Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренән йәш журналистар, блогерҙар һәм фотохәбәрселәрҙең халыҡ-ара йыйынында ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен ҡабул итә. Делегаттар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан вәкилдәре бар. Улар Башҡортостандың милли мәҙәниәте, халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ, төбәктең социаль-иҡтисади хәле һәм сәнәғәт ҡеүәте тураһында мәғлүмәт аласаҡ.
Йыйынды ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Йәштәр союзы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының офис төркөмө, шулай уҡ республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар. Кисә йәш журналистар “Буринтех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, “Йәшлек” бассейнында булды, республиканың Милли музейы экспонаттары менән танышты.
Бөгөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хакимиәт башлығы Ирек Ялаловтан интервью ала. Делегация, “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булып, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән дә осрашмаҡсы. Шулай уҡ республиканың Хәрби Дан музейында булып китергә теләйҙәр. Иртәгә йәш журналистар Өфө дәүләт авиация техник университетының “Инфокосмос” конструкторлыҡ бюроһында студент эштәре менән танышасаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡунаҡтар 25 авгусҡа тиклем булмаҡсы. Улар Өфө ҡалаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу үткәрәсәк.