Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәрҙә яҡшы тойғо йәшәй
Күңелдәрҙә яҡшы тойғо йәшәйКүренекле дәүләт эшмәкәре Рафаэль Байдәүләтовҡа – 70 йәш

Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылдың 16 авгусында Белорет районында тыуған.
“Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаларында эшләне. Һуңғы ваҡытҡа тиклем Рәсәйҙең Федерация Советында Башҡортостандың башҡарма дәүләт власы органынан вәкил, Федерация Советының Федерация эштәре һәм төбәк сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булды. Хәҙер — “Электрозавод” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республикалағы тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Яҙын беҙ, Белорет районынан сыҡҡандарҙың Өфөләге “Иҙел башы” яҡташтар ойошмаһы ағзалары уның 70 йәшлек юбилейын ойоштороу мәсьәләһен ҡарау өсөн Байдәүләтовтың хәҙер эшләгән урынына – “Электрозавод”ҡа — барҙыҡ. Ихласлап ҡаршы алды ул, бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Тиҫтә йыллап республиканың башҡарма власына етәкселек иткән, әле лә юғары вазифа биләгән Ил ағаһы менән әңгәмә, әлбиттә, барыбер шул яҡҡа тарта: һүҙебеҙ һаман Башҡортостан, ауылдар һәм халыҡ яҙмышы, яҡын һәм алыҫ киләсәк тураһында ялғанды. Әлбиттә, тыуған яҡтар, Инйәр буйҙары, Белорет районы ла иғтибарҙан ситтә тороп ҡалманы.

Йәнле әңгәмәсе генә түгел, шәп хәтерле етәксе лә булараҡ, Рафаэль Ибраһим улы әле беҙҙең быуын тыумаған саҡта уҡ үҙе башлаған эштәрҙе, проекттарҙы, ҡайҙа нимә төҙөлөүен, унда кемдәр ҡатнашыуын яҡшы хәтерләй булып сыҡты. Асылда, 1970 йылда “Башкирэнерго”ның Белорет селтәрҙәрендә эшләй башлағаны бирле, ул республикала барған бөтә яңылыҡтарҙы ла күҙәтеп кенә бармаған, ә уларҙы тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан.
1943 йылдың авгусында Белорет районының төпкөл ауылында тыуған Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовтың ғүмер юлы бер генә китапҡа һыйырлыҡ түгел. Һуғыш йылдары балаһы, хеҙмәт юлын ябай электромонтер булып башлап, ахыр сиктә, ҙур республиканың Хөкүмәт башлығы — Премьер-министр вазифаһына тиклем үрләй. Ярайһы уҡ ваҡыт үткәндән һуң артҡа әйләнеп ҡарап, хәҙерге көнитмешебеҙ менән сағыштырып, беҙ уның эшмәкәрлек йылдарын “Оло ҡаҙаныштар һәм ҙур төҙөлөштәр дәүере" тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Ә бит еңел түгел ине дәүерең: тотош донъяны баҫҡан һәм әленән-әле ҡабатланып торған иҡтисади көрсөктәр ҙә, илебеҙ эсендә барған һуғыш-ҡыйралыштар ҙа етәкселәрҙән айыҡ аҡыл, киҫкен осраҡтарҙа ҡырҡа ҡарарҙар ҙа, һәр аҙымды самалап баҫыуҙы ла талап итте.
Мөҙҙәте үтеп, 2008 йылда Рәсәйҙең Федерация Советына яуаплы вазифаға күскәс, Башҡортостанда осланмайынса ҡалған бик күп эштәре өсөн үкенгәнен белдерҙе Рафаэль Ибраһим улы. Уның йәше, тәжрибәһе менән әле оҙаҡ йылдар етәкселек итергә, тағы ла әллә күпме проектты бойомға ашырырға мөмкин ине. Өҫтәүенә сит илдәрҙә барлыҡҡа килгән бәйләнештәре лә, республика халҡы алдындағы абруйы ла ҙур уның. Байдәүләтов башҡара алырлыҡ бурыстар ҡуя, кешеләрҙән талап итә белде, республика ҡаҙнаһын ерле юҡҡа таратманы. Райондарыбыҙҙа әлегә тиклем күпме кеше яңы һалынған юлдар, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, электр һәм газ үткәргестәр өсөн ул саҡтағы Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтовҡа рәхмәт яуҙыра икән? Сөнки Хөкүмәт башлығы иң беренсе нәүбәттә кешеләр мәнфәғәтенән сығып эш итте, әгәр кәрәк икән, “ни өсөн һаман эшләнмәгән?”, “ҡайһылай уны атҡарып сығып була?” тигән һорауҙар алдан йөрөнө. Шуға ла оло етәксенең төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә яһаған сығыштары йыш ҡына ҡаты, ҡай саҡта үтә уҫал да булып күренгәндер, әммә һөҙөмтәләр барлығы һәр кемде тынысландыра, уға ихтирам менән ҡарарға мәжбүр итә. Хужалыҡ етәксеһенең эше лә шул: унан вәғәҙәләр һәм буш хәбәрҙәр түгел, ә аныҡ эштәр көтә халыҡ. Был ышанысты Рафаэль Ибраһим улы тулыһынса аҡланы тип әйтергә мөмкин хәҙер.
Осрашыуҙан сыҡҡас, мин уның тураһында биографик белешмәләрҙе ҡарап сыҡтым (бала сағы һәм үҫмер йылдары тураһында бынан тиҫтә йыл элек “Йәшлек” гәзитендә яҙып сыҡҡайным инде) һәм күренекле дәүләт эшмәкәренең наградалары үтә әҙ булыуына иғтибар иттем. Һөйләшеп бөткәндән һуң ул юбилейын да ҙурҙан ҡубып үткәрергә теләге юҡлығын белдерҙе: “Әйҙә, ана, артистар донъя шаулатһын, беҙ – ябай хеҙмәт кешеләре...” Етмешен дә тынғыһыҙ эштә ҡаршылауы һәм быны ябай хеҙмәт тип кенә атауы – бына ошонда ул Рафаэль Байдәүләтовтың бөйөклөгө лә, быуындар аша килгән тыйнаҡлығы ла, урман яғы кешеләренә генә хас сабырлығы һәм киң күңеллелеге лә.
Беҙ Өфөлә йәшәгән яҡташтары исеменән барыбер ҙә уны тыуған көнө менән ҡотларға булдыҡ – һирәк тыуа ундай шәхестәр донъяға. Һүрәте ҡуйылған, шиғыр-арнау яҙылған бер битлек кенә ҡағыҙҙы сығартыр өсөн салонға барғас, ундағы хеҙмәткәрҙәр менән ошондай һөйләшеү булып алды:
— Һеҙгә матурыраҡ ҡағыҙ кәрәктер бындай кеше өсөн?..
— Үҙегеҙ ҡарағыҙ, ул ваҡсыл түгел.
— Бынау урынын алайыҡ, аңламай тормаҫтармы?
— Аңлар. Ул – аҡыллы кеше.
— Беләбеҙ уныһын...
Бына шулай. Өфө уртаһындағы кескәй фотосалонға Премьер-министр бер тапҡыр ҙа инеп ҡарамаған, әлбиттә, әммә хеҙмәткәрҙәрҙең күңелендә ул барыбер ҙә яҡшы кеше булып ҡалған. Һәм яҡшы етәксе лә...


Автор: Дамир Шәрәфетдинов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә