Гөл-сәскә үҫтереү серен белеүселәр араһында ауылыбыҙҙа йәшәүсе Ғиззәтуллиндар ғаиләһе айырым урын алып тора. Урам аша үтеүселәр уларҙың өйөнөң ҙур тәҙрә төптәре шау сәскәгә күмелгәнен күреп һоҡлана, ә ихаталарының эсенә инһәң, үҙеңде сихри донъяға килеп эләккәндәй хис итәһең.
Ниндәй генә гөл үҫтермәй һәүәҫкәр баҡсасылар! Ерҙән күккә ҡәҙәр ҡолғаға үрмәләп үҫкән бейектәре лә, эре һәм вағыраҡ һауыттарҙа сәскәгә күмелгәндәре лә – барыһы ла күңелгә нур бөркә. Уларҙың нисек аталыуын да хәтерҙә ҡалдырып бөтөрлөк түгел. “Быныһы – йылыны, ҡояшты, ә теге гөл еләҫерәк һауаны ярата. Быларына – аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына, ә тегеләренә көн дә һыу һибергә кәрәк. Берәүҙәре орлоҡтан, икенселәре – ботаҡтан, күбеһе – япраҡтан,
ҡайһылары һуғансанан йәки тамырлы үҫентенән үрсетелә”, – тип Миләүшә гөлдәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Баҡсаны үҫтерешергә ҡыҙҙары Ләйсән менән Илнара ла бик теләп ярҙамлаша. Газонда үҫкән йәшеллекте атайҙары Илдус тәртиптә тота. Ғаиләлә оло хөрмәткә эйә булғаны, ошо матурлыҡҡа иң ныҡ һоҡланғаны һәм ҡараған һайын һөйөнөп туя алмағаны ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғүмәр ағайҙыр, моғайын.
Ғиззәтуллиндар үҙенсәлекле ғүмер кисерә. Милли рухта тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Улар күңелдәрендәге изгелек төшөнсәһен ата-әсәһе Ғүмәр ағай менән Әһлиә апайҙан, Мәрйәм апай менән Шамил ағай Хәйруллиндарҙан алған, балаларына ла бирә белә. Өлкәндәрҙең йәшәү рәүеше, эске донъяларының аҡлығы йорттағы тәртиптә һәм ишек алдарының таҙалығында яҡшы сағыла…