Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ергә һөйөү уның күңелендә
Ергә һөйөү уның күңелендәБаймаҡ районының Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айрат Шәрәфетдинов – төбәктә күптән инде танылыу яулаған, был йүнәлештә иң уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарҙың береһе. Айрат Алик улы үҙ эшен бай тормош һәм эш тәжрибәһе туплағас ҡына аса. Ул оҙаҡ йылдар данлыҡлы иген фабрикаһы — “Йылайыр” совхозында төрлө яуаплы вазифа башҡара, етештереүҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә, йәш белгестәр әҙерләүгә күп көс һала.
Районда фермерлыҡ хәрәкәте башланғас, ауыл хужалығы тармағында бай тәжрибә туплаған Айрат Шәрәфетдинов үҙ хужалығын ойоштороп ебәрә. Бөгөн “Шәрәфетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы — районда ғына түгел, төбәктә лә иң уңышлы һәм табышлы эшләүсе бәләкәй предприятиеларҙың береһе. Йәмғиәт үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса махсуслашҡан. Фермер иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерә, алдынғы технологиялар ҡулланыу, ергә хужаларса ҡараш ярҙамында мул уңыш ала. Быйыл Айрат Алик улы 300 гектарҙа кукуруз, 380 гектарҙа ҡарабойҙай, ҡалған майҙанда иген культуралары, көнбағыш сәсеп, юғары уңыш йыйып алды. Бында, әлбиттә, бәләкәй предприятиеның техник потенциалының ныҡлы булыуын да билдәләп үтергә кәрәк.
Үҫемлекселек тармағын рентабелле ойоштороуҙан тыш, фермер малсылыҡ тармағында ла менән дә табышлы эшләй. Бөгөн унда 250 баш һыйыр малы аҫрала, улар нигеҙҙә ит йүнәлеше буйынса махсуслашҡан.
“Шәрәфетдинов” хужалығы ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә лә тос өлөш индерә, эшһеҙлек мәсьәләһен көйләүҙә ҙур роль уйнай. Миҙгелле ауыл хужалығы эштәре осоронда хеҙмәткәрҙәр һаны 20–30-лаған кешегә барып етә. Шуныһы үҙенсәлекле: Айрат улы Данилдың күңелендә лә тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй — ул бөгөн атаһы менән бер ҡатарҙан фермерлыҡ эше менән уңышлы шөғөлләнә.
Айрат Алик улының агросәнәғәт комлексын үҫтереүгә индергән хеҙмәте бихисап наградалар менән баһаланды. Быйыл уға Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Э. Исаевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә