Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡорт хәлле булырға тейеш”
“Башҡорт хәлле булырға тейеш”Эшҡыуар булып, үҙ көсөн йүнселлектә һынап ҡарарға теләүселәр байтаҡ. Әммә күптәр ниндәй тармаҡты һайларға, тәүге аҙымды нисек яһарға белмәй. Мәҫәлән, ауыл ерендә ниндәй йүнәлештә эшләп табыш алырға була? Күптәр был һорауға ҡапыл ғына яуап бирә алмаҫ, моғайын. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге тап ошо мәлдә ярҙамға килә лә инде. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, билдәле эшҡыуар Иршат Мөхәрәм улы АҪЫЛҒУЖИН етәкселек итә.
– Мәҙәниәтебеҙ, рухиәтебеҙ нисек кенә юғары кимәлдә булмаһын, әгәр матди хәлебеҙ мөшкөл икән, беҙҙе бер кем дә үҫешкән милләт тип һанамаясаҡ, – тип иҫәпләй Иршат Аҫылғужин. – Элек уйҙарыбыҙҙа рух, тел, мәҙәниәт мәсьәләләре өҫтөнлөк итһә, бөгөн халҡыбыҙҙың матди хәленә лә иғтибар кәрәк. Милләттәштәребеҙҙе күпләп эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеп кенә уның йәшәү кимәлен күтәрергә мөмкин. Бөгөн Бизнес-үҙәге тап ошо эште атҡара. Шул йәһәттән Өфөлә һәм райондарҙа бихисап “түңәрәк өҫтәл”дәр, кәңәшмәләр ойошторола, күренекле эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.
Гәзитебеҙҙә иғлан ителгән “Башҡорт эшҡыуарлығы” конкурсының да төп бағыусыһы Иршат Мөхәррәм улы булды. Унда журналистар, уҡытыусылар, гәзит уҡыусылар әүҙем ҡатнашты, баҫма биттәрендә йөҙҙән ашыу мәҡәлә, әңгәмә һәм һүрәтләмә донъя күрҙе. Улар күптәргә, һис шикһеҙ, эшҡыуарлыҡта үҙ көсөн һынап ҡарарға, етеш, мул тормошҡа ынтылып эшләй башларға этәргес булғандыр тип ышанабыҙ.
Иршат Мөхәрәм улы, билдәле эшҡыуар булараҡ, йүнселдәрҙе һағалаған кәртәләрҙе яҡшы белә, шуға ла яңы эш башлаусыларға кәңәштәре, ярҙамы ла бик мөһим.
– Минеңсә, халыҡтың дөйөм күтәрелеше булырға тейеш. Рухи һәм матди күтәрелеше. Быға беҙ ҙә хәлебеҙҙән килгәнсә ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итергә тейеш. Әлбиттә, бөтәһен дә эшләп бөтөрә алмаясаҡбыҙ. Исмаһам, халыҡты дөрөҫ фекерләргә өйрәтһәк, ыңғай миҫалдар күрһәтһәк, был үҙе үк үҫеш буласаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе күп халыҡ уҡый, башҡа эшҡыуарҙарҙың өлгөһөн күрә.
Эйе, былар күренеп бармаған эш, ул тиҙ арала ғына һөҙөмтә лә бирмәҫ. Әммә беҙ йәмәғәтселек фекере тыуҙырабыҙ. Башҡорт бай булырға, хәлле булырға тейеш, тибеҙ. Күптәр ошоға ышана һәм тырышып эшләй башлай. Минеңсә, был йүнәлештә эште туҡтатмай, йылдар дауамында ошо юлдан барырға кәрәк. Шул мәлдә һөҙөмтә лә буласаҡ, – ти йәмәғәт эшмәкәре, танылған башҡорт эшҡыуары Иршат Аҫылғужин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Rami
    Rami от 28.12.2011, 23:35
    хуз юк ысын башкорт ир-егете! Хуз буткахы куйыртмай а каракле эш менан шоголлана!!!

Комментарий өҫтәргә