Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш журналистар беҙҙә сәфәрҙә
Йәш журналистар беҙҙә сәфәрҙәӨфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренән йәш журналистар, блогерҙар һәм фотохәбәрселәрҙең халыҡ-ара йыйынында ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен ҡабул итә. Делегаттар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан вәкилдәре бар. Улар Башҡортостандың милли мәҙәниәте, халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ, төбәктең социаль-иҡтисади хәле һәм сәнәғәт ҡеүәте тураһында мәғлүмәт аласаҡ.
Йыйынды ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Йәштәр союзы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының офис төркөмө, шулай уҡ республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар. Кисә йәш журналистар “Буринтех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, “Йәшлек” бассейнында булды, республиканың Милли музейы экспонаттары менән танышты.
Бөгөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хакимиәт башлығы Ирек Ялаловтан интервью ала. Делегация, “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булып, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашмаҡсы. Шулай уҡ республиканың Хәрби Дан музейында булып китергә теләйҙәр. Иртәгә йәш журналистар Өфө дәүләт авиация техник университетының “Инфокосмос” конструкторлыҡ бюроһында студент эштәре менән танышасаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡунаҡтар 25 авгусҡа тиклем булмаҡсы. Улар Өфө ҡалаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу үткәрәсәк.


Автор: Т. ИШЕМБӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә