Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нано тантанаһы
Нано тантанаһыПрофессор Александр Зайцев “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыуға бихисап асыштар аша 15 йылдан ашыу килгән. Әле был инновацион предприятиеға тиңдәр илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә һирәк.
Проектты “Роснанотех” дәүләт корпорацияһы һәм “РВТ-инвест” фонды финанслай. Уның дөйөм бюджеты 285 миллион һум тәшкил итә. Шуның 120 миллион һумын “Роснанотех” бүлгән.
Дәүләт корпорацияһы тап ошондай проекттарҙы финанслау, илдә ҡалдырыу күҙлегенән сығып төҙөлгән. Илебеҙҙең автомобиль, авиадвигателдәр, медицина тармаҡтары өсөн мөһим булған предприятиеның киләсәге өмөтлө.
Нано тантанаһыТәү ҡарашҡа ҡәҙимге ҡоролманың мөмкинлеге ҙур. Предприятие әле электрохимия ысулы менән юғары камиллыҡ талап иткән (улар араһынан медицина өлкәһендә ҡулланылған скальпелдәрҙе, башҡа төр хирургия кәрәк-ярағын билдәләргә була) продукция етештерәсәк ҡоролмалар эшләй. Коллективтың был өлкәлә 30 йылдан ашыу тәжрибәһе тупланған. Уҙған осор эсендә авторҙар тарафынан ете монография яҙылған, 300-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырылған, 100-ҙән ашыу патент яҡланған, электрохимия йүнәлеше буйынса тағы ла шунса уҡ технологик процесс (Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә) етештереүгә индерелгән, ҡоролманың 12 төр сериялы моделе эшләнгән.
“ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең быйылғы ҡаҙаныштары республика кимәлендә танылыу яуланы: биш кешегә Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелде. Бынан тыш, белгестәр ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, юғары баһаға лайыҡ булды.
Предприятиеның эше башлана ғына тип әйтергә тулы нигеҙ бар, сөнки коллектив бик күп асыштар алдында тора. Яҡын киләсәктә медицина тармағы өсөн имплантанттар, авиация двигателдәре өсөн тиңе булмаған деталдәр эшләнәсәк.
Етештерелгән продукцияға Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә хәҙер үк ихтыяж ҙур. Ҡоролмаларҙың 80 проценты экспортҡа сығарыласаҡ. 50 кешенән торған коллектив (әйткәндәй, бөтәһе лә тиерлек Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған) 100 кешегәсә артасаҡ.
“ЕТ” сериялы ҡоролмалар бөтә донъяға билдәле “Mitsubishi Electric”, “Siemens”, “Schroff”, “Bosch Rexroth”, “THK”, “Advantech” фирмаларының комплектлаусы деталдәре менән йыһазландырыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә