Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмыш оло һынау ҡуйғас...
Яҙмыш оло һынау ҡуйғас...Әҙәм балаһының мөмкинлектәренә иҫең китерлек. Быға Краснокама районына барғанда тағы бер ҡат инандыҡ. Мөғжизә тыуҙырыусы кем тиһегеҙме? Николо-Березовка ауылында ғүмер итеүсе Леонид Базилев. Уның һөйләгәндәре күптәр өсөн һабаҡ булырлыҡ.

– Бәлә “мин киләм” тимәҫ, тормош юлдары бик тә ҡатмарлы, – тип башланы һүҙен Леонид Иванович. – Бер төрлө уйлағанда, яҙмыш көтмәгәндә бөтөнләй башҡаса һынауҙар ҡуйыусан. 33 йәшемдә юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалдым. Бер нисә ауыр операция үткәрҙем. Әгәр ҙә шул саҡта төшөнкөлөккә бирелһәм... Юҡ, былай булмай, нисек тә йәшәргә кәрәк. Үҙемә шундай аныҡ маҡсат ҡуйҙым. Үткәндәр тураһында уйланыу түгел, ә, киреһенсә, киләсәкте ҡайғыртыу зарур.
Хеҙмәттән йыуаныс таптым тиеү дөрөҫлөккә тап килер.
Яҙмыш оло һынау ҡуйғас...Тыуған яғымдың тәбиғәте үҙенсәлекле: һаҙлыҡты ла күрергә мөмкин, урманы ла етерлек, беҙҙең биләмә аша Ағиҙел, Кама, Әмзә, Танып йылғалары аға. Краснокама урманға шул тиклем бай, төрлө ҡатнаш ағас үҫә унда. Ә ниңә шуларҙан кәрәкле әйберҙәр яһамаҫҡа?! Ҡарағай, шыршы, ерек, ҡара уҫаҡ, ҡайын... Эҙләгәндәр бөтәһен дә таба. Сувенирҙар эшләргә яратам. Мәҫәлән, урманға сығып ентекләберәк күҙәтһәң, һәр әйбер нимәгәлер оҡшаған. Әйтәйек, ана йылан шыуышып китеп барғандай, тегеһе боланды хәтерләтә, быныһы – бөркөттө. Төрлө конкурста ҡатнашыуым да юҡҡа түгел. Балтас тарафтарында инвалидтар араһында “Сикһеҙлек” тигән республика фестивале уҙҙы, унда мине төп еңеүсе тип таптылар. Әлбиттә, шатлығым эсемә һыймай. Сит районға тыуған төйәгемдең үҙенсәлекле йәнлектәр донъяһын һынландырып алып барғайным.
Бынан тыш, боронғо әйберҙәр йыйыу менән дә күптән мауығам. Ҡалаҡ, йөҙөк, тәңкә, төймә һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Беҙҙең йорттоң ишеген асып инеүселәр һәр береһен иҫе китеп ҡарай.
Ҡатыным Людмила Ивановна менән өс баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Андрей менән Надежданың үҙ ғаиләләре бар хәҙер, Ивандың да килен алып ҡайтыуын көтәбеҙ.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә