Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гөлдәр телен кем аңлай?
Гөлдәр телен кем аңлай?Гөл-сәскә үҫтереү серен белеүселәр араһында ауылыбыҙҙа йәшәүсе Ғиззәтуллиндар ғаиләһе айырым урын алып тора. Урам аша үтеүселәр уларҙың өйөнөң ҙур тәҙрә төптәре шау сәскәгә күмелгәнен күреп һоҡлана, ә ихаталарының эсенә инһәң, үҙеңде сихри донъяға килеп эләккәндәй хис итәһең.

Ниндәй генә гөл үҫтермәй һәүәҫкәр баҡсасылар! Ерҙән күккә ҡәҙәр ҡолғаға үрмәләп үҫкән бейектәре лә, эре һәм вағыраҡ һауыттарҙа сәскәгә күмелгәндәре лә – барыһы ла күңелгә нур бөркә. Уларҙың нисек аталыуын да хәтерҙә ҡалдырып бөтөрлөк түгел. “Быныһы – йылыны, ҡояшты, ә теге гөл еләҫерәк һауаны ярата. Быларына – аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына, ә тегеләренә көн дә һыу һибергә кәрәк. Берәүҙәре орлоҡтан, икенселәре – ботаҡтан, күбеһе – япраҡтан,Гөлдәр телен кем аңлай? ҡайһылары һуғансанан йәки тамырлы үҫентенән үрсетелә”, – тип Миләүшә гөлдәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Баҡсаны үҫтерешергә ҡыҙҙары Ләйсән менән Илнара ла бик теләп ярҙамлаша. Газонда үҫкән йәшеллекте атайҙары Илдус тәртиптә тота. Ғаиләлә оло хөрмәткә эйә булғаны, ошо матурлыҡҡа иң ныҡ һоҡланғаны һәм ҡараған һайын һөйөнөп туя алмағаны ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр ағайҙыр, моғайын.
Ғиззәтуллиндар үҙенсәлекле ғүмер кисерә. Милли рухта тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Улар күңелдәрендәге изгелек төшөнсәһен ата-әсәһе Ғүмәр ағай менән Әһлиә апайҙан, Мәрйәм апай менән Шамил ағай Хәйруллиндарҙан алған, балаларына ла бирә белә. Өлкәндәрҙең йәшәү рәүеше, эске донъяларының аҡлығы йорттағы тәртиптә һәм ишек алдарының таҙалығында яҡшы сағыла…


Автор: Сания ШӘРИПОВА. Бүздәк районы, Уран ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә