Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Есемеңде асыр исемең
Г-Ғ малайҙар өсөн

Гәрәй фарс. — эйәреүсе, дауам итеүсе; хөрмәтле (ир-ат исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй)
Ғаббас ғәр. — яусыл, көрәшеүсән, һуғышсан
Ғабд (ғабде, ғәбдү, ғәбд, ғәбде) ғәр. — мәңгелек; бәндә, ҡол, Аллаһ бәндәһе, хеҙмәтсе (ир-ат исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй)
Ғабдулла ғәр. — ғабд+Аллаһ; Аллаһ ҡоло
Ғаззал ғәр. — бик көслө
Ғаззали ғәр. — бик көслө
Ғайнан ғәр. — ысын, сын
Ғайса ғәр. — 1. Ғайса пәйғәмбәрҙең исеменән; 2. бор. йәһ. Иса — Хоҙайҙың шәфҡәте, мәрхәмәте
Ғайсар ғәр. — 1. ҡайнар шишмә; 2. император
Ғайфулла ғәр. — Аллаһтың ғәфү итеүсеһе
Ғалип ғәр. — еңеүсе
Ғамил ғәр. — 1. эшсе, хеҙмәтсе; 2. хаким, башлыҡ
Ғамир ғәр. — бик шәп, һәйбәт; сәскә атҡан
Ғариф ғәр. — аҡыллы, белемле; аҡыл эйәһе
Ғарифйән ғәр., фарс. — ғариф+йән
Ғарифулла ғәр. — аҡыллы, белемле
Ғасим ғәр. — һаҡлаусы, яҡлаусы
Ғата ғәр. — бүләк
Ғатаулла ғәр. — Аллаһ бүләге
Ғафар ғәр. — ғәфү итеүсе
Ғаяз ғәр. — ярҙам; бөйөк, оло; дан
Ғаязетдин ғәр. — ярҙам
Ғаян ғәр. — күренекле, атаҡлы; күренеп торған, билдәле
Ғаяр ғәр. — ғәйрәтле, ғәййәр, дәртле, көслө, батыр
Ғибаҙулла ғәр. — Аллаһ ҡоло
Ғиззәт ғәр. — дан, намыҫ, хөрмәт; көс, ғәйрәт
Ғилемдар ғәр., фарс. — ғилем+дар (барлыҡ ялғауы); ғилемле
Ғилемхан ғәр., баш. — ғилем+хан
Ғилман ғәр. — ир бала
Ғилметдин ғәр. — дин ғилеме
Ғилмияр ғәр., фарс. — ғилемле
Ғилфан ғәр. — һаҡсы, һаҡлаусы
Ғиләж ғәр. — әмәл, сара, дауа
Ғимаҙи ғәр. — терәк, ярҙамсы
Ғимал ғәр. — эшсе, хеҙмәткәр
Ғимран ғәр. — мәҙәниәтле
Ғиндулла ғәр. — мәрхәмәт
Ғиниәт ғәр. — изгелек, мәрхәмәт, яҡшылыҡ
Ғирфан ғәр. — аң, белем; тәрбиә
Ғисмәт ғәр. — намыҫ, сафлыҡ, паклыҡ
Ғияз ғәр. — ярҙам
Ғосман ғәр. — Усман тигән исемдән (боронғо ғәрәп хәлифе исеме)
Ғөбәй ғәр. — 1. кинйә, кесе; 2. хеҙмәтсе, ҡол
Ғөзәир ғәр. — көс, ярҙам
Ғөмәр ғәр. — ғүмере оҙон булһын тигән теләктә ҡушыла
Ғәббәс ғәр. — һуғышсан, яусыл
Ғәбдел ғәр. — ир-ат исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй
