Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ләйсән Үтәшева: “Һығылмалылыҡ йәшәртә”
Ләйсән Үтәшева: “Һығылмалылыҡ йәшәртә”Ләйсән Үтәшева менән Павел Воляның туйы тураһында яңылыҡты 1 апрелдә ишеттек. Шуға ла күптәр быны шаяртыу тип ҡабул итте. Ләкин телевидение йондоҙҙары был хәбәрҙе раҫламаны ла, кире лә ҡаҡманы. Бер нисә айҙан улар балалары тыуыуы тураһында иғлан итте, малайға Роберт тип исем ҡуштыҡ, тинеләр. Баҡһаң, Ләйсән менән Павел 2012 йылдың сентябрендә үк өйләнешкән икән, ләкин был турала яр һалыуҙы кәрәк тапмағандар. Күптән түгел Ләйсән Горький паркында йәш әсәләр өсөн гимнастика буйынса оҫталыҡ класы үткәрҙе. Беҙҙең хәбәрсе уны ошо мәлдә эләктереп алды ла инде. Ләйсән ауырлы йөрөгәндә ире менән үҙе өсөн махсус күнегеүҙәр комплексы эшләүен әйтте.
— Мин ирҙәр өсөн мускулдарҙы яҙыу мөмкинлеген үҙ иремдә һынап ҡараным һәм был тәңгәлдә эште башларға кәрәклеген аңланым.
— Павелға яҙылыу-һуҙылыуҙың кәрәге бармы һуң?
— Һығылмалылыҡ — йәшлек ул. Мәҫәлән, минең олатайыма ике йылдан 80 йәш тула. Ул ғүмере буйы, гимнастика алымдарын файҙаланып, зарядка эшләне. Аяҡ-ҡулдарын, яурынбаштарын яҙыр ине. Шуға ла ул үҙен әле ғәжәп һәйбәт тоя. Ауырлы ваҡытта мин бик күп китап уҡыным һәм гимнастика менән шөғөлләнгән кешеләрҙең оҙағыраҡ йәшәүен аңланым. Ғәҙәттә, фитнес-клубҡа килгән ҡыҙҙар — йогаға, ә малайҙар, ни өсөндөр, гантель, штанга һымаҡ тимер-томор янына бара. Ниңә уларға бергәләп шөғөлләнмәҫкә? Ғаиләне нығытыу өсөн малайҙар — ҡыҙҙарға, ә ҡыҙҙар малайҙарға ярҙам итһен әйҙә. Мускулдарҙы яҙыу умыртҡа һөйәге өсөн файҙалы, өҫтәүенә стресты бөтөрөргә ярҙам итә.
— Павел менән һеҙ бер ай ғына шөғөлләнмәйһегеҙ шикелле. Воля шпагатҡа ултыра аламы?
— Ул барыһын да эшләй ала (көлә). Киләһе Олимпиадаға нәфис гимнастика буйынса командаға эләгер, моғайын. Бынан ун йыл элек үк Рәсәйҙең йыйылма командаһы тренеры: “Малайҙар гимнастика менән шөғөлләнергә тейеш”, — тигәйне, барыһы ла уға ҡырын күҙ менән ҡараны. Хәҙер иғтибар итегеҙ әле: футболсылар, уйын яланына сыҡҡас, гимнастика элементтарын башҡара. Артыҡ көсөргәнеүҙең кәрәге юҡ, егеттәрҙән шпагатҡа ултырыу ҙа талап ителмәй. Ләкин яҙылыу-һуҙылыу мөһим, был ирҙәрҙең йәшлеген оҙайта ғына.
— Һеҙ йәш әсә булғас, күп ваҡытығыҙ бала менән үтә. Спорт менән шөғөлләнергә ялҡауығыҙ килмәйме?
— Һис тә юҡ. Ауырлы ваҡытта, еңелсә күнегеүҙәр менән шөғөлләнеүемә һәм дөрөҫ туҡланыуыма ҡарамаҫтан, ун биш (!) килограмға артҡанмын. Һигеҙ килограмын ташланым да инде, хәҙер яйлап ҡалғанынан ҡотолмаҡсымын.
— Бәлки, элекке ауырлығығыҙға ҡайтам тип ашығырға кәрәкмәйҙер? Ҡырҡа ябығыу зарарлы була торғандыр?
— Мин ашыҡмайым да. Баламды имеҙәм, килограмдар үҙенән-үҙе китә. Робертты һөтөм бөткәнсе имеҙәсәкмен. Бының өсөн бөтәһен дә эшләйем — һөтләп сәй эсәм, эремсек, һөт төшөүгә булышлыҡ иткән башҡа ризыҡтар ашайым.
— Павел менән һеҙ эштә саҡта сабый менән кем ултыра?
— Беҙгә ҡайным менән ҡәйнәм килде, минең 78 йәшлек өләсәйем дә ярҙам итә (әйткәндәй, былтыр мартта Ләйсән үҙенең иң яҡын кешеһен — әсәһен — юғалтты: Зөлфиә Үтәшева йөрәк сиренән вафат булды. — Ред.) Һирәк-һаяҡ таныштарым тәҡдим иткән бала ҡараусы килеп китә. Ләкин мин улымды тәрбиәләү бурысын туғандарым иңенә һалып ҡуймайым, аҙнаһына ике көн генә эшләргә тырышам.

РЕДАКЦИЯНАН.Рәсәйҙең танылған гимнасткаһы, хәҙерге көндә телевидениела популяр алып барыусы һынмаҫ рухлы башҡорт ҡыҙын әсәй булыу шатлығын кисереүе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Изге теләктәребеҙҙе шулай уҡ Ләйсән Үтәшеваның ҡәҙерле кешеләренә – Әлшәй районы үҙәге Раевкала йәшәгән олатаһы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы менән өләсәһе Зөбәржәт Сәғәрйәр ҡыҙы (әле ул Мәскәүҙә бүләһен тәрбиәләшә) Кирәевтәргә лә юллайбыҙ.


Автор: “Комсомольская правда” гәзитенән.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә