Профессор Александр Зайцев “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыуға бихисап асыштар аша 15 йылдан ашыу килгән. Әле был инновацион предприятиеға тиңдәр илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә һирәк.
Проектты “Роснанотех” дәүләт корпорацияһы һәм “РВТ-инвест” фонды финанслай. Уның дөйөм бюджеты 285 миллион һум тәшкил итә. Шуның 120 миллион һумын “Роснанотех” бүлгән.
Дәүләт корпорацияһы тап ошондай проекттарҙы финанслау, илдә ҡалдырыу күҙлегенән сығып төҙөлгән. Илебеҙҙең автомобиль, авиадвигателдәр, медицина тармаҡтары өсөн мөһим булған предприятиеның киләсәге өмөтлө.
Тәү ҡарашҡа ҡәҙимге ҡоролманың мөмкинлеге ҙур. Предприятие әле электрохимия ысулы менән юғары камиллыҡ талап иткән (улар араһынан медицина өлкәһендә ҡулланылған скальпелдәрҙе, башҡа төр хирургия кәрәк-ярағын билдәләргә була) продукция етештерәсәк ҡоролмалар эшләй. Коллективтың был өлкәлә 30 йылдан ашыу тәжрибәһе тупланған. Уҙған осор эсендә авторҙар тарафынан ете монография яҙылған, 300-ҙән ашыу мәҡәлә баҫтырылған, 100-ҙән ашыу патент яҡланған, электрохимия йүнәлеше буйынса тағы ла шунса уҡ технологик процесс (Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә) етештереүгә индерелгән, ҡоролманың 12 төр сериялы моделе эшләнгән.
“ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең быйылғы ҡаҙаныштары республика кимәлендә танылыу яуланы: биш кешегә Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелде. Бынан тыш, белгестәр ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, юғары баһаға лайыҡ булды.
Предприятиеның эше башлана ғына тип әйтергә тулы нигеҙ бар, сөнки коллектив бик күп асыштар алдында тора. Яҡын киләсәктә медицина тармағы өсөн имплантанттар, авиация двигателдәре өсөн тиңе булмаған деталдәр эшләнәсәк.
Етештерелгән продукцияға Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә хәҙер үк ихтыяж ҙур. Ҡоролмаларҙың 80 проценты экспортҡа сығарыласаҡ. 50 кешенән торған коллектив (әйткәндәй, бөтәһе лә тиерлек Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған) 100 кешегәсә артасаҡ.
“ЕТ” сериялы ҡоролмалар бөтә донъяға билдәле “Mitsubishi Electric”, “Siemens”, “Schroff”, “Bosch Rexroth”, “THK”, “Advantech” фирмаларының комплектлаусы деталдәре менән йыһазландырыла.