Ғәбделбаян ғәр. — ғәбдел+баян
Ғәбделхаҡ ғәр. — ғәбдел+хаҡ
Ғәбдинур ғәр. — ғәбди (әбд)+нур; яҡты йөҙ
Ғәбдрахман ғәр. — мәрхәмәтле, шәфҡәтле
Ғәбдрәүф ғәр. — игелекле, мәрхәмәтле
Ғәбдрәхим ғәр. — игелекле, рәхимле
Ғәбдрәшит ғәр. — тура юлдан барыусы
Ғәбиҙулла ғәр. — алланың хеҙмәтсеһе; эшсе, хеҙмәтсе
Ғәбит ғәр. — баш эйеүсе, хеҙмәтсе
Ғәҙебәк ғәр., баш. — ғәҙел+бәк (ир бала); башлыҡ
Ғәҙел ғәр. — ғәҙел
Ғәҙелша ғәр., фарс. — ғәҙел+ша (шаһ); ғәҙел кеше
Ғәҙәм ғәр. — ололоҡ, бөйөклөк
Ғәҙән ғәр. — ожмах; бөйөклөк
Ғәззәл ғәр. — бик көслө
Ғәзи ғәр. — еңеүсе; көрәшсе
Ғәзиз ғәр. — иң ҡәҙерле, ғәзиз; ҡеүәтле
Ғәзизйән ғәр., фарс. — ғәзиз+йән; ҡәҙерле; ҡеүәтле
Ғәзим ғәр. — бөйөк, абруйлы
Ғәзинур ғәр. — еңеү нуры
Ғәйетбай ғәр., баш. — байрамда тыуған
Ғәйетҡол ғәр., баш. — байрамда тыуған
Ғәйзулла ғәр. — ғәзиз (бөйөк, оло, хөрмәт, дан)+улла (Аллаһ)
Ғәйзәм ғәр. — бөйөк Ғәйнан ғәр. — ысын, сын; асыл
Ғәйнетдин ғәр. — диндең асылы
Ғәйнислам ғәр. — Исламдың асылы
Ғәйнияр ғәр., фарс. — ғәйн (ысын)+яр (дуҫ, иптәш)
Ғәйнулла ғәр. — ғәйн+Аллаһ
Ғәйрәт ғәр. — ғәйрәт, көс, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ
Ғәли // Ғәле ғәр. — бөйөк, оло, юғары; ҡәҙерле (ир-ат исемдәренең бер өлөшө)
Ғәлиастан ғәр., фарс. — бөйөклөк
Ғәлийән ғәр., фарс. — бөйөк+йән
Ғәлим ғәр. — белемле, уҡымышлы; ғалим
Ғәлимулла ғәр. — Аллаһтың уҡымышлыһы
Ғәлимхан ғәр., баш. — белемле, ғилемле
Ғәлинур ғәр. — ғәли+нур
Ғәлиулла ғәр. — Аллаһтың бөйөклөгө
Ғәлиәкбәр ғәр. — ғәли+ әкбәр; оло, ҙур, хөрмәтле, бөйөк
Ғәлиәскәр ғәр. — 1. бәләкәй Ғәли; 2. Ғәлиҙең терәге, таянысы; 3. һалдат, бөйөк һуғышсы
Ғәлиәхмәт ғәр. — ғәли+ әхмәт; бөйөк Әхмәт
Ғәлләм ғәр. — бик күпте белеүсе, ғалим
Ғәлләметдин ғәр. — динде белеүсе; күпте белеүсе
Ғәләү ғәр. — бөйөклөк Ғәләүетдин ғәр. — диндең бөйөклөгө
Ғәмбәр ғәр. — хуш еҫле май; хушбуй
Ғәмәл ғәр. — эш, йомош; хеҙмәт
Ғәндәлип ғәр. — һандуғас
Ғәни ғәр. — бай, маллы, дәүләтле
Ғәтиәт ғәр. — бүләк, мираҫ
Ғәтиәтулла ғәр. — Аллаһ бүләге
Ғәфиәт ғәр. — һаулыҡ, именлек
Ғәфүр ғәр. — ғәфү итеүсе, кисереүсе
Ғәфәр ғәр. — ғәфү итеүсе

