Эшҡыуар булып, үҙ көсөн йүнселлектә һынап ҡарарға теләүселәр байтаҡ. Әммә күптәр ниндәй тармаҡты һайларға, тәүге аҙымды нисек яһарға белмәй. Мәҫәлән, ауыл ерендә ниндәй йүнәлештә эшләп табыш алырға була? Күптәр был һорауға ҡапыл ғына яуап бирә алмаҫ, моғайын. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге тап ошо мәлдә ярҙамға килә лә инде. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, билдәле эшҡыуар Иршат Мөхәрәм улы АҪЫЛҒУЖИН етәкселек итә.
– Мәҙәниәтебеҙ, рухиәтебеҙ нисек кенә юғары кимәлдә булмаһын, әгәр матди хәлебеҙ мөшкөл икән, беҙҙе бер кем дә үҫешкән милләт тип һанамаясаҡ, – тип иҫәпләй Иршат Аҫылғужин. – Элек уйҙарыбыҙҙа рух, тел, мәҙәниәт мәсьәләләре өҫтөнлөк итһә, бөгөн халҡыбыҙҙың матди хәленә лә иғтибар кәрәк. Милләттәштәребеҙҙе күпләп эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеп кенә уның йәшәү кимәлен күтәрергә мөмкин. Бөгөн Бизнес-үҙәге тап ошо эште атҡара. Шул йәһәттән Өфөлә һәм райондарҙа бихисап “түңәрәк өҫтәл”дәр, кәңәшмәләр ойошторола, күренекле эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.
Гәзитебеҙҙә иғлан ителгән “Башҡорт эшҡыуарлығы” конкурсының да төп бағыусыһы Иршат Мөхәррәм улы булды. Унда журналистар, уҡытыусылар, гәзит уҡыусылар әүҙем ҡатнашты, баҫма биттәрендә йөҙҙән ашыу мәҡәлә, әңгәмә һәм һүрәтләмә донъя күрҙе. Улар күптәргә, һис шикһеҙ, эшҡыуарлыҡта үҙ көсөн һынап ҡарарға, етеш, мул тормошҡа ынтылып эшләй башларға этәргес булғандыр тип ышанабыҙ.
Иршат Мөхәрәм улы, билдәле эшҡыуар булараҡ, йүнселдәрҙе һағалаған кәртәләрҙе яҡшы белә, шуға ла яңы эш башлаусыларға кәңәштәре, ярҙамы ла бик мөһим.
– Минеңсә, халыҡтың дөйөм күтәрелеше булырға тейеш. Рухи һәм матди күтәрелеше. Быға беҙ ҙә хәлебеҙҙән килгәнсә ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итергә тейеш. Әлбиттә, бөтәһен дә эшләп бөтөрә алмаясаҡбыҙ. Исмаһам, халыҡты дөрөҫ фекерләргә өйрәтһәк, ыңғай миҫалдар күрһәтһәк, был үҙе үк үҫеш буласаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе күп халыҡ уҡый, башҡа эшҡыуарҙарҙың өлгөһөн күрә.
Эйе, былар күренеп бармаған эш, ул тиҙ арала ғына һөҙөмтә лә бирмәҫ. Әммә беҙ йәмәғәтселек фекере тыуҙырабыҙ. Башҡорт бай булырға, хәлле булырға тейеш, тибеҙ. Күптәр ошоға ышана һәм тырышып эшләй башлай. Минеңсә, был йүнәлештә эште туҡтатмай, йылдар дауамында ошо юлдан барырға кәрәк. Шул мәлдә һөҙөмтә лә буласаҡ, – ти йәмәғәт эшмәкәре, танылған башҡорт эшҡыуары Иршат Аҫылғужин.