Әҙәм балаһының мөмкинлектәренә иҫең китерлек. Быға Краснокама районына барғанда тағы бер ҡат инандыҡ. Мөғжизә тыуҙырыусы кем тиһегеҙме? Николо-Березовка ауылында ғүмер итеүсе Леонид Базилев. Уның һөйләгәндәре күптәр өсөн һабаҡ булырлыҡ.
– Бәлә “мин киләм” тимәҫ, тормош юлдары бик тә ҡатмарлы, – тип башланы һүҙен Леонид Иванович. – Бер төрлө уйлағанда, яҙмыш көтмәгәндә бөтөнләй башҡаса һынауҙар ҡуйыусан. 33 йәшемдә юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалдым. Бер нисә ауыр операция үткәрҙем. Әгәр ҙә шул саҡта төшөнкөлөккә бирелһәм... Юҡ, былай булмай, нисек тә йәшәргә кәрәк. Үҙемә шундай аныҡ маҡсат ҡуйҙым. Үткәндәр тураһында уйланыу түгел, ә, киреһенсә, киләсәкте ҡайғыртыу зарур.
Хеҙмәттән йыуаныс таптым тиеү дөрөҫлөккә тап килер.
Тыуған яғымдың тәбиғәте үҙенсәлекле: һаҙлыҡты ла күрергә мөмкин, урманы ла етерлек, беҙҙең биләмә аша Ағиҙел, Кама, Әмзә, Танып йылғалары аға. Краснокама урманға шул тиклем бай, төрлө ҡатнаш ағас үҫә унда. Ә ниңә шуларҙан кәрәкле әйберҙәр яһамаҫҡа?! Ҡарағай, шыршы, ерек, ҡара уҫаҡ, ҡайын... Эҙләгәндәр бөтәһен дә таба. Сувенирҙар эшләргә яратам. Мәҫәлән, урманға сығып ентекләберәк күҙәтһәң, һәр әйбер нимәгәлер оҡшаған. Әйтәйек, ана йылан шыуышып китеп барғандай, тегеһе боланды хәтерләтә, быныһы – бөркөттө. Төрлө конкурста ҡатнашыуым да юҡҡа түгел. Балтас тарафтарында инвалидтар араһында “Сикһеҙлек” тигән республика фестивале уҙҙы, унда мине төп еңеүсе тип таптылар. Әлбиттә, шатлығым эсемә һыймай. Сит районға тыуған төйәгемдең үҙенсәлекле йәнлектәр донъяһын һынландырып алып барғайным.
Бынан тыш, боронғо әйберҙәр йыйыу менән дә күптән мауығам. Ҡалаҡ, йөҙөк, тәңкә, төймә һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Беҙҙең йорттоң ишеген асып инеүселәр һәр береһен иҫе китеп ҡарай.
Ҡатыным Людмила Ивановна менән өс баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Андрей менән Надежданың үҙ ғаиләләре бар хәҙер, Ивандың да килен алып ҡайтыуын көтәбеҙ.