Д


Далха ғәр. — һайлап алынған, бик шәп
Дамир неол. — 1. "Да здравствует мир" тигән лозунгтан ҡыҫҡартылған; 2. "тимер"ҙең боронғо төрки формаһы булған "димер" һүҙенән тигән ҡараш бар
Данил неол., фарс. — белемле, аҡыллы
Данир — ҡара: Дамир
Данияр фарс. — белемле, ғилемле; яҡын дуҫ, йәр; бүләк
Дауыт йәһ., ғәр. — һөйөклө
Даһи ғәр. — аҡыл эйәһе
Даян ғәр. — хөкөм эйәһе
Дибай — мәғәнәһе билдәһеҙ
Диҡҡәт ғәр. — иғтибар, диҡҡәт
Дилавир фарс. — йөрәкле, батыр
Дилмөхәмәт фарс., ғәр. — дил (йөрәк)+мөхәмәт; Мөхәмәттең йөрәге

Ғ ҡыҙҙар өсөн

Ғаффа ғәр. — тыйнаҡ; ғиффәтле
Ғилмикамал ғәр. — ғилми (ғилемле)+камал
Ғилминиса ғәр. — ғилемле ҡыҙ
Ғилминур ғәр. — ғилем нуры
Ғилмияза ғәр. — ғилемле
Ғилмиә ғәр. — ғилемле, ғелемле
Ғиффәт ғәр. — саф, намыҫлы
Ғәззә ғәр. — һөйөклө
Ғәзизә ғәр. — ҡәҙерле, ғәзиз
Ғәзимә ғәр. — бөйөк, абруйлы
Ғәйн // Ғәйни ғәр. — иң яҡшы, һайлап алынған (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәренең бер өлөшө булып йөрөй)
Ғәйникамал ғәр. — ысынлап камил, бик шәп
Ғәйнихаят ғәр. — матур тормош
Ғәйниямал ғәр. — бик матур, сибәр ҡыҙ
Ғәйниә ғәр. — күренекле
Ғәйнур ғәр. — яҡтылыҡ, нур шишмәһе
Ғәйшә ғәр. — тормош; йәшәүсе
Ғәлимә ғәр. — уҡымышлы
Ғәлиә ғәр. — бөйөк
Ғәмбәр // Ғәнбәр ғәр. — йофар; хуш еҫле
Ғәмилә ғәр. — эшсән; хеҙмәткәр
Ғәрифә ғәр. — аҡыллы
Ғәтифә ғәр. — изгелекле
Ғәтиә ғәр. — бүләк
Ғәфифә ғәр. — тыйнаҡ, намыҫлы, саф
Ғәшүрә ғәр. — Ай календары буйынса мөхәррәм айының 10-сы көнө атамаһы; байрам; байрамда тыуған

Д


Дамира неол. — "Дамир" тигән ир-ат исеменән яһалған (бәлки, Тамира)
Дана фарс. — уҡымышлы, белемле; ғалимә
Данила неол., фарс. — белемле, аҡыллы
Дания фарс. — данлы
Дариға ғәр. — үкенес, аяныс; ғәжәп, иҫ киткес
Даһия ғәр. — зирәк, һәләтле; аҡыл эйәһе
Диана неол., лат. — һунарсылыҡ Аллаһының исеменән
Дилара фарс. — һөйөклө
Дилбәр фарс. — һөйөклө; күңелде үҙенә тартыусы
Дилә фарс. — "Дилара"нан ҡыҫҡартылған
Диләфрүз фарс. — шатлыҡ биреүсе, ҡыуандырыусы
Динара ғәр. — боронғо алтын аҡса исеменән
Динә бор. йәһ., ғәр. — дөрөҫ, ғәҙел
Динә ғәр. — динле
Дәғибә ғәр. — саҡырыусы, өндәүсе
Дәүләтбикә ғәр., баш. — дәүләт+бикә (дәүләтле, бай булһын тигән теләктә ҡушылған исем).

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә