән төбәккә килеп тә төшә, эшмәкәрлеген йәйелдереп тә ебәрә. Уларҙың күсмә торлағы, бер нисә көнгә етерлек аҙыҡ-түлек запасы, медикаменттары, ҡыҫҡаһы, бер кемгә лә ауырлыҡ төшөрмәй, иғтибар талап итмәй генә йәшәрлек һәм эшләрлек мөмкинлектәре бар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан ҡотҡарыусылары ошо ваҡыт арауығында 140-ҡа яҡын һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә барған, 557 кешене, шул иҫәптән 112 баланы ҡотҡарған. Улар әле лә эшмәкәрлеген дауам итә, ҡайтыу тураһында һүҙ юҡ. Алыҫ Көнсығыштағы афәт эҙемтәләрен бөтөргәнгә тиклем шунда буласаҡтар.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 0

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә